+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
15 Май 2019, 12:07

«Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылыусы бүләккә телевизор ота ала!

Хөрмәтле дуҫтар, 2019 йылдың икенсе ярты йыллыҡҡа баҫмабыҙға яҙылған һәр кеше ҡиммәтле бүләк – телевизор оторға мөмкин. Бынан тыш журнал уҡыусыларыбыҙҙы башҡа бүләктәр ҙә көтә.

Бының өсөн редакцияға «Башҡортостан ҡыҙы» журналына 6 айға яҙылыу квитанцияһы күсермәһен йәки фотоһын, бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙып ебәрергә кәрәк. Еңеүсе июнь аҙағында лототрон ярҙамында билдәләнә һәм уның хаҡында мәғлүмәт журналда донъя күрәсәк.
Баҫмабыҙға Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә П2719 индексы буйынса 6 айға яҙылыу хаҡы – 606 һум 50 тин, 16–26 майҙа баҫмаға яҙылыу хаҡы – 545 һум 76 тин.
  • Шулай уҡ podpiska.pochta.ru сайты аша онлайн яҙылырға мөмкин.
  • Бынан тыш rbsmi.ru сайты аша «Башҡортостан ҡыҙы»ның электрон вариантына яҙылыу мөмкинлеге бар. Ярты йылға хаҡы – 552 һум.
  • Өфөлә йәшәүсе дуҫтарыбыҙ журналдың яңы һанын редакциянан килеп алыу шарты менән 6 айға 510 һумға яҙыла ала (был яҙылыусылар бүләк отошта ҡатнашмай).
    Читайте нас: