+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
24 Апрель 2019, 11:38

“Башҡортостан ҡыҙы”ның апрель һанына күҙәтеү

Рухиәтебеҙ тормошондағы мөһим ваҡиға – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы тарихи ҡарарҙары менән республикабыҙ йылъяҙмаһына инәсәк. “Нисек итеп башҡортса һөйләшеүҙе, башҡорт теленә өйрәтеүҙе мәртәбәле, заманса итергә?” – Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығышында яңғыраған был һорауҙа телебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кешенең иң изге өмөт-маҡсаты ла, ынтылыштары ла сағылғандыр. Съезд хаҡындағы “Тарихи ҡор” тигән яҙманы Альмира Кирәева әҙерләгән.

Журналыбыҙҙың апрель һанын тышлығын исеме республика телевидение һәм радиоһы тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған шәхес – милләтебеҙгә тынғыһыҙ хеҙмәт итеүсе Шәүрә Ғилманованың һүрәте йәмләй. Гөлназ Ҡотоеваның “Асылында – йәйғор булмышы” тигән бер тында уҡылыусы очергында был киң яҡлы талант эйәһе ҡеүәтле журналист ҡына түгел, аҫыл остаз һәм хәстәрле ил инәһе, ҡәҙерле әсәй һәм өләсәй, донъяһы ҡотло гүзәл зат булараҡ балҡый.
Театр йылы тип иғлан ителгән йылда республикабыҙҙағы ҙур ижади коллектив – Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театр-концерт берләшмәһе ниндәй илһамлы ниәттәр менән йәшәй? Гөлдәр Яҡшығолованың берләшмәнең бөгөнгөһөн барлаусы, киләсәген күҙаллаусы мәҡәләһе “Маҡсаттар аныҡ, хыялдар яҡты” тип атала.
Ул шиғырҙар яҙа, тарих, география, астрономия менән ҡыҙыҡһына, сәйәхәт итергә, балыҡ тоторға, баҡса үҫтерергә ярата. Шул тиклем күп мауығыуҙары булған ханым һөнәре буйынса кем, тиһегеҙме? “Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсында иң шәп участка терапевы булып танылған Дания Дауытова менән “Ҡыйғы ҡыҙы Дания” тигән һүрәтләмәлә Зөлфиә Басирова таныштыра.
“Кушнаренко районы Ҡормаш ауылы ҡыҙы Мөнирә Шәйбәкова менән “Башҡортостан ҡыҙы”н 30 йылдан артыҡ дуҫлыҡ бәйләй. “Хеҙмәт даны” ордены кавалеры, Паша Ангелина призы эйәһе, XXVII съезд делегаты хаҡында күп йылдар элек журналыбыҙҙа билдәле шағирә Әнисә Таһирова яҙып сыҡҡан була. Был һанда иһә “тимер ат”ты эйәрләгән хеҙмәт батыры Мөнирә Ғабдулла ҡыҙының яҡты яҙмышын “Хеҙмәткә арналған ғүмер” тигән мәҡәләлә Гөлназ Ҡотоева тасуирлай.
“Атай эсһә, мунса яна, әсәй эсһә, йорт яна”, ти халыҡ. Беҙ иһә донъя түңкәрелә, тип өҫтәр инек. Был оло афәткә ҡаршы көрәш Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Ойошма үткәргән “Сәләмәт ғаилә. Сәләмәт балалар. Сәләмәт тирә-яҡ мөхит” тигән конференция тураһында Альмира Кирәеваның “Ҡояш нуры һүнмәһен” тигән репортажынан уҡырға мөмкин.
Филология фәндәре кандидаты, бер нисә китап авторы Рита Фәтҡуллинаның “Өләсәйле бала саҡ” тигән хәтирә-күренештәре әкиәти бәләкәй ваҡытҡа алып ҡайтһа, популяр прозаик Рәлис Ураҙғоловтың “Кеше йәнле кеше” тигән хикәйәһе уҡыусыны тетрәндереп, бик оҙаҡ ваҡыт төп ҡиммәттәр хаҡында уйланып йөрөргә мәжбүр итер.
Баймаҡта йәшәүсе уҡыусыбыҙ Луиза Дәүләтшинаның “Дәүер һыҙланыуы” тигән мәҡәләһе халҡыбыҙҙың данлы улы – легендар комбриг Муса Мортазиндың һәм уның ғаиләһенең яҙмышы тураһында. Автор республикабыҙҙың яҡты киләсәге өсөн һәләк булған ир арыҫланының ер йөҙөндә бер яҡыны ла ҡалмауы хаҡында әсенеп яҙа: “Яңы тормош ниндәй ауырлыҡтар, юғалтыуҙар аша төҙөлгән! Бер ғаиләгә генә лә күпме һынау төшкән, ә ил кимәлендә күпме селпәрәмә килгән хыялдар, үтәлмәгән ынтылыштар, яуланмаған бейеклектәр...”
Ғүмеренең һигеҙенсе үрен артылғанда тормош уртаһында ҡайнаусылар күпме икән? Мәғариф ветераны Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова – шундайҙарҙың береһе. Әҙәби бәйгелә ҡатнаша, музейҙа экспозиция булдырыша, ағинәйҙәр менән селтәр эшләй, кейеҙ баҫа, балаларын һағынһа, Өфөгә, Силәбегә, хатта Ҡаҙағстанға юллана ул. Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы сәркәтибе Мәүлиҙә Яҡупова “Яҙмышына рәхмәтле” тигән мәҡәләһендә Фәниә ханымдың сағыу төҫтәрҙән торған ғүмер юлын һүрәтләй.
“Һалҡын тейеүҙән, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, баш ауыртыуҙан ҡала, йоҡоһоҙлоҡтан интегеү табипҡа килтергән сәбәптәр араһында дүртенсе булып тора”, – тип яҙа психотерапевт Резеда Нагаева. Йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоу өсөн ни эшләргә? Ошо турала уның “Йоҡо – дауа” тигән мәҡәләһенән уҡый алаһығыҙ.
“Ризыҡ – ғәмәлдең орлоғо. Ул хәләл булһа, ғәмәл дә хәләл, хәрәм булһа, ғәмәл дә шикле” – был юлдар даими авторыбыҙ Фәнирә Ғайсинаның “Хәләл ризыҡ фазиләте” тигән яҙмаһынан. Ашаған ризыҡтың кешенең рухи һәм физик торошона, холҡона, тәртибенә, яҙмышына, киләсәк нәҫеленә тәьҫире тураһында уйлағанығыҙ бармы икән? Фәнирә Ғайсина шул хаҡта тәфсирләп бәйән итә.
“Күҙ ҡараңдай һаҡла!”, “Күҙ ҡараһылай күрәм!” – тиҙәр халыҡта күреү һәләтенең ҡөҙрәтен баһалап. Өфө ҡалаһындағы уҡыусыбыҙ Әнисә Ғәйнетдинова-Кәримова кешеләргә яҡты донъяны күреү ҡеүәтен ҡайтарыусы алтын ҡуллы табиптар Рәсимә һәм Әмир Ҡаҙаҡбаевтар тураһында һөйләй. Уның хаты “Күҙ нурҙарын ҡайтарыусылар” тигән исем менән донъя күрә.
Ҡыҙҙары бәпкәнән һылыу ҡошҡа әйләнеү осорон кисергәндә әсәйҙәр уларға ниндәй нескәлектәрҙе төшөндөрөргә тейеш? Өс ҡыҙ әсәһе, яҙыусы һәм журналист Гөлнара Мостафина “Ҡыҙым – серҙәшем” тигән мәҡәләлә күрем хаҡындағы тәүге һөйләшеүҙең ни тиклем нескә һәм мөһим булыуы хаҡында бәйән итә.
Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуын алып барыусыһы – иртәләрен республика халҡына матур кәйеф бүләк итеүсе Ғәлиә Вахитованың бәләкәстәргә файҙалы ла, тәмле лә ризыҡтар әҙерләү серҙәрен Гөлшат Ҡунафина теҙеп кенә яҙып алған. Зәңгәр экран йондоҙоноң алты йәшлек улы Тимерхан менән дүрт йәшлек ҡыҙы Шәүрә яратҡан тәмлекәстәр башҡа балаларға ла бик оҡшар, тип уйлайбыҙ. “Бәләкәстәр өҫтәленә” тигән был яҙманы бигерәк тә йәш әсәйҙәр ҡат-ҡат уҡыр, моғайын.
Журналыбыҙ биттәрендә былтыр барған “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеһе күптәрҙе илһамлы ижадҡа дәртләндерҙе. Әбйәлилдән Хәлиҙә Баязитова менән Өфө районы Шамонин ауылынан Лилиә Сыңғыҙова уҡыусыларыбыҙға үҙҙәрендә үткәрелгән ҡурсаҡ конкурстары тураһында хәбәр итә. Уларҙың хаттары “Милли рух тантанаһы” тигән дөйөм баш аҫтында урын алған. Быйыл барған “Беләҙегем-йөҙөгөм” бәйгеһенә килгән эштәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был һанда Өфө ҡалаһынан Айгөл Шәйәхмәтованың ептән үрелгән әүернә, йөрәк рәүешендәге биҙәкле таң ҡалырлыҡ һырғалары һүрәттәрен күрерһегеҙ.
Читайте нас: