+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
10 Апрель 2019, 12:25

«Башҡортостан ҡыҙы»на яҙыл да, ҡиммәтле бүләк от!

Хөрмәтле дуҫтар, 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына баҫмабыҙға яҙылыусы һәр кеше ҡиммәтле бүләк ота ала.

Бының өсөн редакцияға «Башҡортостан ҡыҙы» журналына 6 айға яҙылыу квитанцияһының күсермәһен, бәйләнеш өсөн телефонын яҙып ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр июнь аҙағында лототрон ярҙамында билдәләнә һәм уларҙың исеме журналдың социаль төркөмдәрендә иғлан ителә.

Баҫмабыҙға Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә яҙылырға була. Журналдың индексы П2719. 6 айға яҙылыу хаҡы – 606 һум 50 тин.
Шулай уҡ podpiska.pochta.ru сайты аша онлайн яҙылырға мөмкин.
Бынан тыш rbsmi.ru сайты аша «Башҡортостан ҡыҙы»ның электрон вариантына яҙылыу мөмкинлеге бар. Ярты йылға хаҡы – 552 һум.
Өфөлә йәшәүсе дуҫтарыбыҙ журналдың яңы һанын редакциянан килеп алыу шарты менән 6 айға 510 һумға яҙыла ала.

БЕРГӘ БУЛДЫҠ, БЕРГӘ БУЛАЙЫҠ!
Читайте нас: