-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
24 Март 2019, 01:20

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының март һанына күҙәтеү

«Башҡортостан ҡыҙы»ның март һаны өйөгөҙгә, күңелегеҙгә яҙ һулышын, яңырыу хистәрен алып инер. «Еребеҙгә шаулап-гөрләп яҙ килә... Был миҙгелде һәр ваҡыт уяныу, терелеү менән тиңләйбеҙ. Тап бер быуат элек Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килгән. Был да яңырыш осорон билдәләгән. Халҡым, ҡыйыу баҫып, яҡты киләсәгенә атлаған. Әле лә яңырыш – ҡандарҙа, аңдарҙа, ынтылыштарҙа», – тип яҙа Гөлназ Ҡотоева «Баш мөхәррир һүҙен»ндә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрам ителгән март – гүзәл затҡа мәҙхиә йырланған, иң мөһим һәм ҡәҙерле һүҙҙәр еткерелгән ай. Ошо уңайҙан үткән тантаналарға – төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыуы һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индергән ханымдарҙы тәбрикләүенә, «Кескәй принцессалар» балы менән «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсына, ғаилә ҡиммәттәрен, мөхәббәтте, тоғролоҡто данлаусы «Етегән» байрамына Альмира Кирәева байҡау яһай.
Был һанда шулай уҡ журналыбыҙ ойошторған «Бөйөк әсә лә ул, данлы эшсе лә ул, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға!» тигән саранан фоторепортаж урын алған. Унда республикабыҙ райондарынан ғына түгел, Мәскәүҙән, Ырымбур өлкәһенән дә гүзәл заттарыбыҙ йыйылғайны. Сарала баҫма биттәрендә барған «Башҡортостан ҡыҙы»на – 50!», «Әсә йөрәге», «Таҡыя нағышы», «Башҡорт ҡурсағы» бәйгеләренә йомғаҡ яһалды, еңеүселәр тәбрикләнде.
«Йән биреүсе, йәм биреүсе бит ул!» – һүрәте журнал тышлығын биҙәүсе Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағының алдынғы хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһы Совет районы торлаҡ хужалығының баш бухгалтеры Фәһимә Ҡәнәфиева тураһындағы мәҡәлә шулай тип атала. Тормош ҡаты һынауҙар ҡуйғанда ла үҙенә йыуанысты кешеләргә изгелек эшләүҙән тапҡан Фәһимә Сәйеткирәй ҡыҙының йәйғор нурҙарынан туҡылған яҙмышын Гөлназ Ҡотоева бәйән итә.
Шул уҡ авторҙың ғүмер буйы яуаплы дәүләт вазифаларын башҡарған аҫыл уҙаман, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хаҡындағы очергы ла журнал уҡыусылар күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ. «Имән кеүек ағайҙарыбыҙ барында, илебеҙҙең биле ныҡ. һау ғына булһындар», – ти Гөлназ Ҡотоева Хәйҙәр Арыҫлан улының юбилейы уңайынан яҙылған «Алтылағы алтмышта» тигән мәҡәләһендә.
«Сәнғәткә арналған ғүмер» исемле яҙмала бөтә ғүмер юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына арнаған, башҡорт милли мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Хисамованың яҡты ижады хаҡында уның һабаҡташы, яҡташы Юнир Тимербулатов бәйән итә.
«Әҙәби балҡыш»та радиожурналист Рәсүл Сәғитовтың уймаҡ хикәйәләре, күренекле шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның шиғырҙары урын алған.
Гөлдәр Яҡшығолованың «Таң йондоҙолай балҡып» тип аталған мәҡәләһендә Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының егәрле директоры Сулпан Уйылданова һәм уның матур ғәмәлдәре хаҡында уҡырһығыҙ.
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, матбуғат ветераны Мәүлиҙә Яҡупова үҙенең һабаҡташтары хаҡында ифрат йылы яҙма тәҡдим итеп, яҙмыштарын йәш быуынға аң-белем биреүгә бағышлаған Мәрзиә Ҡоҙабаева менән Сәлиә Низамованың ярты быуатҡа тиң һоҡланғыс дуҫлығы хаҡында һөйләй.
Журналыбыҙ биттәрендә тағы бер гүзәл зат – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, баш ҡаланың 95-се мәктәбе директоры Әлимә Салауатова тураһында Зөлфиә Басирова бәйән итә. Мәҡәлә «Даланлы дала ҡыҙы» тип атала. «Донъяны үҙгәртерҙәй көскә эйә булһам, йәмғиәттә юҡҡа сыға барған кешелеклелек сифатын ҡайтарыр инем», – ти изге төшөнсәләрҙе бар нәмәнән өҫтөн ҡуйыусы Әлимә Дамир ҡыҙы.
Журналыбыҙ быйыл Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Быуат ҡәләме» бәйгеһен иғлан иткәйне. Был һанда Рәзилә Ырыҫҡужинаның Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормош юлдашы Маһруй хаҡындағы мәҡәләһе менән танышырһығыҙ. «Маһруй Шәрип ҡыҙының һөйөүе, тоғролоғо беҙҙең көндәргәсә Шәһит исемен ҡәҙерләп алып килеп еткерә алды, тиһәк тә, дөрөҫ булыр», – ти ул «Маһруй» тип аталған мәҡәләлә.
Был дауаны бер алғандар, тәндәре еңеләйеп ҡалыу хаҡында һөйләп, уны башҡаларға тәҡдим итә. Нимә ул хиджама тигән серле дауа? «Наза» сәләмәтлекте тергеҙеү үҙәге етәксеһе Динислам Шәйхетдинов «Яңы ғүмер алған боронғо дауа» тигән яҙмала шул турала аңлата.
Яман шеш йоҡмай, тибеҙ. Ләкин уны булдырыусы вирустар барлығын беләһегеҙме икән? Даими авторыбыҙ – «Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат һаулығы» клиникаһы табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рәүфә Йәнтилина аналыҡ муйынтығы яман шешенә килтереүсе вирустар – кеше папилломаһы вирустарының ҡурҡыныс төрҙәре хаҡында һөйләй.
«Егеттәр, салбарҙарығыҙҙың кеҫәләрен әйләндерегеҙ, ҡыҙҙар, күлдәктәрегеҙҙе билгә тиклем төшөрөгөҙ! Бойҙай бөртөгө тапһам, яҡшылыҡ көтмәгеҙ!» – тине ул...» – был юлдар Гөлсирә Шафиҡованың «Бойҙай» тип аталған тетрәндергес яҙмаһынан. Һуғыш ваҡытындағы ваҡиға шул заман быуынына төшкән әсе михнәттәрҙе күҙ алдына баҫтыра.
«Тәмлекәс» рубрикаһын алып барыусы Гөлшат Ҡунафина Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма тетры актрисаһы Римма Ҡаһарманованың өйөндә булып, уның әсәһе, өләсәһе, үҙе һәм ҡыҙы – дүрт быуын әҙерләгән йәмле табынды тасуирлай һәм татлы һый рецептарын уҡыусыларға тәҡдим итә.
Томрап ҡояш байыуы, ҡапҡа төбөндә уйға ҡалған яңғыҙ әбей, эркелеп көтөү ҡайтыуы, эҫе ҡояшта кипкән бесән бакуйҙары – ҡала ҡыҙы Гөлназ ауылдағы бер күренеште лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Йылдар үткәс, улар йәш рәссам Гөлназ Ғиләжетдинованың ижадында ҡабатланмаҫ төҫтәр менән балҡыясаҡ. Талантлы ижадсы хаҡындағы «Тәбиғәттән илһамланып» тигән һүрәтләмә авторы – Гөлшат Ҡунафина.
«Беләҙегем-йөҙөгөм» бәйгеһенә килгән ҡул эштәре лә журнал биттәрендә урын ала бара. Март һанын Туймазы ҡалаһында йәшәүсе Зөлфиә Краснованың буҫтауҙан башҡарылған эштәре биҙәй.
Читайте нас: