0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
29 Ғинуар 2019, 11:36

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ғинуар һанына күҙәтеү

Тәүге биттәрҙә “Баш мөхәррир һүҙе” урын алған. “Ә хәҙер һин дә ошо тормоштан, бөгөнгө көндән ләззәт алыу тулҡынына көйлән. Той... Күңелең төпкөлөнән ағылған нескә генә моңдо той. Ғәжәп бит, һин йәшәһен өсөн ата-бабаларың ут эсенән иҫән сыҡҡан, ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы еңгән, үҙ-үҙен һаҡлау хисе, мөхәббәт, өмөт кеүек изге төшөнсәләр уларҙы ҡанатлы иткән һәм ошо еңеүҙәре арҡаһында был донъяла һин бар булғанһың. Той, арыған тәнеңә төн ҡараңғылығы ял, көс биреүен той”, – тип өндәшә журналыбыҙҙы уҡыусы дуҫтарыбыҙға Гөлназ Ҡотоева.

“Башҡортостан ҡыҙы”ның 50 йыллығына арналған юбилей саралары уҙған йыл дауамында Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә үтте. Тап йөҙ йыл элек Башҡортостан хөкүмәте иғлан ителгән тарихи Ырымбурҙа, Ҡыуандыҡта ла баҫмабыҙҙы ҙурлап оло байрам ойошторҙо милләттәштәребеҙ. “Өфө – Ырымбур юлдарын йөрәктәр яҡынайта” тигән баш аҫтында Гөлназ Ҡотоева һәм Гөлнара Хәлфетдинова сәфәрҙән алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
“Рухиәттә – ваҡиға” рубрикаһында Альмира Кирәеваның Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған республикала тәүге балан байрамы тураһындағы мауыҡтырғыс “Балан – мөхәббәт һәм бәхет емеше” тигән мәҡәләһен уҡырһығыҙ, ошонда уҡ ағинәйҙәрҙең баландан шифалы һый серҙәре лә бирелгән.
Журналдың тышлығын биҙәгән Аҡъярҙағы 3-сө “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Кәримова тураһында мәҡәләһен Гөлназ Ҡотоева “Шатлыҡлы нур сәсеп йыһанға” тип атаған.
“Ҡыҙыҡлы әңгәмә” рубрикаһы аҫтында Альмира Кирәеваның Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ревматология бүлегендә эшләүсе Гөлшат Фәтхуллина менән файҙалы кәңәштәр менән тулы һөйләшеүе урын алған.
“Әҙәби балҡыш”та билдәле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның V Мәхмүт Ҡашғари исемендәге бәйгелә икенсе урын алған “Вазифа” хикәйәһен һәм Белорет ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе Зөһрә Үтәғолованың шиғырҙарын уҡып кинәнерһегеҙ.
2015 йылдан алып баҫмабыҙ тарафынан даими үткәрелә килгән, әсәйҙәрҙе һәм әсәлек хистәрен данлаған, видеоформатта барған “Әсә йөрәге” шиғыр бәйгеһе әллә күпме яңы исемдәр асып ҡына ҡалманы, дүрт йыл дауамында үҙенсәлекле йолалары нығынған, фекерҙәш, ижадташ гүзәл заттарҙы туплаған интерактив аралашыу майҙаны булараҡ та билдәлелек яулап өлгөрҙө. Гөлнара Хәлфетдинова “Мәңге иҫкермәҫ доғалар” мәҡәләһендә финалға үткән шиғырҙарға байҡау яһай, еңеүселәрҙең исемдәре лә ошонда урын алған.
“Нисек йәшәйһең, оло кеше?” рубрикаһында Зөбәйҙә Исламованың Дәүләкән районында йәшәгән Ғәтифә инәй Дәүләтҡолова хаҡындағы “Әйләнәм дә йәшлегемә ҡайтам...”, ә “Яҙмыштарҙан көслөрәк” рубрикаһы аҫтында БДУ студенты Эльза Нарбулатованың Федоровка районында йәшәгән өләсәһе Рәмилә Дашкинаға арналған яҙмалары баҫылған.
Сәрүәр Суринаның “Һуҡма шәл” тигән мәҡәләһе “Халыҡ һөнәрмәндәре” рубрикаһы аҫтында бирелгән.
Ғаилә ҡороу менән байтаҡ ваҡыт ауырға ҡала алмай яфаланыусыларҙы йыш осратырға мөмкин. Түлһеҙлекккә килтергән сәбәптәр һәм табип-репродуктологтың телефоны ла – журнал биттәрендә.
“Милли биҙәк” рубрикаһының был сығарылышында Азат Ғариповтың яулыҡ тураһында мәғлүмәттәре лә ҡыҙыҡлы.
Хыялдар, өмөттәр йәшәтә кешене, дәрт бирә, ҡанатландыра. “Тәмлекәс” рубрикаһында Башҡортостан юлдаш телевизион каналының “Яңылыҡтар” хеҙмәте алып барыусыһы Гүзәл Мөхәмәтйәнова журнал уҡыусыларыбыҙға үҙенең хыялдарын, ниәттәрен асып, яратҡан ризыҡтарын да бешерергә өйрәтә.
Журналыбыҙ йыл һайын төрлө бәйгеләр ойоштороп тора. Быйыл ғәзиз республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Быуат ҡәләме” публицистик яҙмалар конкурсына килгән тәүге яҙма – филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғоловтың “Исемкәйең килешлеме, башҡорт ҡыҙы?” мәҡәләһе. Ошонда уҡ башҡорт һылыуҡайҙарына хас исемдәр ҙә урын алған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы килгәнен тәүҙә ишеткәндәр, шунан ғына күргәндәр... Сулпы-сәсмәүерҙәрҙең, һаҡал, яға, селтәрҙәге тәңкәләрҙең сыңы... Беләҙеге, балдаҡ-йөҙөгө, һырға-алҡаһы... Ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ өсөн генә хеҙмәт итмәгән улар, тәү сиратта яман көстән, күҙ тейеүҙән һаҡлаған. Бөгөн дә биҙәүестәребеҙҙең ниндәйе генә юҡ! Гүзәл заттарыбыҙ әҙерҙе генә алып ҡыуаныуҙан тыш, уларҙы үҙе лә эшләй. Бына ошондай алтын ҡуллыларҙы “Беләҙегем-йөҙөгөм” бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.
“Башҡортостан ҡыҙы”на – 50!”, “Бәйләнештә”ге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө менән берлектә алып барылған “Таҡыя нағышы”, “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеләренең еңеүселәре исемен дә был һанда уҡып белерһегеҙ.

Читайте нас: