+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
14 Ғинуар 2019, 18:48

Иртәнге теләк

Подъезд ишеген асыуға матур бер мөғжизәгә таң ҡалдым. Подъезыбыҙҙа алты фатир булһа ла, миңә тиклем бер кем дә әле йорттан сығып китмәгән. Минең алда ап-аҡ, йомшаҡ түшәк ҡатламындай йәш ҡар ята. Нисек кенә уның сафлығы аша үтәйем икән?!

Эй, ҡөҙрәтле тәбиғәт, һинең ҡулыңдан бөтһе лә килә, ниндәй матурлыҡ эшләп ҡуйғанһың! Йортобоҙҙа йәшәгән һәр кешегә, юҡ, барлыҡ кешелеккә ихлас йөрәктән яҡшылыҡ, именлек, бәхет теләп һаҡ ҡына аҙымдар менән алға барам. Эйе, бөтә халыҡ та уңышлы булғанда, береһе генә лә бәхетһеҙ булмаясаҡ, шулай булғас, мин дә улар йәнәшендә уңышлы буласаҡмын. Үҙемдең теләктәремдең хаҡлығына инанып, тағы ла ҡайнарыраҡ матур теләктәр әйтеп, алға барам. Шундай матур ҡар яуа. Ҡыҙыҡ, эҫе йәй айында тыуһам да, ниңәлер, ҡар яуғанды, буранды яратам. Ҡар эре, күбәләкләп яуа, әммә ул тын ғына ергә төшмәй. Аптыраш. Ел юҡ, тынлыҡ, ә күбәләк ҡарҙар бейейҙәр генә, ергә төшөргә ашыҡмай, һине әүрәтеп аҫҡа киләләр ҙә, йәһәт кенә үргә осалар, инде аяҡ аҫтына килеп төштөмө тиһәң, юҡ, йүгерек малайҙай ситкә тайпылалар.


Эшкә иртә йөрөһәм дә, бөгөн тағы ла иртәрәк сыҡҡайным, ниндәй матурлыҡҡа тап булдым.


Шундай бәхетле уйҙар менән ниндәй оло юлға килеп сыҡтым. Бына инде минән дә алда өлгөрөүселәр булған, хатта машина эҙе бар. Ниндәй уйҙар, ниндәй теләктәр менән үтәләр икән улар? Ниәттәре изге булһа ярар ине.


Роза Ҡыямова.
("Башҡортостан ҡыҙы", №12 2009 йыл).

Читайте нас: