+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
11 Ғинуар 2019, 12:45

Ҡурай сере

Ҡурай сере

Әкиәт


Тәүге ҡар ятыу менән Тимербәк оло туғайға кәбәнен тарттырырға килде. Ҡайҙандыр үҙәккә үтерлек һағышлы моң ағыла. Егет шул яҡҡа китте. Уңға барҙы, һулға боролдо ... Болон уртаһында елгә сайҡалып ултырған таҡыя башлы ҡурай көпшәһенә тап булып, аптырап ҡалды . Сөнки быға тиклем был тирәлә ҡурай үҫкәнен күргәне юҡ ине әле уның. Егет ҡырҡып алырға уйлап, үрелгән ине , көпшәнән һағышлы йыр ағылып китте:


Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,

Талдар араһында һағынып.

Ауырып та ятып һарғайманым,

Мин һарғайҙым -

Ғәзиз нигеҙемде һағынып.


Тимербәк тетрәнеүенән хатта артына тайпылып китте. Аяҡ өҫтө тороп баҫты, китергә тип ҡуҙғалған ине, ҡурай телгә килеп, ҡыҙҙар тауышы менән:

- Тимербәк, мине ялғыҙымды ҡырҙа ҡалдырма! – тине, ялбарыулы тауыш менән . Егет ҡурайҙың үтенесен кире ҡаға алманы. Уны бәкеһе менән һаҡ ҡына ҡырҡып алды. Таҡыяһынан өлгөргән орлоҡтар ергә һибелде. Был орлоҡтарҙан киләһе йәй шәп ҡурайҙар үҫеп сығасаҡ тип, ҡыуанды егет. Көпшәне алып ҡайтып, ишек башына ҡыҫтырып ҡуйҙы. Оҙаҡламай уның тураһында бөтөнләй онотто.

Берҙән-бер көндө, был ҡурайҙы егеттең йөҙ йәшлек олатаһы күреп ҡалды һәм ейәненән уны алып биреүен һораны. Ҡарт ҡурайҙы ҡулына алып, әйләндереп- әйләндереп ҡарағандан һуң, ауыҙ эргәһенә килтереп, эсенә тын өрҙө, талғын ғына һағышлы моң ағылып китте . Был моң ҡартҡа ауылдарында бик күп йылдар элек булып үткән фажиғәле ваҡығаны иҫенә төшөрҙө. Һәм ул Тимербәккә ошоларҙы һөйләне.


- Был хәл бик күптән булғайны,- тип, башланы ҡарт һүҙен. Элек беҙҙең ауылда Мостафа исемле умартасы ҡарт йәшәгән . Уның бик сибәр, уңған Гөлсөм исемле ҡыҙы ла булған ти. Үҫеп, буй еткәс ҡыҙҙы һоратып төрлө төбәктән яусылар килә башлаған. Тик ҡыҙ бер егетте лә оҡшатмай, бөтәһен дә кире бороп тик тора икән.

Тап шул ваҡыт, Мәскәй ҡарсыҡ, үҙенең берҙән-бер улын - Шүрәлеһен өйләндертеү нейәте менән тирә-яҡ ауылдарҙан кәләш ҡарыштыра икән. Гөлсөм тураһында ишеткәс, улар эште оҙаҡ йәшниккә һалмай, ауылға ҡыҙ һоратырға барырға булалар.

Мәскәй:

- Улым, мин хәҙер бик ҡартайҙым. Һине өйләндереп, ейәнсәремде һөйөп, үҙ шөғөлөмдө уға өйрәтеп китәһем килә,- тигән .

Шүрәле:

- Кет-кет-кет!- тип көлөп кенә ҡуйған. Шунан, мин дә бәләкәй балаларҙы ҡытыҡларға бик яратам ул,- тип әсәһе менән килешкән.

Мәскәй Шүрәлене һөлөктәй матур, һомғол, зифа буйлы егеткә әүрелдергән. Өҫтәүенә, һыҙҙырып ҡурай ҙа уйнай ти был. Гөлсөм был егетте күреү менән ғашиҡ була.

Шулай итеп, ҡыҙ йортонда өс көнгә һуҙылған туй мәжлесенән һуң, Гөлсөмдө кейәү йортона оҙаталар. Ҡыҙ ҡайтыр юлын иҫендә ҡалдырмаһын өсөн, мәкерле Мәскәй уларҙы иң оҙон һәм урау юлдан алып ҡайта. Оҙаҡ, бик оҙаҡ баралар былар, ҡыҙ хатта арып, ойоп китә. Урманға килеп инеү менән Мәскәйҙең сихыры көсөн юғалта . Улы, әүәлге хәленә кире ҡайта. Гөлсөм күҙен асҡанда, улар тауыҡ аяҡлы өй эргәһенә килеп туҡтаған булалар. Ҡыҙ ҡурҡышынан аңын юғалтып йығыла. Мәскәй улына:

- Кәләшеңде күтәреп өйгә индер, йолаһы шулай!- ти.

- Һиңә ейәнсәр кәрәк, шулай булғас үҙең генә индер,- ти ҙә, Шүрәле урманға китеп, күҙҙән юғала.

Ҡыҙ Мәскәйҙең мәкерле уйын аңлай. Хәҙер бынан нисек ҡасып ҡотолоу юлын эҙләп, баш вата башлай. Бер нисә тапҡыр ҡасып та ҡарай, тик Мәскәй, малайы менән кире тотоп алып ҡайталар. Шулай бер йәй артынан икенсеһе, өсөнсөһө үтеп китә.

Бынан ҡасанда бер ҡотола алыуына өмөтөн өҙгән Гөлсөм тыуған йортон , ата- әсәһен һағыныуынан һарғая, кибә …

Бер көндө яҡындағы туғайға еләк йыйырға барып киләм тип китеп, кире әйләнеп ҡайтмай. Мәскәй менән Шүрәле тирә-йүн, урман-ҡырҙарҙы ҡыҙҙырып күпме генә йөрөһәләр ҙә ҡыҙҙы таба алмай, буш ҡул менән ҡайталар .


* * *

Ҡыҙ туғай уртаһында туҡтап, йәшел үләнгә ултыра. Зәңгәр күккә, йылмайып торған ҡояшҡа, мамыҡтай күпереп йөҙгән ап-аҡ болоттарға, келәм булып йәйелеп ятҡан хәтфә йәшел болондарға һоҡланып ҡарай. Лепелдәп осҡан күбәләктәрҙе, сәрелдек сиңерткәләрҙе, уңған бал ҡорттары, ҡырмыҫҡалар артынан яратып күҙәтә. Болон буйлап күбәләктәй оса,ҡоштарға ҡушылып йырлай, елгә эйәреп бейей,..

- Эй, аҡ болоттар, үтенеп һорайым, ярҙам итегеҙ, тыуған нигеҙемә юл күрһәтегеҙ! Атайым–әсәйемде, ауылымды, кешеләр донъяһын үлеп һағындым! Башҡа түҙәр сарам ҡалманы,- тип ялбарып һорай ҡыҙ. Күҙ йәштәре йылға булып аға. Бер көн илай, ике көн илай … Күҙендәге йәше бөтә. Һуңғы тамсы күҙ йәше ергә тама һәм шул тамсынан ҡурай үҫеп сыға.


Быға тиклем, был яҡтарҙа, бер ваҡытта ла үҫмәгән ҡурай, һылыуҙарҙан һылыу Гөлсөм исемле ҡыҙ тураһындағы ваҡиға, кеше телендә бик оҙаҡ йөрөй. Егеттәр ошо ҡурайҙы эҙләп болон-туғайҙарҙы күп гиҙә, тик береһе лә уны таба алмай. Миҙгелдәр бер-береһен алмаштырып, бик күп ғүмер үтә, күп һыуҙар аға, был хәлгә шаһит кешеләр ҙә яйлап әхирәткә китеп бөтәләр. Урмандар Мәскәй, Шүрәлеләрҙән ҡотолоп , тынып ҡала. Һуңынан бөтөнләй онотолоп кеше хәтеренән йуйыла.



* * *

«Күҙәүле мунсаҡ ерҙә ятмаҫ»- тигән боронғолар. Бына бит яҙған булғас, минең ейәнем бәхетенә булған икән!- тип, ҡарт ҡурайҙы ейәненә бирә.

Тимербәк көпшәгә тишектәр яһай һәм ҡыҙға бағышлап йыр сығара:


Мағаш ҡына тауы бигерәк бейек,

Тора- тора мендем дә башына.

Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булманы,

Һылыуҡайым, ҡара ла ҡашыңа, – тип йырлап та ебәрә ул.


Киләһе йыл, йәмле йәй еткәс, еләктәр бешкәс, ҡурайҙар үҫкәс, бесәнгә төшкәс, Тимербәк һәнәк-салғыһын арбаһына тейәп, бесәнлегенә килә. Килеп етһә, болонда оҙон, ҡара сәсен аҡ яулығы аҫтына төйнәп, тирә-йүнде яңғыратып йырлап, еләк йыйып йөрөгән ҡыҙҙы күреп хайран ҡала. Болон тулы хуш еҫле сәскәләр, йәш ҡурайҙар үҫеп ултыра.

- Һин кем, ниңә минең бесәнлегемде тапап йөрөйһөң?!. – ти егет.

Ҡыҙ сылтыратып көлөп ебәрә лә, нурлы күҙҙәрен егеткә төбәп:

- Ҡурай тауышын, һинең йырыңды тыңлап йөрөйөм,- тине. - Мин Гөлсөм, әллә таныманың?!.

Шунда Тимербәктең хәтеренә олатаһы һөйләгән, һылыу ҡыҙ тураһындағы хикәйәт иҫенә төшә.

- Бына хикмәт!.. Гөлсөм?.. Миңә насип булған ҡыҙ !..

Егет бесән сапты, ҡыҙ уйнап–көлөп еләк йыйып арығас, йәш бесән өҫтөнә ултырып, ауылға ҡайтып китәләр.

…Тимербәк менән Гөлсөмдөң туйы ете көн, ете төн барҙы, ти. Туйҙа булмаған, һыйланмаған кеше ҡалманы, ти. Мин дә булдым ул туйҙа. Буҙа, ҡымыҙ эстем, ҡурай моңон тыңланым, йәштәргә бәхет теләнем.


Бәхет сере һинең үҙеңдә, уҡыусым. Тырыш, сабыр, уңған бул ! Һәр нәмәнең үҙ мәле !
Читайте нас: