-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
29 Декабрь 2018, 12:24

«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2018 йылғы лауреаттары

Тәнзилә Дәүләтбирҙина – 7-се һанда баҫылған «Донъя йөгөн, әйҙә, һин, мин түгел, һөйөү толпарҙары тартһындар!» исемле шиғырҙар шәлкеме өсөн.


Азат Ғарипов – «Милли биҙәк» рубрикаһында баҫылған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренең үҙенсәлектәре хаҡындағы йөкмәткеле мәҡәләләре өсөн.


Гөлдәр Яҡшығолова – 2-се («Ихлас­лыҡтан ҡотло донъяһы»), 3-сө («Рухлы ла, талантлы ла үҙҙәре»), 4-се («Ауылдарҙа шундай ғаиләләр бар»), 5-се («Бәхеттең асылы ябай»), 6-сы («Һәр кем ҡоя үҙ бәхетен») һәм 7-се («Ҡатайҙың рухлы ҡыҙы») һандарҙа сыҡҡан замандаш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тормошон һәм күңел донъяһын сағылдырған мауыҡтырғыс яҙмалары өсөн.


Артур Василов – йыл дауамында баҫмабыҙҙы зауыҡлы һүрәттәр һәм милли нағыштар менән биҙәгәне өсөн.

Лауреаттарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади үрҙәр насип булһын тип теләйбеҙ!


Шулай уҡ 2018 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы менән емешле хеҙмәттәшлек өсөн әҫәрҙәре уҡыусылар тарафынан айырыуса йылы баһаланған ҡәләм оҫталары Таңһылыу Ҡарамышева, Таңһылыу Вәлиева, Миләүшә Ҡаһарманова, Наил Ғәйетбай, Ғәлим Хисамовтарға ҙур рәхмәт!
Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы темаларҙы асып, журналды уҡымлы итеүгә үҙ өлөшөн индергән Нурия Әхтәмова, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мөҙәрис Даянов, Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко, медицина фәндәре кандидаты, эндокринолог Гөлзифа Әбүшахманова, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы Эльмира Ҡаһарманова, Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы эксперты Светлана Минһажеваны ла тик йылы һүҙҙәр менән билдәләп киткебеҙ килә.
«Башҡортостан ҡыҙы»ның 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы баҫма биттәрендә үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашҡан, төрлө йылдарҙа журналыбыҙҙа эшләп киткән Мәрйәм Бураҡаева, Әнисә Таһирова, Йомабикә Ильясова, Факил Мырҙаҡаев, Таңһылыу Ҡарамышева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлнур Яҡупова, Диана Килдинаға оло рәхмәт белдерәбеҙ!
2018 йылда беҙҙең менән бергә булған барлыҡ уҡыусыларға ла тоғролоҡтары өсөн «мәрҙәс!» тибеҙ!
Читайте нас: