+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
28 Декабрь 2018, 18:12

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды...

...Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды... Эстә ниндәйҙер еңелсә тулҡынланыу... Йыл артынан йыл үтә... Кире ҡайтмаҫҡа, тарих биттәрендә тороп ҡалырға...

Бына ошо, минең әлеге Таривердиев көйөн тыңлап, моңһоуланып яҙып ултырған мәлем дә ... Ейәнемдең танауын мышнатып тыныс, матур төштәр күреп, рәхәтләнеп йылмайып йоҡлап ятыуы ла, әле генә эскән сәйебеҙҙең эҫеһе лә, һинең йылы ҡарашың, өйөрөлөп талғын ғына ергә ятҡан ҡар бөртөктәре, форточканан бәреп ингән һалҡын саф һауа, һуңғы автобус, машинаның елдереп үтеүе, сәғәттең текелдәүе,.... һуңғы тапҡыр...

Кеше үҙ ғүмеренең һуңы ҡайҙа, ҡасан бөткәнен белмәй. Бәлки шуғалыр ҙа, оло үкенескә ҡаршы, ваҡытын ҡәҙерһеҙләй, уны ваҡ ығы-зығылырға исраф итә...

Эй, кеше - бөйөк аҡыл эйәһе! Шатланып, ҡыуанып, бәхетле йәшәргә нимә ҡамасаулай икән һиңә?..
Читайте нас: