+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
24 Декабрь 2018, 22:43

Киләсәккә өмөт менән

Ҡәләмдәшем, коллегам Рафиҡ Әхмәтшин менән Мәскәүҙә Президент В.В.Путиндың пресс-конференцияһында осраштыҡ.

Уның ҡулындағы транспарантты, рөхсәт ителгән форматҡа тап килмәй тип, залға индертмәнеләр. Мин ғәҙәттә кейгән милли селтәр, һаҡалымды таҡманым. Нисектер шуның өсөн генә журналистарҙың иғтибарын йәлеп иткем килмәне. Ә былай башҡортлоҡ йөҙгә яҙылған инде. Татар ҡыҙҙары әллә ҡайҙан танып килеп күреште. Хатта таныш булмаған кешеләр менән дә тиҙ генә фекер алышып, бәхәсләшеп киткеләнек. Журналистар һәр береһе үҙен борсоған һорауҙарға яуап алырға, күтәргән проблемаларына Президенттың, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итергә теләне. Пресс-конференция барған зал бер тулҡынды, бер тынды. Күс кеүек геү итеп алды. Ерҙәге тыныслыҡ, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәшәгән еребеҙгә һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, фатир һатып алам тип алданғандар ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү кеүек мөһим һорауҙарға яуап эҙләгән өс сәғәттән ашыу барған осрашыу йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. 160 миллион халыҡты һыйҙырған Рәсәй менән киң ҡарашлы, тәрән аҡыллы етәксе идара итеүенә инанып, киләсәккә өмөт менән ҡайттым Мәскәүҙән.
Читайте нас: