Улар аҙым һайын тиерлек осрай. Йөҙҙәренә ҡараһаң, күптәре улай өлкән дә түгел – алтмыш йәштәр тирәһендәлер. Әле алтын көҙгә лә етмәгән ханымдарҙың алпан-толпан атлауы уларҙы ваҡытынан алда оло итеп күрһәтә. Юрғалап йөрөгән ҡыҙ йәшәй-йәшәй, донъя йөгөн тарта-тарта аяғына шулай көс төшөрәме? Ҡасандыр бер баҫаһын биш баҫҡан ҡатындың сатан ханымға әйләнеүе менән бер нисек тә килешке килмәй. Бөгөн мөғжизәләр тыуҙырған медицинаның был ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы берәй сараһы барҙыр бит?! Ошо һорауҙы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ревматология бүлеге табибы, юғары категориялы ревматолог, медицина фәндәре кандидаты Гөлшат Флүр ҡыҙы Фәтхуллинаға бирҙек. Уның яуаптарын тиҙҙән һеҙгә тәҡдим итербеҙ. “Йылдың иң яҡшы терапевы” исеменә лайыҡ табип менән ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла әңгәмә журналдың киләһе һанына әҙерләнә.