-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
31 Октябрь 2018, 19:34

Һомғоллоҡ алиһәһенән һабаҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Бөтә Союз эстрада бейеүҙәре фестивале лауреаты, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы Зөлфиә Ҡудашева Ишембай районы Маҡар урта мәктәбендә булып, уҡыусыларға бейеү серҙәрен өйрәтте. Ул БР һәм РФ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Башҡортостан Республикаһына күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн” билдәһе эйәһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданины Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова саҡырыуы буйынса килгәйне. Башта балалар тыңлашмаған аяҡтарҙы тыпырҙатырға, ритмды, нескәлекте тойоу һәләттәрен асырға, һомғол кәүҙәне тура тоторға, һыуҙан йөҙөп киткән шикелле талғын йөрөргә өйрәнһәләр, аҙаҡ тотош бейеү хәрәкәттәрен иҫтә ҡалдырыу, күмәге бер бөтөн булараҡ хәрәкәт итеүҙе үҙләштерҙеләр. Зөлфиә Ҡудашеваның һәләтле балаларҙы айырып алып, Маҡар урта мәктәбе ҡыҙҙары өсөн яулыҡтар менән бейеү ҡуйырға ла иҫәбе бар. Һәр хәлдә, оҫта менән үткәргән бер нисә сәғәт балаларға онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, ғүмерлек һабаҡ булды.
Читайте нас: