-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
20 Июнь 2018, 18:35

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының июнь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы”ның 2018 йылдың тәүге ярты йыллығын йомғаҡлаған июнь һаны баш мөхәррир Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоеваның ҡатын-ҡыҙҙарҙың нескә, әммә көслө асылын күрһәткән “Күкрәгеңдә тәүҙә Ҡояш булдыр!” тигән фәлсәфәле яҙмаһы менән асыла.

“Башҡортостан ҡыҙы”ның 2018 йылдың тәүге ярты йыллығын йомғаҡлаған июнь һаны баш мөхәррир Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоеваның ҡатын-ҡыҙҙарҙың нескә, әммә көслө асылын күрһәткән “Күкрәгеңдә тәүҙә Ҡояш булдыр!” тигән фәлсәфәле яҙмаһы менән асыла.
“Һөйөү көсө” тип аталған мәҡәлә аша журнал тышлығын биҙәгән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының өмөтлө, һәләтле актрисаһы, һуңғы театр миҙгелендә ҙур резонанс алған “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә төп ролде башҡарып халыҡ күңелен яулаған Илгизә Исмәғил ҡыҙы Ғилманованың тормошо һәм ижад юлы менән танышырһығыҙ.
“Юлдар саҡыра” рубрикаһы был юлы Башҡортостаныбыҙҙың иң бәләкәй, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле райондарының береһе Шаранға илтә. Журналист Гөлнара Хәлфетдинованың “Шарран асыҡ бында күңелдәр” тигән мәҡәләһендә райондың тарихы ла, әлеге тын алышы ла сағылған, ошо төбәктә йәшәп ижад иткән шағирә Зинфира Зәйдуллинаның китап туйы, шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге, әҙәбиәтебеҙгә яҙыусы Ибраһим Абдуллин менән шағирә Зарема Әхмәтйәнованы биргән Ерекле ауылы халҡының йәшәйеше һәм рухиәтебеҙгә индергән өлөшө хаҡында ла мәғлүмәт табырһығыҙ унда. Ошо уҡ рубрикала “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәренең тағы ла бер матур төбәккә – Нефтекама ҡалаһына сәйәхәте тураһында журналист Альмира Кирәйеваның “Йәндәштәрҙең күсте йылыһы” тип аталған материалы ла урын алған. Мәҡәлә арҡылы редакция журналистарының Нефтекаманың ҡала башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзалары, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре вәкилдәре, башҡорт теле уҡытыусылары менән берлектә “Ҡала шарттарында бөгөнгө башҡорт ғаиләһе” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыуы, шулай уҡ ошо ҡалала йәшәүсе ижади һәм алдынғы ҡарашлы башҡорт ғаиләләре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышырһығыҙ.
“Парлы ғүмерҙәр” рубрикаһында баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның Баймаҡ ҡалаһының бәҫен күтәреп йәшәгән матур, ижади һәм эшҡыуар ғаиләһе – Дилбәр һәм Хәлил Биктимеровтар тураһындағы “Хоҙайым насибы” тигән яҙмаһы урын алған.
“Һөнәренең оҫтаһы” рубрикаһында иһә журналист Гөлдәр Яҡшығолова бар ғүмерен кешеләрҙең һаулығын һаҡлауаға арнаған теш табибы Әлфирә Мәҡсүт ҡыҙы Абдрахманованың ғүмер баҫҡыстарын барлай.
“Әҙәби балҡыш”ты 70 йәшен ҡаршылаған билдәле прозаик һәм шағирә Гөлнур Яҡупованың “Әҙәм вә Һауа” тигән поэмаһы һәм арҙаҡлы яҙыусыбыҙ Ғәлим Хисамовтың “Көтөлмәгән туй” тигән көтөлмәгәнсә тамамланыуы менән ҡыҙыҡлы хикәйәһе биҙәй.
“Халҡым гәүһәре” бүлегендә Альбина Ғөбәйҙуллина “Йөрәгендә – йәйғор балҡышы” тигән мәҡәләһендә йырҙары, шиғырҙары, картиналары менән күптәрҙең йөрәген яулаған үҙешмәкәр композитор, рәссам Флера Шәрипованың күңел сәхифәләрен аса.
“Беҙгә килгән хаттарҙан” рубрикаһында Баймаҡ районынан Венера Айытҡолованың, Мәләүездән Айһылыу Хисаметдинованың, Белорет районынан Зәкинә Ғәлимованың, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районынан Ҡорманғәли Абдуллиндың яҙмалары урын алған.
Һаулыҡҡа арналған “Сихәт” бүлегендә медицина фәндәре кандидаты Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы Әбүшахманова ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын профилактикалау һәм дауалауға бәйле ҡиммәтле кәңәштәр бирә.
“Ғаилә янсығы” рубрикаһында торлаҡ төҙөгәндә йә һатып алғанда, шулай уҡ дауаланыуға киткән сығымдарҙан юллана торған һалым ҡайтармалары һәм уларҙы теүәлләп алыу ысулдары аңлатыла.
“Милли биҙәк”тә белгес Азат Ғарипов башҡорт биҙәүесе һаҡалды тағыу нескәлектәре хаҡында тәфсирләп һөйләй. “Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһында иһә ҡул оҫтаһы Рәлиә Йәһүҙина кеҫә телефоны өсөн ырғаҡ менән янсыҡ бәйләргә өйрәтә.
“Тәмлекәс”тә журналист Гөлшат Ҡунафина М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисткаһы Гөлфиә Рафиҡованың түрбашында ниндәй тәмле ризыҡтар әҙерләнеүен асыҡлай, унда шулай уҡ актрисанан файҙалы кәңәштәр ҙә урын алған.
Журналда тағы ла V Халыҡ-ара Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһе иғлан ителеүе һәм унда быйыл ҡатнашыу өсөн ниндәй шарттар ҡуйылыуы тураһында ентекле мәғлүмәт бар. Конкурс эштәре “Башҡортостан ҡыҙы” редакцияһы тарафынан ағымдағы йылдың 31 авгусына тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: