-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
16 Июнь 2018, 21:26

Ҡартлыҡты сигендерәбеҙ

16 июндә Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев пенсия йәшен арттырыу хаҡында Закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарауына индереү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.

16 июндә Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев пенсия йәшен арттырыу хаҡында Закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарауына индереү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. 14 июндә Министрҙар Кабинеты Закон проектын хупланы. Проектҡа ярашлы, пенсия йәшен ирҙәр өсөн - 65, ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәш тип билдәләргә тәҡдим ителә. Реформа 2019 йылдан башланасаҡ һәм этаптар буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Иң тәүҙә ул 1959 йылда тыуған ир-атҡа һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыласаҡ. Улар хаҡлы ялға 2020 йылда сыға ала: ирҙәр - 61 йәштә, гүзәл зат - 56 йәштә.


Пенсия йәшен арттырыу демография хәле үҙгәреү менән аңлатыла. Илдә пенсионерҙар арта, эшкә һәләтле кешеләр һаны кәмей. Росстат фаразлауы буйынса, 2024 йылда ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо 72,3 йәш (әлегенән 5,8 йылға күберәк), ҡатын-ҡыҙҙарҙың 82,1 йәш (4,5 йылға ҙурыраҡ) булыуы көтөлә.


Реформа ауыр шарттарҙа эшләү һөҙөмтәһендә алдан хаҡлы ялға сығыу хоҡуғына эйә булыусыларға (шахтерҙар, металлургтар, тимер юлсылар һ.б.) ҡағылмай.


Шулай уҡ социаль сәбәптәр буйынса страховка пенсияһы тейеш кешеләр (8 йәшкә тиклемге инвалид бала тәрбиәләүсе йәки 5 һәм унан күберәк бәпес тапҡан ҡатындар, күреү һәләте буйынса I төркөм инвалидтар һ.б.) өсөн үҙгәрештәр булмаясаҡ.
Читайте нас: