+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
23 Май 2018, 14:20

Һаулығым – байлығым

Өфөлә “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын профилактикалауҙа ведомство-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре” тигән ғилми конференция булып уҙҙы.

Өфөлә “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын профилактикалауҙа ведомство-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре” тигән ғилми конференция булып уҙҙы. Ул “Башҡортостан Республикаһында халыҡ һаулығы көндәре” акцияһы сиктәрендә үткәрелде. Һеҙ кешенең һаулығы башлыса үҙенән тороуын беләһегеҙме икән? Табиптар сәләмәтлек торошо 80 процентҡа үҙебеҙгә, йәғни йәшәү рәүешебеҙгә, 20 процентҡа медицинаға бәйле булыуын раҫлай. Шуға күрә халыҡта үҙ һаулығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә, сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуҙа киң мәғлүмәт сараларының роле баһалап бөткөһөҙ. Беҙ коллегаларыбыҙ менән айырым секцияла ошо юҫыҡта йәнле фекер алыштыҡ. “Башҡортостан ҡыҙы” артабан да үҙ уҡыусыларының сәләмәтлек тураһындағы мәғлүмәтлелеген арттырырға ынтылыусы баҫма булып ҡаласаҡ.
Читайте нас: