+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
24 Апрель 2018, 14:02

Ҡор иғтибарында – ғаиләне социаль яҡлау

Бөгөн Өфөлә Конгресс-холда Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ойошторған “Сообщество” форумы эшен башланы. Ул ике көн дауам итәсәк.

Бөгөн Өфөлә Конгресс-холда Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ойошторған “Сообщество” форумы эшен башланы. Ул ике көн дауам итәсәк.
“Сообщество” форумы социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу сифатын арттырыу буйынса йәмғиәт, бизнес һәм власть араһындағы өс яҡлы диалог өсөн асыҡ эш майҙансығы булып тора. Башҡортостандың баш ҡалаһына форумда ҡатнашыу өсөн Волга буйы федераль округы төбәктәренән коммерция булмаған ойошмалар вәкилдәре, Йәмәғәт палатаһы етәкселәре, делегаттар килде.
Кисә РФ Йәмәғәт палатаһы ағзалары социаль әһәмиәттәге учреждениеларҙа булды. Атап әйткәндә, РФ Йәмәғәт палатаһының Ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау комиссияһы ағзаһы Сергей Рыбальченко ауыр тормош хәлендәге әсәләр һәм балаларҙы һыйындырған “Балаларға ярҙам ойошмаһы. Мөмкинлек” коммерция булмаған ойошмаһының социаль ҡунаҡханаһында булып, ундағы йәшәү шарттары менән яҡындан танышты.
Читайте нас: