"Һайлау ойошторолған үҙәктәрҙән алыҫта, төпкөлдә йәшәүселәрҙе участкаларға алып барыу һәм алып ҡайтыу ойошторолдо", - тип хәбәр итә Башҡортостандың муниципаль берләшмәләре ассоциацияһы етәксеһе Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов. Әйткәндәй, төпкөлдә йәшәүселәр ғәҙәттә үҙәктәгеләргә ҡарағанда һайлауҙарҙа күпкә әүҙемерәк ҡатнаша, күҙәтеүҙәргә ярашлы уларҙың 99 проценты тауыш бирә.