Һайлауҙар Башҡортостан буйынса әүҙем һәм тыныс бара, ойоштороусылар төрлө категория граждандары өсөн дә бөтә уңайлыҡтарҙы булдырыуға тырышҡан, тип әйтергә була. Күп кенә журнал уҡыусыларыбыҙ башҡортса бюллетень һорап алып үҙ телебеҙҙә тауыш бирҙек, тип яҙа. Әммә бер нисә урында башҡортса бюллетендәр етмәгән осраҡтар ҙа теркәлгән. Мәҫәлән, Айһылыу Ғибаҙуллина Благовещенскиҙың 6-сы мәктәбендә урынлашҡан участкала башҡортса бюллетень булманы тип хәбәр итте.