Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политолог, сәйәси фәндәр докторы, Башҡорт дәүләт университетының политология кафедраһы мөдире Гайдук Вадим Витальевич һәм эксперт Парфенова Светлана Рафатовна ҡатнашлығында брифинг үтте. Улар быйылғы Президент һайлауҙарының үҙенсәлектәрен билдәләне. Эксперттар әйтеүенсә, был һайлау йәштәрҙең әүҙемлеге, интернет селтәре мөмкинлектәрен киң ҡулланыу менән айырылды. Һайлауҙа ҡатнашыусы йәштәр, студенттар "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге биттәренә, "Инстаграм"да фотоларын күпләп ҡуйҙы, башҡаларҙы ла гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырҙы, тип билдәләне эксперттар.