Һайлау-2018 йәмәғәт матбуғат хеҙмәте иртәнге һигеҙҙән эш башланы. Республика матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә мәғлүмәттәр хеҙмәте иртәнсәктән халыҡты һайлауға бәйле яңылыҡтар менән таныштыра. Райондарҙан хәбәр итеүҙәренсә, һайлау участкаларына халыҡ әүҙем килә. Әйткәндәй, теләүселәр башҡорт телендә бюллетень һорап ала ала.