-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
23 Ғинуар 2018, 18:10

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ғинуар һанына күҙәтеү

1968 йылдың ғинуарында “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тәүге һаны донъя күрә.

1968 йылдың ғинуарында “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тәүге һаны донъя күрә. Шунан алып бына 50 йыл инде ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың, ғаиләләребеҙҙең яҡын дуҫы, кәңәшсеһе. Яратҡан баҫмабыҙҙың әлеге һаны ошо ярты быуатлыҡ матур юбилейға арналған. Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ҡатын-ҡыҙ матбуғатының тарихы һәм редакцияның бөгөнгө хәле, уның алдында торған бурыстар хаҡында бәйән итә. Шулай уҡ яҙмыштары “Башҡортостан ҡыҙы” менән тығыҙ бәйле шәхестәр – Йомабикә Ильясова, Мәрйәм Бураҡаева, Әнисә Таһироваларҙың журналда эшләгән йылдары тураһында йылы хәтирәләре урын алған. Зөһрә Бәшәрованың “Башҡортостан ҡыҙы”на – 50!” бәйгеһе сиктәрендә донъя күргән “Яҡты ҡояш – булмышында” тип аталған яҙмаһы ла үткәндәргә байҡау яһай, Гөлфиә Юнысова хаҡындағы тәьҫораттары менән бүлешә.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына – 110 йыл. Ошо айҡанлы Зәйтүнә Шәрипованың мәҡәләһен уҡып, әҙибәнең йәш сағында яҙған, әлегә бер ҡайҙа ла баҫылмаған көндәлеге менән дә танышырһығыҙ.
“Юлдар саҡыра” рубрикаһы был юлы Ауырғазы районын байҡай. “Башҡортостан ҡыҙы”ның баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ҡатнашҡан әсәлекте, ғаиләне яҡлауға арналған кисәнән репортаж менән Альбина Ғөбәйҙуллина таныштыра. Әйткәндәй, ауырғазылар быйыл “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу планын үткән йылға ҡарағанда өсләтә арттырап үтәп һөйөндөрҙө.
Журналдың тышлығын Өфөлә тыуып үҫкән һылыуҡай, әлеге көндә Мәскәүҙә йәшәгән, Рәсәй Фәндәр академияһы Ҡаты есем физикаһы институты аспиранты Азалия Заһитова биҙәй. Гөлназ Ҡотоеваның “Ҡыҙлы йортта ырыҫ бар” тип аталған мәҡәләһе ғилемгә ынтылған ошо егәрле ҡыҙҙың күңел доньяһын барлай.
“Әҙәби балҡыш” рубрикаһы Айһылыу Ғарифуллинаның заманға ауаздаш шиғырҙары һәм Таңһылыу Вәлиеваның “Көл булайыммы һиңә?” тигән халыҡсан хикәйәһе менән ҡыуандырыр.
“Яҙмыштарҙан көслөрәк”. Был рубрика аҫтында Альмира Кирәева Ҡыйғы районында йәшәүсе 90 йәшен билдәләргә йыйынған Фәүзиә Йосопованың яҙмыш юлдарына күҙ ташлап, оҙон ғүмеренең һәм күңел бөтөнлөгөнөң серен асырға тырыша.
“Ижады һайыҡмаҫ шишмәләй” тигән исем аҫтында Гөлсирә Шафиҡова яҙыусы Тәскирә Даянова хаҡында күңелдәрҙе тетрәндерер яҙмаһын тәҡдим итә.
“Ризыҡ юллап” рубрикаһында “Башҡортостан ҡыҙы”ның тәүге фотографы Вячеслав Стрижевскийҙың мауыҡтырғыс “Өләсәй һабаҡтары” урын алған.
Башҡорт халыҡ кейемен өйрәнеү, тергеҙеү, уҡыусыларыбыҙҙы яңы ижади эштәргә дәртләндереү, йәш быуынды башҡорт халҡына хас баш кейемдәре менән таныштырыу маҡсатында “Башҡортостан ҡыҙы” журналы «Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө менән берлектә “Таҡыя нағышы” бәйгеһе иғлан итә. Шулай уҡ уҡыусылар күңелен яулаған “Әсә йөрәге” бәйгеһе дауам итәсәк. Ике конкурс та журналға даими яҙылған уҡыусылар араһында ойошторола. Бәйгеләрҙә ҡатнашып, бүләктәр отоп ҡыуанығыҙ. Журналға яҙылыу асыҡ: әгәр өлгөрмәһегеҙ, һәр яңы айҙан башлап яҙыла алаһығыҙ.
2 мартта Өфөләге Конгресс-холл бинаһында "БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ" журналы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Киске сәғәт 7-лә башланасаҡ күркәм тамашаға барығыҙҙы ла саҡырабыҙ.
Читайте нас: