-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
22 Декабрь 2017, 17:50

“Башҡортостан ҡыҙы”ның декабрь һанына күҙәтеү

Яңы йыл алдынан ҡулығыҙға алған “Башҡортостан ҡыҙы” журналы һеҙгә, һис шикһеҙ, яҡты байрам кәйефе бүләк итер, мөғжизәгә көйләр, тип уйлайбыҙ.

Яңы йыл алдынан ҡулығыҙға алған “Башҡортостан ҡыҙы” журналы һеҙгә, һис шикһеҙ, яҡты байрам кәйефе бүләк итер, мөғжизәгә көйләр, тип уйлайбыҙ. “Башыбыҙҙы ғорур, кәүҙәбеҙҙе тура тотоп инергә яҙһын сабыйҙай саф, тик өмөттәр менән генә йымылдап үҙенә саҡырған Яңы йылға! Киләһе йылдан сираттағы һандан баҫмабыҙ тантаналы рәүештә 50 йыллыҡ юбилейына аяҡ баҫа. “Башҡортостан ҡыҙы” йыйған яҡты ҡоробоҙҙоң 50 йыл элек тоҡанған усағы һүрелмәҫ, уны үрләтеүҙә һинең дә тос өлөшөң бар, ҡәҙерле уҡыусым!” – тип өндәшә журналды алдырыусыларға баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева ла үҙенең Яңы йыл ҡотлауында.


“Тормошто, кеше күңелендәген, уның кисерештәрен үлсәүҙәргә һалып булмай. Әммә һүҙ ҡеүәтен, рух көсөн, йән йылыһын тойғандар тигеҙлеккә, аһәңгә өлгәшә, йәшәүҙең, ғүмерҙең асылдарын төшөнөү, уларҙың һәр аҙымын, һәр тын алышын изгелек менән һуғарырға этәргес бирә. Яҡты ниәт, ҡанатландырыусы хыялдар менән йәшәгән аҫыл заттың үлсәүе тик яҡшылыҡ яғында, тынғыһыҙ йөрәге тик изгелек юлында", – тигән юлдар Өфө ҡалаһы 51-се поликлиникаһының профилактикалау бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәйлә Һиҙиәт ҡыҙы Ниғмәтуллинаның булмышын асып һала. Аҡ халатлы, аҡ күңелле был ханым хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның “Үлсәүҙәргә һалып яҙмышты” тигән мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.


“Рухыбыҙҙы байытаһың, “Байыҡ”! – халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыусы, милли ғорурлығыбыҙ булған бейеүҙәребеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөшө индергән “Байыҡ” конкурсы хаҡында Гөлдәр Сәлихованың яҙмаһы шулай тип атала. Ун йыл рәттән үткәрелгән “Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусыларының республика телевизион бәйгеһе быйыл да бейеү сәнғәтенә ғашиҡ халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен үҙенә йыйған, яңы исемдәр асҡан – һүрәтләмә шул турала.

Һәр ғәмәлдең нигеҙендә теләк ята. Тик теләктәрҙе дөрөҫ теләй беләбеҙме? Теләк теләү, доға уҡыу – Аллаһты иҫкә алыу, йәғни зекер ҡылыу үҙе бер матур ғибәҙәт. Шулай уҡ оло сауаптарға өлгәшеү юлы ла. “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһын даими алып барыусыһы Фәнирә Ғайсина “Теләк теләү сере” менән бүлешә.


“Баймаҡ төбәгенең данлыҡлы сәнғәт оҫталарынан һаналған Туйсиндар династияһының аҫыл ҡыҙы Фирүзә Париждың тауышында күңелдең тәрән төпкөлдәренә үтә алырлыҡ, борондан килгән ҡайтауаздай тетрәндергес бер сың бар” – тип тасуирлай Гөлнара Хәлфетдинова йырсы Фирүзә Париждың сихри моңон. “Фиҙакәрлек – ҡанында” тигән мәҡәләһендә ул Башҡортостан артистарынан тик башҡортса ғына концерттар ойоштороп, гастролдәрҙә йөрөүсе йырсының бөгөнгө башҡорт эстрадаһын үҫтереү өсөн һалған оло тырышлығын бәйән итә.


“Игелеккә ынтылыусылар ҡәлебендә йондоҙҙай иман нуры йымылдап, бәрәкәткә юл күрһәтә. Аңы, күңел ихтыяжы, булмышы менән яҡшылыҡ, яҡтылыҡ һағында булғандарҙың имандары көсәйә һәм йәндәре тулған айҙай ҡөҙрәтле балҡышҡа сорнала.Ундайҙар Аллаһ рәхмәтендә йәшәй, ауырлыҡтар ҙа, тормош мәшәҡәттәре лә ҡаршылыҡтай ҡабул ителмәй улар өсөн, рухи камиллыҡҡа өлгәшкәндәр бәхеттең һәр сатҡыһын тойоп, тирә-яҡҡа шәфҡәтлелек нуры тарата”, – тип яҙа Альбина Ғөбәйҙуллина “Иң ҙур байлыҡ – иман” тигән мәҡәләһендә. Ул йәшәйеште йөрәк көсө һәм инаныуы менән мөғжизәләй балҡытҡан ғаилә – Мәләүез районы Туғайлы ауылында ғүмер итеүсе, һәр көнө изгелек, мәрхәмәт ҡылыуҙан ғибәрәт булған Хәфизә һәм Рәйес Мөхәмәтшиндар менән таныштыра.


Журнал эсендәге 2018 йыл календарын биҙәүсе ике гүзәл – Регина Маркелова менән Луиза Хәлфетдинованы күптәр апалы-һеңлеле тип уйлай. Ҡан туғандар булмаһалар ҙа, уларҙың күңелдәре игеҙ. Улар – билдәле тета-практиктар, йәғни төпкөл аң аша кешеләрҙең тормошон көйләй белеүселәр. Кемдәр ул серле һылыуҙар, әлеге ижадкәр хеҙмәттәренә улар нисек килгән? Быны Гөлнара Әхмәҙуллинаның “Мөғжизә бар ул тормошта” тигән мәҡәләһенән белерһегеҙ.


Бөтә ғүмерен балаларға арнаған мөғәллимә, хаҡлы ялға сыҡҡас, күңелен ижадҡа йүнәлтеп, үҙнәшер менән ике йыйынтыҡ сығара. Учалы районы Ураҙ ауылында йәшәүсе Фәриҙә Ситдиҡованың “Хыялдағы атай” тигән хикәйәһен уҡығанда уның тормошсанлығынан, һутлы теленән арбалаһың, самими сабыйҙың тәрән кисерештәрен, һыҙланыуҙарын йөрәгеңә алып, тетрәнәһең, уйға ҡалаһың һәм бик оҙаҡ шул тәьҫораттар солғанышында йөрөйһөң…


Тупһабыҙға Эт йылы аяҡ баҫырға тора. Ул ниндәй булыр тип көтөлә? Эт йылында тыуғандарға ниндәй сифаттар хас? Гөлшат Ҡунафина шул турала бәйән итеп, киләһе йылдың хужалары – халыҡ яратҡан шағирә, композитор, драматург Зөһрә Фәйзуллина, арҙаҡлы ғалим Ғиниәт Ҡунафин, билдәле актерҙар Илдар Ғүмәров һәм Зилә Сәйетова, йәш йырсы Сабина Кучаева менән йәнле һөйләшеү ҡора.


Йыл дауамында уҡыусыларыбыҙҙы милли кейем һәм аксессуарҙар эшләү сере менән уртаҡлашҡан Асия Ғәйнуллина был һанда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зиннәтле биҙәүесе – һаҡал яһарға өйрәтһә, БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы Азат Ғарипов йәнә бер биҙәүес – мәрйендәр хаҡында һөйләй.


Эстрадабыҙҙың һоҡланғыс парҙарының береһе – Зилә һәм Хәсән Усмановтар әҙерләгән көнсығышса Яңы йыл табыны ла хужабикәләр күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ.


Йылды йомғаҡлап, журнал иң әүҙем эшләүсе авторҙар араһынан үҙенең лауреаттарын билдәләй. Бына улар – “Башҡортостан ҡыҙы”ның 2017 йылғы лауреаттары: “Тимер лейка” тигән хикәйәһе өсөн яҙыусы Гөлнара Мостафина, ҡатын-ҡыҙ һәм ғаилә һаулығын хәстәрләгән көнүҙәк яҙмалары өсөн табип-гинеколог Рәүфә Йәнтилина, милли ҡомартҡыбыҙ булған биҙәүестәр үҙенсәлеген аңлатыуға арнаған мәҡәләләре өсөн башҡорт кейеме һәм аксессуарҙары оҫтаһы Асия Ғәйнуллина, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” рубрикаһында даими донъя күргән йөкмәткеле һәм фәһемле мәҡәләләре өсөн журналдың яуаплы секретары Альбина Ғөбәйҙуллина! Лауреаттарҙың һөйөнөстәрен уртаҡлашып, киләсәктә лә уларға ижади бейеклектәр теләйбеҙ!
Читайте нас: