-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
30 Март 2025, 07:00

Ураҙа байрамы менән!

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм мосолмандар өсөн иң төп байрамдарҙың береһе – Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ураҙа байрамы менән!
Ураҙа байрамы менән!

Ураҙа кешеләрҙә сабырлыҡ, тыныслыҡ, яратыу, ҡайғыртыусанлыҡ хисе тәрбиәләй. Башҡортостан халҡына миһырбанлылыҡ, ғәҙҙеллек, имен тор­мошҡа ынтылыу, кешеләргә шәфҡәтле, мәрхәмәтле булыу кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хас. Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс, игелек һәм мөхәббәт нуры өҫтә­һен! Һәр өйгә бәрәкәт, һәр ғаиләгә һаулыҡ теләйбеҙ. Тормошоғоҙ яҡты, иман нуры менән тулһын, ураҙаларығыҙ ҡабул булһын!

Һеҙгә ихлас күңелдән иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслык һәм именлек теләйбеҙ! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас