“Ысынында беҙ уны (Ҡөрьәнде) Ҡәҙер төнөндә индерҙек. Ҡәҙер төнө мең айҙан да хәйерлерәктер. Ул төндө Аллаһтың теләге менән барса әмерҙәр менән фәрештәләр Рух (Ябраил) инә. Ул таң беленгәнсе именлектер” (“Ҡәҙер” сүрәһе). Был төн Аллаһ ҡаршында иң ҡиммәтле һәм иң хөрмәтле төндөр. Ҡәҙер төнөндә йыл әйләнәһенең яҙмышы тәҡдир ҡылына. Аллаһы Тәғәлә әйтте: “Ул төндә һәр бер хикмәтле эш бүленә. Ул төндә Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдарына тағы ла мәрхәмәтлерәк, тағы ла йомартыраҡ, тағы ла рәхимлерәк була”. Был төндә кешеләрҙең йәшәү энерияһы тағы ла арта.
Ҡәҙер төнө ҡасан була?
Был төн Рамазан айында була. Әммә тәғәйен ҡайһы көн икәнлеге сер булып ҡала. Берәүҙәр Ҡәҙер төнөн Рамазан айының 21-се көнөндә тиһә, икенселәр 23, 25, 29-ы тиҙәр. Күбеһе 27-һе тигән фекерҙә. Мөхәммәт (с.г.в.с.) кем уларҙы уяу үткәрә, Аллаһ уның ҡылған һәм ҡыласа гонаһтарын кисерә. Был да таҡ һанлы төндә. Туғыҙынсы, етенсе, бишенсе йәки өсөнсөһөндә, тине.
Ҡәҙер төнөнөң ғәләмәттәре
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.с.) әйтте “Ҡәҙер төнөнөң ғәләмәттәренән, ул яҡты ай кеүек, саф, нурлы, тыныс, имен, һалҡын да, эҫе лә түгел, был кистә яуым-төшөм булмаҫ. Һәм ул төндө бер йондоҙға ла атырға хәләл түгел”. “Ул көндөң ҡояшы нурһыҙ, тулы ай кеүек”. Шайтанға ул көндө ҡояяш менән сығырға хәләл булмай. Был кистең , башҡа кистәрҙән айырмалы рәүештә, үҙенең нуры бар.
Ҡәҙер кисен нисек ҡаршыларға?
Был кисте позитив фекер менән ҡаршы алырға кәрәк. Аллаһ беҙ һораған һәр әйберҙе бирергә ҡҙрәтле. Үҙебеҙҙең доғаларыбыҙҙа, эштәребеҙҙә Аллаһтың рәхмәтенә өмөтлө булыу лазым.