-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
3 Ғинуар 2025, 12:10

Төшөнкөлөк касафаты

Беҙ хәҙер заман ахырында, донъя буталсыҡ саҡта йәшәйбеҙ. Шуғалыр ҙа инде интернет, гәзит биттәренән, таныштарыбыҙҙан көн дә тиерлек «стресс», «депрессия», «паникалы атака» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Айырыуса йәштәр һәм урта йәштәгеләр шундай хәлдәргә тарый. Ниңә кешеләр төшөнкөлөккә, өмөтһөҙлөккә бирелеп, күңел ғазаптары кисерә һуң?

Төшөнкөлөк касафаты
Төшөнкөлөк касафаты

Дөрөҫөн әйткәндә, сәбәптәре аңлашыла: былар – ислам динен белмәүҙең, наҙанлыҡ касафаты. Ҡөрьән менән хәҙистәрҙе уҡыған мосолмандар ундай күңел торошо нилектән икәнен белә. Кем, Аллаһты онотоп, зекерҙә йөрөмәһә, намаҙ ҡылмаһа, уҡынмаһа, таҙарынмаһа, уның юлдашы ен-шайтан була.

Шайтандар кешеләргә эйәләшә, төрлө һағышлы, күңелһеҙ уйҙар уйлатып, төшөнкөлөккә бирелдереп, күңелдәрен бутауын дауам итә – ҡаты хәсрәткә һала. Тәрән ҡайғы ҙурыраҡ уңышһыҙлыҡтарға батыра. Был хәл, кеше иманын юғалтып, көфөргә әйләнгәнсе йәки үҙ-үҙенә ҡул һалғансы дауам итергә мөмкин. Ә әгәр кеше Аллаһты иҫенә төшөрһә, зекер ҡыла башлаһа, шайтандар ҡаса.

Динде яҡшы аңлаған мосолмандар бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, сөнки Аллаһ уларҙы һәр саҡ күргәнен, ярҙам иткәнен һәм һис ҡасан ярҙамынан ташламаясағын белә.

Ә Аллаһтан йыраҡ бәндәләр был донъя менән генә йәшәй, һис кәрәкмәгән ваҡ мәшәҡәттәр менән баштарын бутап, ваҡыттарын заяға уҙғара. Күп нәмәне исраф итеп, хата эшләйҙәр, артығы менән үҙҙәренә зыян ҡылалар һәм шул сәбәпле рухи бушлыҡҡа тәгәрәйҙәр. Ҡылған ғәмәлдәренә йәндәре, рухтары үҙ-үҙҙәренә риза булмай өҙгөләнә

башлай. Кемдер имтихан бирә алмаған, бурысҡа батҡан, кемдер ниндәйҙер гонаһ ҡылған һәм быны кемгәлер әйтергә ояла һәм күңелендә ғазап кисерә. Әммә шуны белеү мөһим: был донъяла Аллаһ ғәфү итмәҫлек гонаһ юҡ, ширктән, йәғни Аллаһҡа тиңдәш килтереүҙән башҡа. Был хаҡта «Әз-Зүмәр» сүрәһендә: «Әйт: «Эй, Минең үҙҙәренә үҙҙәре зыян килтергән ҡолдарым! Алланың рәхмәтенән өмөт өҙмәгеҙ! Ысынлап та, Аллаһ гонаһтарҙың барыһын да ғәфү итә! Ул ярлыҡаусы һәм рәхимле бит!» (39:53) – тиелгән.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, яҙмышта осраған ҡыйынлыҡтар – улар һынау ғына. Ерҙәге был ғүмер фани, йәғни ваҡытлыса, ҡыҫҡа ғына. Барыһы ла үтә, ауырлыҡ артынан һәр ваҡыт еңеллек килә. «Әл-Инширах» («Ярып асыу») сүрәһендә: «Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек бит, ысынлап та, ауырлыҡтан һуң еңеллек бит!» (94: 5-6) – тиелгән.

Әгәр кемдер ауырыһа, ҡайғы-хәсрәт күрһә, әммә сабыр булһа, бының өсөн Аллаһ Тәғәлә уның гонаһтарын ғәфү итә, әжер-сауаптарын яҙа. Кешегә бер ваҡытта ла өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Тәү сиратта үҙеңде бар ҡылған Аллаһыңа, исламға ҡайтыу зарур. Аллаһты зекер итеп кенә күңел тыныслыҡ таба. Ауыр саҡта Раббыңа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унан ғына ярҙам, еңеллек һорау лазым. Аллаһ рәхимле, мәрхәмәтле һәм һис шикһеҙ һәр изге йәнгә ярҙам итә!

Әлбиттә, шайтандар баҫып алһа, баш эшләмәй, аң томаланған саҡта кеше яҡшылап фекерләй алмай.

Ошо хәлдән ҡотолор өсөн, тәһәрәт, ғөсөл алыу, «Әлхәмдүлилләһ», «Әстәғфируллаһ», «Лә иләһә иллаллаһ» тип ҡыҫҡа зекерҙәрҙе әйтеп, Ҡөрьән уҡыу, намаҙ ҡылыу мөһим.  Шулай уҡ Раббыбыҙ биргән сикһеҙ ниғмәттәрҙе иҫкә алып, Аллаһҡа шөкөр итеү һәм гел яҡшы уйҙа йөрөү йәнгә тыныслыҡ бирер, уңышҡа юлды асыр.

Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләмдән риүәйәт ителгән: «Белегеҙ! Еңеү сабырлыҡтан һуң килә, еңеллек – ауырлыҡтан һуң!»

 

Фәнирә ҒАЙСИНА.

Автор:
Читайте нас