-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
16 Декабрь , 20:29

Бурыстан һаҡланайыҡ!

Бурыстың төрлөһө була, матди ғына түгел, әҙәп-әхлаҡ бурыстары ла бар. Ата-әсәләрҙе ҡарау, туғандарға, күршеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыу – былар ҙа беҙҙең бурыс. Шулай уҡ яҡындарға, дуҫтарыбыҙға, ярлыларға хәлебеҙҙән килгәнсә матди ярҙам да күрһәтергә тейешбеҙ. Хәйер, саҙаҡа биргәндән тыш, әгәр ҙә беҙҙән аҡса йәки икенсе берәй нәмә һорап торһалар, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышабыҙ.

Бурыстан һаҡланайыҡ!
Бурыстан һаҡланайыҡ!

Динебеҙ бурысҡа биреүҙе хуплай, был сөннәт һанала. Шул уҡ ваҡытта, сәбәбенә ҡарап, бурыс та ваджиб, мәкрух һәм харамға бүленә. Мәҫәлән, кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн, операция эшләтергә аҡса биреү ваджиб һанала. Хәлеңдән килһә, мотлаҡ түләргә тейешһең, тимәк. Кемдеңдер хәлен еңеләйтһәң, Аллаһ һинең дә хәлеңде еңеләйтә, Яуап көнө ҡурҡынысынан һаҡлай. Ваҡытында бирә алмаған кешенең бурысын кисектереп торһаң, йә ғәфү итһәң, миһырбанлыҡ күрһәтһәң, Аллаһтың мәрхәмәтенә өлгәшәһең.

Әгәр ҙә аҡсаны арлы-бирлегә туҙҙырыр өсөн һорап торалар икән, был – мәкрух ғәмәл, бурысҡа  бирмәү  хәйерле. Ә иҫерткес эсемлек алыр йәки отошло уйын өсөн һорап торһалар, был осраҡта бирмәү хәйерле, сөнки харамы көслө. Шулай уҡ аҡсаны «процентҡа» биреү ярамай! Йәғни байығыу өсөн арттырып түләтеү гонаһ һанала.

Динебеҙҙә бурысҡа биреүҙең үҙ ҡағиҙәләре бар, Ҡөрьәндә был хаҡта «Әл-Бәҡарә» сүрәһендә түбәндәгеләр бәйән ителә: «282. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр билдәле ваҡытҡа ҡәҙәр бер-берегеҙҙән бурыс алһағыҙ, уны яҙып ҡуйығыҙ. Һәм арағыҙҙан берәй яҙыусы ғәҙел итеп яҙһын. Яҙыусы Аллаһ өйрәткәнсә яҙыуҙан ҡарышмаһын, ул яҙһын, ә өҫтөндә йөкләмә булған кеше әйтеп торһон, Раббыһы Аллаһтан ҡурҡһын, унда бер нәмә лә кәметмәһен. Әгәр өҫтөндә йөкләмә булған кеше зәғиф аҡыллы йәки көсһөҙ булһа, йәки үҙе әйтеп яҙҙыра алмаһа, уның яҡыны ғәҙел итеп әйтеп яҙҙырһын. Шаһит итеп арағыҙҙан ике ирҙе алығыҙ. Әгәр ике ир булмаһа, бер ир һәм шаһит булыуҙарына үҙегеҙ риза булған ике ҡатын алығыҙ, уларҙың береһе яңылышһа, икенсеһе иҫенә төшөрһөн өсөн. Саҡырылған ваҡытта шаһиттар ҡарышмаһын; бурыстың бәләкәйен дә, ҙурын да билдәле ваҡытҡа ҡәҙәр яҙыуҙан ялҡмаһындар. Был Аллаһ ҡаршыһында ғәҙелерәк, шаһитлыҡ өсөн тоғрораҡ һәм һеҙгә шикләнмәҫ өсөн яҡыныраҡ. Әгәр был һеҙ үҙ-ара йөрөтә торған ҡул аҡсаһына һатыу итеү генә булһа инде – ул саҡта яҙышмаһағыҙ ҙа гонаһ юҡ. Үҙ-ара һүҙ ҡуйышҡанда шаһиттар булдырығыҙ. Шаһитҡа ла, яҙыусыға ла зарар килтерелмәҫкә тейеш: әгәр быны эшләһәгеҙ, был – һеҙҙәге боҙоҡлоҡ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ; Аллаһ һеҙҙе өйрәтә, Аллаһ һәр нәмәне белә! 283. Әгәр юлда булһағыҙ һәм яҙыусы тапмаһағыҙ, рәһендәр алына. Һеҙҙән кем дә булһа икенсе берәүгә ышанһа, ышанған кеше аманатын ҡайтарһын һәм үҙ Раббыһынан ҡурҡһын. Шаһитлығығыҙҙы йәшермәгеҙ, әгәр берәү йәшерһә, ул  – күңеле гонаһлы йән, ә Аллаһ – һеҙ эшләгәнде белеүсе!» – тиелгән. Артабан: «Аллаһҡа, Аллаһ уны күп тапҡыр арттырһын өсөн, кем яҡшы бурыс бирер? Аллаһ тормошто тар ҙа итер, киң дә итер һәм һеҙ Уға ҡайтарылырһығыҙ!» (2:245).

Ошондай хәҙис бар: «Әгәр бер кеше үҙенә бурыслы булған кешегә ваҡыт бирһә, һәр көндө шул аҡсаһы ҡәҙәр саҙаҡа ҡылғандың сауабын алыр. Әгәр вәғәҙә көнө еткәс, йәнә ваҡыт бирһә, һәр көн өсөн шул аҡса ҡәҙәр ике өлөш саҙаҡа ҡылғандың сауабын алыр» (Әхмәд, Ибн Мәджәһ). Тимәк, мосолман кешеһе берәүгә күпмелер һум аҡса биреп тора икән, уға көн дә ошо хаҡ кимәлендә сауап яҙыла бара. Һөйләшелгән көнө килеп етеп тә, бурысты ҡайтармаһалар, кисектерһәләр, сабыр иткән мосолманға был хаҡтың сауабы икеләтә арттырыла. Мәҫәлән, 100 һум аҡса биреп торған икән, ҡайтарып бирергә тейешле көнгә тиклем көн дә уға 100 сауап яҙыла бара, ә ул көндән һуң 200 сауап яҙыла башлай.

Тормошта төрлө хәл була, ҡайһы берәүҙәр кемдәндер бурысҡа аҡса йә әйбер алып торорға мәжбүр. Әммә мосолман кешеһе бурысҡа алырға тырышмаҫҡа тейеш. Үҙенең ҡул аҫтында булған мөлкәте менән ҡулланырға һәм һис йәшәрлек мөмкинлеге ҡалмағанда ғына, һуңғы сиктә генә бурысҡа аҡса йәки башҡа нәмә һорай ала. Шул уҡ ваҡытта бурысты һөйләшелгән көнгә кире ҡайтарып бирергә ихлас ниәтләнергә кәрәк, сөнки был ғәмәлендә уға Аллаһ ярҙам итәсәк. Әгәр кире ҡайтарып бирергә уйы булмаһа, гонаһҡа батасаҡ һәм Аллаһ уны юҡҡа сығарасаҡ. Икенсе хәҙистән билдәле булыуынса: «Кем дә кем кире ҡайтарырға уйламай бурысҡа ала икән, Аллаһтың ҡаршыһына бур булараҡ килеп баҫасаҡ» (Ибн Мәджәһ).

Шулай уҡ бурыслы кеше аҡса сығымдары талап иткән сауаплы эштәрҙе башҡара алмай, мәҫәлән, хәйер-саҙаҡа бирә, хажға бара алмай. «Ғаилә ағзалары мохтажлыҡ кисергән бурыслының хәйере ҡабул булмаҫ», – тигән пәйғәмбәребеҙ. Бурысын түләй алып та, түләмәй, һуҙып йөрөгән кешегә көн дә залим (притяснитель) гонаһы яҙыла бара (Ат-Табарани).

Бурыс алған ваҡытта шул хаҡ кимәлендә ниндәйҙер әйбер (залог) ҡалдырырға рөхсәт ителә. Был осраҡта икеһенең дә күңеле тыныс буласаҡ. Әгәр ҙә кеше бурысын ваҡытында ҡайтара алмай икән, ҡалдырған әйбере уның хаҡын ҡаплай һәм гонаһ булмай. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм бер йәһүдтән бурысҡа аҡса алғанында, уға тимер күлдәген (кольчугаһын) ҡалдырып торған.

Шуны әйтер кәрәк: бурыс-тарын ваҡытында биреп өлгөрмәй, әхирәткә күскән осраҡтар ҙа була. Раббыбыҙ беҙгә бар гонаһтарҙы ғәфү итә, тик бурысты ғына ғәфү итмәй. Хатта шәһит булып үлгәндәрҙең бөтә гонаһтары ғәфү ителгән хәлдә лә, бурыс-тары ғәфү ителмәй, йәне ошо бурысына бәйле ҡала, туғандары уның бурысын түләгәнсегә ҡәҙәр. Шуға кемдер мәрхүм булһа: «Уның бурыстары бар инеме?» – тип һорайҙар һәм туғандарына бурыстарын таратып бирергә ҡушалар.

Фәнирә ҒАЙСИНА.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 

Фото: https://clck.ru/3FGU9K 

Автор:
Читайте нас: