0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
8 Ноябрь , 16:18

Тормош юлдашыңды тап!

Йәмғиәтебеҙҙә ғаилә ҡормаған егеттәр, ҡыҙҙар һаны йылдан-йыл арта ғына. Ысынлап та, был күренеш хәҙер ауыр мәсьәләгә әйләнде. Яңғыҙҙар үҙҙәренә оҡшаған кешене осрата алмағанына зарлана. Йылдар буйы эҙләйҙәр, танышыу өсөн төрлө сәбәптәр ҡылалар: кинотеатрға, спектаклгә, кафеларға йөрөйҙәр. Әммә ваҡыт үтә, ә кәрәкле юлдаш һис осрамай. Кешегә нисек буласаҡ хәләл ефетен табырға һуң? Ә уның юлы еңел генә – ни бары Аллаһтан һорарға ғына кәрәк! Бар нимә – Аллаһтан, Ул – Биреүсе. Ә йәштәр, был хаҡта онотоп, доға ҡылмай, Аллаһҡа табынмай.

Тормош юлдашыңды тап!
Тормош юлдашыңды тап!

Раббыбыҙға мөрәжәғәт итеп, үҙегеҙгә ниндәй кеше кәрәк, шундайҙы һорау бәхеткә юл аса. Миҫал өсөн, ябай телдә әйтелгән теләкте килтерәйек: «Йә Аллаһ! Миңә яҡшы нәҫел-нәсәптән булған, хәләл һөт имеп үҫкән, тәртипле, тәүфиҡлы, иманлы, ғилемле, һау-сәләмәт тормош юлдашын насип ит! Мыжыҡ, аҙғын, көнсөл һәм башҡа яман ғәҙәттәре булғандарҙы ҡаршыма сығарма! Намаҙ әһелен, динебеҙҙе һәйбәт белгән, күркәм холоҡло, мине яратҡан, ҡәҙер-хөрмәт иткән, миңә һәм туғандарыма яҡшы мөнәсәбәттә, ярҙамсыл, ихтирамлы булғанды насип ит!» – тип һорарға мөмкин.

Ата-әсәләр ҙә, балаларына иманлы тормош юлдаштары һорап, гел доға ҡылып торорға тейеш, сөнки әсәйҙәрҙең сабыйына ҡылған доғаһы ҡабул булғанлығы барыһына ла билдәле. Шулай уҡ ата-әсәләр үҙҙәре балаларының киләсәген уйларға, улар өсөн тәрбиәле иптәш эҙләргә, өйләндерергә тейеш – был уларҙың бурысы. Бәлиғ булғандарҙы иртәрәк башлы-күҙле итергә тырышыу, никахландырыу йәштәрҙе шайтан үәс-үәсәһенән, йәғни гонаһ ҡылыуҙан, аҙғынлыҡтан һаҡлаясаҡ. Икенсенән, был сауаплы ғәмәл дә.

Аллаһ Тәғәлә беҙҙең тәҡдирҙәрҙе Үҙе белә. Бөтәбеҙгә лә яҙмыш алдан яҙылған, кемдең ҡасан никахланыры, кемгә, ниндәй кешегә кейәүгә сығыры, кемде кәләш итеп аласағы тураһында. Ҡөрьәндә был хаҡта түбәндәгеләр әйтелгән, «Ән-Нәбә» («Хәбәр») сүрәһендә: «...Беҙ һеҙҙе ишле итеп яраттыҡ», – тиелгән (78:8). «Ән-Нур» («Нур») сүрәһендә: «Зина ҡылған ир зина ҡылған ҡатынға йәки күп илаһтарға табынған ҡатынға ғына өйләнер, зина ҡылған ҡатын зина ҡылған иргә йәки күп илаһтарға табына торған иргә генә сығыр, ә иман килтергән кешеләргә был харам ҡылынған» (24:3). Шул уҡ сүрәлә: «Бысраҡ ҡатындар – бысраҡ ирҙәргә, бысраҡ ирҙәр – бысраҡ ҡатындарға, һәм саф ҡатындар – саф ирҙәргә, һәм саф ирҙәр – саф ҡатындарға...» – тиелгән (24:26). Әлбиттә, әҙәм балаһы гонаһлы булһа ла, һәр кем үҙенә яҡшы, тәүфиҡлы тормош юлдашын һайларға теләй. Әммә бының өсөн башта ихлас үкенеп, күп тәүбәләр ҡылып, «Тәүбә» намаҙы уҡып, гонаһ-хаталарҙан таҙарыныу, тура юлға баҫыу мотлаҡ. Аллаһ Тәғәлә гонаһтарыңды ғәфү итһә, шул саҡта һеҙгә лә иманлы хәләл ефет бирер.

Динебеҙ буйынса егет өйләнер алдынан ҡыҙҙың матурлығына, байлығына түгел, ә иманына ҡарарға тейеш. Өйләнер йәки кейәүгә сығыр алдынан «Истихара» намаҙы уҡып: «Был кеше минең өсөн, ғаиләм, динем, киләсәгем өсөн хәйерлеме? Хәйерһеҙ булһа, уны минән йыраҡ ҡыл! Динем, иманым өсөн яҡшы булһа, уны миңә хәләл ефетем ит!» – тип Аллаһтан һораһа, уңыр.

Һәр кем өсөн һәйбәт ир йәки ҡатын табыу – үтә мөһим мәсьәлә, сөнки   тәрбиә асылы, нәҫелдең ҡотон һаҡлау һәм арттырыу ғаиләнән башлана. Алама кешегә юлыҡһаң, үҙеңдең бәхетһеҙ булыуың, балаларыңдың да насар холоҡло булып үҫеүе, киләсәктә уларҙан ғазап күреп йәшәүең ихтимал. «Ҡарғанан ҡарға тыуа, һайыҫҡандан – һайыҫҡан», «Ҡарғанан һандуғас тыумай», – тигән боронғолар.

Ғаиләлә, ғөмүмән, ике донъяла ла бәхеткә өлгәшеүебеҙ кемде тормош юлдашы итеп һайлауыбыҙға туранан-тура бәйле. Тыныс, имен, матур ғүмер итеү өсөн күркәм холоҡло, камил иманлы инсанды һайлау зарур. Әгәр ҙә күңелдә ниндәйҙер шик-шөбһә бар икән, ул ваҡытта ашыҡмаҫҡа, һынап ҡарарға йәки бәйләнеште бөтөнләй туҡтатырға кәрәк.

Аллаһ Тәғәлә яңғыҙҙарҙың доғаһын ҡабул ҡылһын, һәр кемгә үҙ ишен бирһен! Уларға үҙҙәренең никах туйҙарын күреп, шатланып, иҫәнлек-һаулыҡта йәшәргә, ғаилә бәхетен күрергә насип итһен! Никахлашыусыларға милләтебеҙгә, илебеҙгә файҙа килтерерлек аҡыллы, сәләмәт, яҡшы балалар бирһен! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: