-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
26 Сентябрь , 15:29

«Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – маҙар...»

Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙе төрлөсә һынай: берәүҙәр хәйерселектән интегә, икенселәр – яңғыҙлыҡтан, ә ҡайһы бер ғаиләләр, балалар булыуын теләп, йылдар буйы дауаханаларҙа йөрөй. Улар, яҙмыштары менән риза булмай, ауырлыҡтарға түҙмәй, төшөнкөлөккә бирелә башлай. Ә мосолман кешеһе, быларҙы үҙенә Раббыһы тарафынан ваҡытлыса бирелгән һынау икәнен аңлап, булғанына шөкөр итеп йәшәй һәм өмөтөн өҙмәй.

«Балалы  өй – баҙар,  балаһыҙ  өй – маҙар...»
«Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – маҙар...»

Балаһыҙлыҡ ул ир менән ҡатындың ҡылған гонаһтары һөҙөмтәһе лә булыуы мөмкин. Шуның өсөн дә уйланып, тәү сиратта тәүбәгә килергә кәрәк. Тормошта ниндәй генә һынау булһа ла, башта күп тапҡыр тәүбәләр ҡылып, Аллаһ биргән сикһеҙ ниғмәт-бәрәкәттәргә көн дә шөкөрҙө арттырыу яҡшы. Был хаҡта «Нух» сүрәһенең 10–12-се аяттарында: «Һәм әйттем: «Раббығыҙҙан ғәфү итеүҙе һорағыҙ, Ул – ярлыҡаусы, Ул күктән ямғыр ебәрер, һеҙҙе малдар һәм балалар менән байытыр, һеҙгә баҡсалар яһар һәм һеҙгә йылғалар ағыҙыр», – тиелгән.

Нимәгә мохтажлыҡ кисерһәң, шуны Аллаһтан һорарға кәрәк. Балаһыҙ ғаиләләргә лә сабыйҙы тәү сиратта табиптан түгел, ә Аллаһтан һорау фарыз, сөнки бар нимәнең Хужаһы – Аллаһ! Биреүсе – Аллаһ Тәғәлә! Аллаһ: «Бул!» – тиһә, насип була ла ҡуя. «Әл-Ғәнкәбут» («Үрмәксе») сүрәһенең 19–20-се аяттарында: «Улар Аллаһтың башта нисек барлыҡҡа килтергәнен, унан һуң шуны ҡабатлағанын күрмәнеләрме ни? Ысынлап та, Аллаһҡа был еңел! Әйт: «Ер йөҙөндә йөрөгөҙ, Уның нисек беренсе тапҡыр барлыҡҡа килтергәнен ҡарағыҙ, шунан Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә ахырғы тапҡыр барлыҡҡа килтерер. Ысынлап та, Аллаһ Ҡадир, һәр нимәгә Көсө етеүсе!» – тиелгән. Шуға бала булһын өсөн, башта Раббыбыҙға инанырға, намаҙ, доғалар ҡылып һорау лазым. Доға ҡабул булһын өсөн, уның ҡабул булырына тулыһынса ышанып уҡыу зарур, өҫтәге кейем, ашаған ризыҡ хәләл булып, тәһәрәтле, ғөсөллө килеш.

Дин буйынса, балаһыҙ ҡатындарға «Әл-Әнбиә» («Пәйғәмбәрҙәр») сүрәһендә бирелгән 21-се аятты, Зәкәрийә пәйғәмбәрҙең доғаһын уҡырға тәҡдим ителә: «Рабби ләә тәҙәрнии фардәү-үә әнтә хайруль-үәәриҫиин» (Аңлатмаһы: «Раббым, мине яңғыҙ (балаһыҙ) ҡалдырма, Һин вариҫтарҙың иң яҡшыһы бит, барса тереклек үлә торған донъяла Һин генә мәңгелек!»).

Шулай уҡ, Зәкәрийә пәйғәмбәрҙең икенсе доғаһы ла бар: «Рабби һәб лии мил-ләдүнкә ҙүрриййәтән таййибәтән иннкә сәмиғүд-дүғәә» (Аңлатмаһы: «Раббым! Миңә Үҙ тарафыңдан яҡшы нәҫел (бала) бир, Һин  доғаны ишетеүсе бит! » («Әлү Ғимран» («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 38-се аят).

Йөккә ҡалыр өсөн Ибраһим пәйғәмбәрҙең доғаһын уҡып: «Рабби һәб лии минәс-салихиин» («Раббым, миңә изгеләрҙән булған бала бүләк ит!») – тип тә һорарға кәрәк («Әс-Саффат» («Сафта тороусылар») сүрәһенең 100-сө аяты).

Бала теләгән ҡатын 7 көн ураҙа тотоп, һәр ифтар (ауыҙ асыу) алдынан Аллаһтың 99 исемен: «Йә Халиҡ»,  «Йә Бәри», «Йә Мүсаүүир», – тип 21 тапҡыр әйтеп һыуға өрөп эсһә, сабыйға уҙасаҡ. Иманлы, тыңлаусан бала тыуһын өсөн ир менән ҡатын йоҡлар алдынан Аллаһтың «Йә Мүтәкәббиру» (Ғорур, барлыҡ йән эйәләренән өҫтөн, берҙән-бер ысын Бөйөклөктөң эйәһе), «Йә Нәфиғү» («Файҙа биреүсе») тигән исемдәрен күп тапҡыр ҡабатларға тейеш. Шулай уҡ бала булһын өсөн «Йә Раззаҡҡу» (ниғмәттәрҙе Бар ҡылыусы һәм Үҙенең барлыҡҡа килтергән йән эйәләренә Таратыусы), «Йә Үәһһәәбү» (Биреүсе, Ниғмәт эйәһе) тигән исемдәрен зекер итеп йөрөү яҡшы.

Ҡатындың ауыры төшмәһен, бала ваҡытынан алда тыумаһын өсөн, таңда (сәхәр ваҡытында), иртәнге намаҙға хәтлем, ир кеше ҡулын ҡатынының эсенә һалып, Аллаһтың «Йә Мүбдиғү» (Башлаусы, бар нимәне бар Ҡылыусы) исемен 99 тапҡыр ҡабатларға тейеш.

«Әш-Шүра» сүрәһенең 49–50-се аяттарында: «Күктәрҙә һәм Ерҙә батшалыҡ — Аллаһтыҡы. Ул теләгән нәмәне барлыҡҡа килтерә, теләгән кешегә —  ҡыҙ, теләгән кешегә ир балалар бирә. Йәки уларға ир бала ла, ҡыҙ бала ла бирә һәм теләгән кешене нәҫелһеҙ яһай, ысынлап та, Ул — Ғалим, Белеүсе, Ҡадир, һәр нимәгә Көсө етеүсе!» – тиелгән. Әлбиттә, Аллаһ кемгә нимә хәйерлерәк икәнен яҡшы белә, кемгәлер бала биреүгә ҡарағанда, был донъяла уның сабырлығын тәрбиәләү кәрәклеген һәйбәт күрә.

Йә, Аллаһ! Беҙҙе ауыр һынауҙарың менән һынама! Балаһыҙҙарға иманлы, тәүфиҡлы, һау бала бир! Барыһына ла бала һөйөү һөйөнөсөн татырға насип ҡыл! Амин!

 

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: