0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
23 Август , 09:59

Һүҙ ҡөҙрәте

Тел, һүҙ – ул Аллаһ Тәғәләнең  бер ниғмәте, көсө, ҡөҙрәте,  сере һәм бәрәкәте. Ғилем йомғағын беҙ фәҡәт һүҙҙәр аша, тел менән тағата башлайбыҙ. Һөйләшеү, аралашыу, яҙыу аша бер-беребеҙҙе беләбеҙ, таныйбыҙ, мәҙәниәт йәки боҙоҡлоҡ таратабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, һүҙ – ул иң көслө ҡорал! Ул кешене күккә лә күтәрә, юҡҡа ла сығара, шатландыра, йәки ҡаты ҡайғыға һала. Уйламай әйткән насар һүҙҙәр яҙмыштарҙы ла селпәрәмә килтерә, аҙаҡ ғүмер буйы үкенергә мәжбүр итә.  Кемделер ҡыуандырырға, ә кемделер рәнйетергә мөмкин әйткәнебеҙ.

Һүҙ ҡөҙрәте
Һүҙ ҡөҙрәте

Төрлө бойороҡтар, һорауҙар, ялыуҙар, ғәфү итеүҙәр тел, һүҙ менән бирелә.  «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ» тиҙәр, һәр һүҙ өсөн яуап бирергә, вәғәҙәңде тоторға кәрәк. Һүҙ менән төрлөсә файҙаланырға була, берәүҙәр – самалап, икенселәр артығы менән ҡуллана. Әммә халҡыбыҙҙа: «Ашҡа тоҙҙо нисек үлсәп һалалар, шуның һымаҡ һүҙҙе лә үлсәп кенә һөйләйҙәр», – тигән әйтем бар. Кешене һынап: «Күп һөйләгән дә иҫәр, бөтөнләй һөйләшмәгән дә иҫәр», – тигән боронғолар.

– Башыбыҙҙа тәүҙә уй, һөйләм, ниәт барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер уйҙар ҙа гонаһлы, ҡараштар хаталы булыуы ихтимал. Шуның өсөн дә бит беҙгә һүҙҙе уйлап ҡына һөйләргә кәңәш ителә, сөнки ҡулбаштарыбыҙҙа уларҙы яҙып ултырыусы фәрештәләр бар. Яуап көнөндә ана шул әйткән һүҙҙәребеҙ өсөн дә яуап тотасаҡбыҙ һәм телебеҙ беҙҙе йәннәткә йәки тамуҡҡа индерәсәк. Шуға ла телде буш һүҙҙән тыйып, күберәк зекерҙә йөрөргә ҡушылған.

Әйткән һүҙҙәр, фәрештәләрҙең  «Амин!» тигән ваҡытына тура килеп, тормошҡа ашыуы хаҡында беҙгә ололар йыш киҫәтте бәләкәй саҡта ла. Мәҫәлән, ата-әсәләрҙең сабыйына ҡылған доғаһы ҡабул була икәнен беләбеҙ. Был хаҡта онотоп, балаһы ҡаты шаярғанда, ныҡ теңкәгә тейгәндә ҡайһы саҡ әсәләр йән асыуы менән теләһә нимә тип ҡысҡырып ебәрә. Өлкән улдарына йә ҡыҙҙарына үпкәләгән саҡтарында ҡарғыш һүҙҙәрен дә әйтеүҙәре ихтимал. Ундай хәлдән  һаҡланып, сабыр итеп, киреһенсә, матур теләктәр бағышлар кәрәк.

Хәҙистән билдәле булыуынса, пәйғәмбәребеҙ: «Яҡшы һүҙ һөйлә йәки шым тор!» – тигән. Икенсе бер хәҙистә: «Мосолман ул шундай кеше, башҡа мосолмандар уның теленән дә, ҡулынан да сәләмәт булыр», – тиелгән. Кешегә тел менән йәбер-золом килтереүҙән һәм бәддоға алыуҙан һаҡланыу зарур. Ҡөрьәндә: «Һәм уларҙың Хаҡҡа ҡаршы һөйләгән мәғәнәһеҙ һүҙҙәренә сыҙа һәм уларҙы күркәм ҡуйыу менән бер тарафҡа ҡуй!» (73:10) – тиелгән.

Имам Бохари килтергән хәҙистә, пәйғәмбәребеҙҙең әйткәнен Әбү Хурайра риүәйәт итеүенсә: «Ысынында, Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә унан риза булырҙай яҡшы бер һүҙ әйтһә, Аллаһ уның дәрәжәһен йәннәттә күп баҫҡысҡа юғары күтәреп ҡуясаҡ. Шулай уҡ кеше, Аллаһ асыуын килтерерҙәй бер яман һүҙ әйтеп, йәһәннәм утының төбөнә төшәсәк. Тамуҡҡа кешенең иң күбе фәҡәт теле арҡаһында эләгә. Шуға телгә хужа булыу лазым! Был донъяла үкенмәҫлек итеп дөрөҫ йәшәү өсөн Аллаһтан тура юл, иман байлығы, файҙалы ғилем, тәрән белем, төплө аҡыл, хикмәт һорап йөрөргә кәрәк. Кемгә хикмәт бирелһә, шул олуғ ниғмәт-бәрәкәткә, бәхеткә өлгәшкәндәрҙән  булыр».

Ҡөрьән – ул Аллаһтың һүҙе! Мосолмандарға буш уй, кәрәкмәгән, артыҡ һүҙ һөйләп йөрөгәнсе, күңелен Ҡөрьән менән тултырып, ә телен зекерҙә тотоу иң яҡшыһы.

Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһис сәләм әйткән: «Аллаһ Тәғәләнең иң яратҡан һүҙҙәре: «Собханаллаһи, әлхәмдулилаһи үә лә илаһи иллаллаһу уаллаһу әкбәр», – тигән һәм Үҙе ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап йөрөргә яратҡан. Ә беҙгә инде, ике донъяла ла бәхетле булабыҙ тиһәк, пәйғәмбәребеҙгә эйәрергә, уның сөннәтен тотоп йәшәргә насип ҡылһын.

Йә Аллаһ! Беҙҙең аяҡтарыбыҙ, ҡулдарыбыҙ, телебеҙ, күҙҙәребеҙ, ҡолаҡтарыбыҙ менән ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит!

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: