Кеше мәрхүм булғас, уның ғәмәл дәфтәре ябыла. Шулай ҙа уға балаларының, туғандарының ҡылған доғалары, үҙенең был донъяла эшләгән изге ғәмәлдәренең сауаптары тапшырылып тора. Әгәр ҙә ул, тере сағында ағас ултыртып, уның емештәрен кешеләр, ҡоштар ашаһа; файҙалы китап яҙып, унан ғилем алһалар; кемдер күпер һалып, мәсет төҙөп, уның менән халыҡ файҙаланһа, сауаптары уға төшә. Балалар ата-әсәһенә доға ҡылһа, уларҙың йәннәттә дәрәжәһе артҡаны ла билдәле.
Һуңғы йылдарҙа динде дөрөҫ аңламаусылар: «Әруахтарға доға ҡылыу кәрәкмәй, ул үлгән, эше бөткән», – тигән һүҙ тарата башланы. Ысынында иһә, беҙгә был донъяла нисек ризыҡ кәрәк булған кеүек, әруахтар ҙа беҙҙең доғаға ныҡ мохтаж. Мәрхүмдәр үҙҙәренә ярҙам итә алмай, бәлки, ҡылған гонаһтары өсөн ҡәбер ғазаптары күреп яталыр. Әгәр үҙегеҙ үлеп, ошондай ауыр хәлдә ҡалһағыҙ, әлбиттә, һеҙ кемдән булһа ла ярҙам өмөт итер инегеҙ...
Төштәребеҙгә әруахтар кереп, аҡса, йә ашарға һораһа, беҙ: «Хәйер өмөт итә», – тип кемгәлер хәйер бирәбеҙ, рухтарына бағышлап, сүрә-аяттар уҡыйбыҙ, бының өсөн беҙгә сауаптар яҙыла. Хатта башҡа дин, милләттәрҙә лә үҙ әруахтарына үҙҙәренсә ярҙам итергә тырышыу йолаһы бар. Мәҫәлән, урыҫтарҙа туғандар араһынан махсус бер кешене билдәләп ҡуялар, ир кешегә
«Молитвинник», ҡатын кешегә «Молитвинница» тиҙәр. Улар үлгән барлыҡ туғандары, нәҫел-нәсәбе өсөн гел доға уҡып ултыра. Ә беҙҙә һәр кем үҙ ата-әсәһе, яҡын ҡәрҙәштәре өсөн үҙе уҡый, мулланан бағышлата, йәки, үкенескә күрә, бөтөнләй онота. Әммә беҙгә, туғандарҙан тыш, нәҫел ептәре өҙөлгән, онотолған, доғаға мохтаждар, барлыҡ мәрхүм мосолмандар һәм шәһиттәр өсөн дә доға ҡылып тороу файҙалы.
«Әл-Хәшр» сүрәһенән (59:10) күренеүенсә, мәрхүм булғандарға доға ҡылғандары аңлашыла: «Уларҙан һуң килгәндәр: «Раббыбыҙ, беҙҙе һәм беҙҙән алда иман килтергән туғандарыбыҙҙы ярлыҡа, иман килтергән кешеләргә ҡарата күңелдәребеҙҙә нәфрәт булдырма. Раббыбыҙ, Һин, ысынлап та, миһырбанлы, шәфҡәтле!» – тиҙәр».
Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, беҙ мәрхүм булған туғандарыбыҙ исеменән хәйер бирә, ҡорбан сала, улар өсөн хаж ҡыла алабыҙ. Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм сәхәбәләренән кемделер ерләгәс: «Уның өсөн доға ҡылығыҙ, Раббығыҙҙан уны ғәфү итеүен һорағыҙ, сөнки хәҙер унан һорау алалар һәм ул ҡәбер ғазаптары күреп яталыр», – тиер булған.
Халҡыбыҙ араһында мәрхүмдәрҙең рухтары өсөн «Әл-Фатиха» (1-се сүрә), «Йасин» (36-сы сүрә) һәм ҡыҫҡа сүрәләрҙән: «Әл-Кәүҫәр» (108-се сүрә), «Ән-Наср» (110-сы сүрә), «Әл-Ихлас» (112-се сүрә), «Әл-Фәләҡ» (113-сө сүрә), «Ән-Нәс» (114-се сүрә) һ.б. уҡып тороу ғәҙәтебеҙгә ингән. Ҡайһы берәүҙәр мәрхүм булған туғандарына сүрә-аяттар бағышлай, әммә, Аллаһ уларҙың гонаһын ғәфү итһен, тип һорарға онота. Шуға сүрәләр уҡығас, түбәндәгесә теләктәр әйтәйек: йә Рабби! Әҙәм ғәләйһис сәләмдән алып бөгөнгө көнгә хәтлем ата-әсәләребеҙ яғынан мосолман булараҡ мәрхүм булған һәм был донъянан иманлы киткән атай-олатайҙарыбыҙҙың, өләсәйҙәребеҙҙең, әбей-бабайҙарыбыҙҙың, барлыҡ нәҫел-нәсәптәребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың һәм исемдәре онотолған, нәҫел ептәре өҙөлгән һәм беҙҙән доға өмөт иткән кешеләрҙең гонаһтарын ғәфү әйлә! Уларҙың ҡәберҙәрен киң, яҡты һәм нурлы ҡыл! Уларҙы ҡәбер ғазабынан һаҡла, тамуҡ утынан йыраҡ ҡыл! Яуап көнөндә һорауҙарын еңел ал, сират күперенән тиҙ сығырға ярҙам ит һәм Фирҙәүеси йәндәрҙең түренән урын бир! Амин!
Фәнирә Ғайсина.