0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
27 Июнь , 13:15

Банкрот булмайыҡ!

Банкрот (мөфлис) тип был донъяла беҙ иҡдисади яҡтан хәле мөшкөл, аҡсаһын юғалтҡан кешене әйтәбеҙ. Ә ысын банкроттар –  тәкәбберлек һаҡлап, Аллаһҡа һис баш эймәгән, намаҙ уҡымаған, сәждә ҡылмаған, изгелектәр эшләмәгән, гонаһтарына һис тәүбә итмәгән бәндәләр.

Банкрот булмайыҡ!
Банкрот булмайыҡ!

Улар үҙҙәренең банкрот икәнен Яуап көнөндә аңлаясаҡ, беләсәк һәм был –ысындан иң ҡурҡыныс, мөшкөл хәлдәрҙең береһе. Ғүмер буйы намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, зәкәт түләп, бихисап изгелек, сауаптар эшләгәндәр араһында ла Ул көндө шулай уҡ банкрот булып ҡалыусылар буласаҡ. Сөнки әҙәм балаһы көн дә үҙе лә һиҙмәҫтән күп гонаһ ҡыла, ә ғәфү үтенергә онота. Бәләкәй генә яманлыҡ та, әҙләп йыйыла барып, тауҙай өйөлә. Аллаһ Тәғәлә Үҙе һәм кеше араһында булған бурыстарҙы ғәфү итә, үҙен Раббыбыҙға тиңдәш ҡуйыуҙан һәм ширҡ гонаһынан башҡаны. Әгәр ҙә кеше бер-береһен ваҡытында ғәфү итмәһә, араларҙағы гонаһтар ҡатмарлы хәлдә ҡала.

Әҙәм заты, уны-быны уйламай, ғәйбәт һөйләй, яман һүҙҙәре менән рәнйетә, кәмһетә, хурлай, йөҙөн йырта, берәүҙең хаҡына керә, милкен үҙләштерә, икенсеһенең әйберен алып тора ла кире бирергә онота... Ошолай ғүмер буйы йыйылған гонаһтары өсөн Яуап көнөндә кешегә үҙ сауаптары менән түләргә тура киләсәк. Инде бирер сауабы ҡалмаһа, рәнйеткән кешеләренең гонаһы уға күсә. Шулай меҫкен бәндә банкрот хәлендә ҡала. Аллаһ һаҡлаһын ундай бәхетһеҙлектән! Ошо хаҡта хәҙис тә бар. Сәхих Мөслимдә, Әбү Һурайра радиаллаһу ғәнһүнән риүәйәт ҡылынған хәҙистә, рәсүлуллаһ саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм сәхәбәләренән һораған: «Һеҙ беләһегеҙме мөфлис (банкрот), бөлгөнлөккә төшөүсе кем була икәнен?» «Банкрот тип беҙҙә аҡсаһы ла, малы ла булмаған кешегә әйтәләр», – тип яуап биргәндәр. Һәм шунда ул: «Ысынында минең өммәтемдән банкрот булыусы ул Ҡиәмәт көнөндә уҡыған намаҙҙары, тотҡан ураҙалары һәм биргән зәкәттәренең сауаптары менән килер, шул уҡ ваҡытта ул бер кешене һүккән, икенсеһен нахаҡҡа ғәйепләгән, өсөнсөһөнөң малын ашаған, дүртенсеһенең ҡанын түккән, бишенсеһен туҡмаған өсөн яҙылған гонаһтары менән дә килер. Шул саҡта рәнйетелгәндең береһенә, икенсеһенә сауаптары бирелер. Ә сауаптары бөтһә, теге кешеләрҙең гонаһтары уға ташланыр һәм ул йәһәннәмгә ырғытылыр», – тип әйткән.

Кемдер, һаҡлыҡ банкыһына аҡса һалып, уларҙы юғалтыуға ҡайғыра. Ләкин үҙенең әхирәте хаҡында бер ҙә борсолмай, намаҙ, ураҙа хаҡында уйламай.

Аллаһ Тәғәлә, беҙҙе ҡурсалап, кешеләр ошо аяныслы хәлдә ҡалмаһын өсөн, Ҡөрьәндең күп сүрәләрендә, аяттарында иҫкәртә: «Аллаһ юлында [малдарығыҙҙан] сарыф ҡылығыҙ, әммә үҙ ҡулдарығыҙ менән һәләкәткә ташланмағыҙ һәм изгелек эшләгеҙ! Ысынлап та, Аллаһ изгелек эшләгән кешеләрҙе ярата» (2: 195).

Хәҙистә әйтелгән: «Эй, кешеләр! Әгәр бәндә берәүҙең хаҡына керһә, кисекмәҫтән хаҡын түләһен. Фани донъяла оятҡа ҡалам, тип уйламаһын, белһен, был донъялағы хурлыҡ киләһе донъялағы хурлыҡтан күпкә еңелерәк» (Ибн Сәғд, II, 255). Әммә, быларҙы аңлаһа ла, кешегә хатаһын таныу, ғәфү үтенеү ауыр. Шуға ла йыш ҡына мин-минлек, нәфсе аша атлап сыға алмай, ғәфү үтенмәй, гонаһ йыя. Ҡайһы берәүҙәр, бурысҡа аҡса алып, түләп өлгөрмәй үлеп китһә, туғандары уның өсөн бурысын ҡайтарырға тейеш! Хатта шәһиттәр ҙә бурыстарын түләп бөтмәй йәннәткә инмәҫ.

Инсан яҡшы эштәрҙә лә хата ебәрә, гонаһҡа бата, мәҫәлән, изге ғәмәлдәр ҡылғанда «Аллаһ ризалығы өсөн» тип ниәтләргә онота. Мәсеттә намаҙ уҡығанда, имеш, нисек хушуғ менән уҡый икәнен бөтәһенә күрһәтеү өсөн, рыя (показуха) менән башҡара. Уйламағанда ана шундай төрлө хата ебәрә лә үҙе гонаһ ҡылғанын аңламай. Мосолмандар бар ғүмерен, барса ғәмәлен фәҡәт «Аллаһ ризалығына ирешәйем» тип башҡарырға тейеш.

Ҡөрьәндә: «Ысынлап та, әхирәт ғазабынан ҡурҡҡан кешегә ошонда аяттар бар. Был көнгә кешеләр йыйылыр һәм күрелә торған көндөр был!» (11:103). «Ысынлап та, Раббың һәр кемгә, эштәренә ҡарап, тейешлеһен теүәл бирер: Ул уларҙың башҡарған эштәренән хәбәрҙар!» (11:111) – тиелгән.

Шуға көндәлек тормошобоҙҙа беҙгә һәр аҙымыбыҙға, әйткән һәр һүҙебеҙгә үтә иғтибарлы булыу фарыз. Хаталарыбыҙ хаҡында уйланып, уларҙы төҙәтеп, аралашҡан кешеләребеҙҙән ғәфү үтенеп, йыш тәүбә намаҙҙарын уҡыу йәшәйешебеҙҙе лә, Ҡиәмәт көнөбөҙҙө лә нурлар. Хөкөм көнө хаҡында онотмайыҡ! Аллаһ ҡаршыһына баҫып яуап бирәсәгебеҙ һәр ваҡыт иҫебеҙҙә булһын!

«Ғафир» («Ярлыҡаусы») сүрәһендә: «Ул көндө һәр йән эйәһе үҙенең тапҡанына күрә яза алыр. Ул көндө золом юҡ. Ысынлап та, Аллаһ хисапта етеҙ» (40:17); «Һәм уларҙы ҡайғы-һағыш менән тулы йөрәктәр тамаҡҡа килеп тығыла торған хөкөм көнө тураһында өгөтлә, иҫкәрт. Залимдарҙың яҡын дуҫы ла, һүҙе иҫәпкә алыныр яҡлаусыһы ла юҡ» (40:18), – тиелгән.

Банкрот булыуҙан ҡурҡайыҡ һәм әхирәттә ундай меҫкенлеккә ҡалмаҫ өсөн алдан хәстәрлек күрәйек! Аллаһ Тәғәләбеҙ беҙҙе Яуап көнөндә аяныслы хәлдә ҡалдырмаһын! Амин!

 

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: