0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ендәр тураһында ни беләбеҙ?

Йыһанда фәрештәләрҙән, кешеләрҙән башҡа ендәр ҙә булғаны барыһына ла мәғлүм. Әммә арабыҙҙа ендәр барлығына ышанмаусылар ҙа, был хәбәрҙе әкиәт кеүек ҡабул итеүселәр ҙә етерлек. Шуға ла, ендәр хаҡында Ҡөрьәндән дәлилдәр килтереп, бер аҙ аңлатма биреп китеү мөһимдер.

Ендәр тураһында ни беләбеҙ?
Ендәр тураһында ни беләбеҙ?

Уларҙы Аллаһ Тәғәлә кешеләргә ҡарағанда алдараҡ бар ҡылған, был хаҡта Ҡөрьәндә: «...Беҙ ендәрҙе эҫе (елдең) утынан бар иткәйнек» («Әл-Хиджр» 15:27), «Әҙ-Ҙәрийәт» («Елгәреүселәр») сүрәһендә: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем» (51:56), – тип әйтелгән.
Аллаһтың рәсүле: «Өс төрлө ендәр бар: берәүҙәре һауала осоп йөрөй, икенселәре йылан һәм эт сүрәтендә күренә, өсөнсөләре эйәләй һәм сәйәхәт ҡыла», – тип аңлатҡан (Табарани хәҙистәр йыйынтығынан).
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Әтәс ҡысҡырғанын ишетһәгеҙ, Аллаһтан рәхимлек һорағыҙ, сөнки әтәс фәрештәне күрә. Ишәк ҡысҡырғанын ишетһәгеҙ, Аллаһтан шайтандан һаҡлауын һорағыҙ, сөнки ишәк шайтандарҙы күрә», – тигән.
Ендәр ҙә кешеләр кеүек үк ашай-эсә, ғаилә ҡороп, балалар үрсетеп йәшәй, уйлана, фекер йөрөтә белә. Улар ҙа изгелекте, йәки яуызлыҡты һайлай ала. Араларында кешеләр кеүек үк ямандары, яҡшылары, иманлылары бар. Таймия әйтеүенсә, кешеләр менән ендәрҙең енси мөнәсәбәткә инеүе, бала табыуҙары ла ихтимал һәм бындай осраҡтар булған. Тик ул ыңғай күренеш түгел, сөнки Аллаһ кешеләргә ендәр менән аралашыуҙы тыйған.
Ендәрҙең бер өлөшө, Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең матур итеп Ҡөрьән уҡығанын ишетеп, уға килеп ислам динен ҡабул иткән. Был хаҡта «Әл-Әхҡаф» («Ҡомдар») сүрәһендә: «Бына Беҙ Ҡөрьән тыңлаһындар өсөн ендәрҙән бер төркөмдө һиңә ебәрҙек. Улар унда килгәс: «Тын ғына тороғоҙ!» – тинеләр. Уҡыу тамам булғас, үҙ халыҡтарын өгөтләү-иҫкәртеү өсөн ҡайтып киттеләр» (46: 29-31).
«Әл-Джинн» («Ендәр») сүрәһендә: «Әйт: «Миңә үәхи ҡылынды: ендәрҙең төркөмө тыңлаған һәм улар әйткәндәр: «Ысынлап та, беҙ ғәжәп Ҡөрьән ишеттек. Ул тура юлға алып бара, беҙ Уға иман килтерҙек һәм Раббыбыҙға һис кемде тиңдәш итмәйәсәкбеҙ...» (72: 1-2) – тип.
Ислам динен ҡабул иткән ендәрҙе – мосолман пәрейҙәре, ә иманһыҙҙарын – шайтандар, тибеҙ. Ауылдарҙа ул заттарҙы нисек кенә атамайҙар, төрлө ерҙә әллә күпме исемдәр менән йөрөтәләр: ғифрит, бисура, албаҫты, юха, пәрей, зәхмәт... Беҙ уларҙың йәшәгән ере буйынса: өй эйәһе, аҙбар, мунса, һыу эйәһе тигәндәребеҙ барыһы ла – ен.
Халыҡ араһында уларҙан һаҡланыу сараһында әйтелгән ырым-ышаныуҙар, тыйыуҙар күп. Мәҫәлән: «Йорт эйәһенә тейергә, атырға ярамай – нәҫелең ҡорор», «Яңғыҙ ағас янында ултырырға, йоҡларға ярамай – ул эйәле була», «Сүплектә, бысраҡ урындарҙа йөрөргә ярамай – ен һуғыуы ихтимал», «Ҡояш байығас, эңерҙә сүп, бысраҡ һыу түгергә ярамай – зәхмәт ҡағыла», – тиҙәр, сөнки, ендәр бысраҡ урындарҙа, сүплектәрҙә йәшәй, ҡояш байығас, төндә нығыраҡ хәрәкәтләнә башлай.
Был донъяла ендәр беҙҙе күрә, ә беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Әхирәттә киреһенсә буласаҡ: беҙ уларҙы күрәсәкбеҙ, ә улар беҙҙе – юҡ. Был хаҡта «Әл-Әғраф» («Кәртәләр») сүрәһендә: «...шайтан һеҙҙе алдамаһын, һеҙ уларҙы күрмәгән урындан ул һәм уның ырыуы һеҙҙе күрә. Ысынлап та, Беҙ шайтандарҙы иман килтермәгән кешеләрҙең яҡлаусылары иттек», (7:27) – тип әйтелгән. Шуға ла ул заттар беҙҙе күргәс, зыян итеүҙәре ихтимал, мәҫәлән, күҙ тейҙерәләр, төрлө йәмһеҙ төштәр күрһәтеп һаташтыралар, тура юлдан яҙҙырыр өсөн көфөр уйҙар һеңдерергә тырышалар.
Ғөмүмән, шайтан – кешенең дошманы. «Фәтыйр» («Барлыҡҡа килтереүсе») сүрәһендә был хаҡта: «Ысынлап та, шайтан һеҙгә дошман, һеҙ уны дошман күрегеҙ, ул үҙ фирҡәһен тамуҡ утында йәшәүселәр булһын өсөн саҡыра» (35:6), – тиелгән. Шайтандың кешегә дошман икәнлеге хаҡында шулай уҡ «Әл-Баҡара» («Һыйыр») сүрәһенең 168-се, 208-cе аяттарында әйтелгән.
Бының сәбәбе шунда: Иблес тәүҙә ожмахта йәшәгән, унда Аллаһ фәрештәләргә һәм Иблескә Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә сәждә ҡылырға ҡушҡан булған, тик Иблес тәкәбберләнеп, уға баш эймәгән. Шуның өсөн йәннәттән Әҙәм арҡаһында ҡыуылған, шуға ла кешеләргә асыулы ҡалған. «Әл-Әғраф» («Кәртәләр») сүрәһендә: «Ул әйтте: «Һин мине йәннәттән яҙҙырғаның өсөн мин Һинең тура юлыңда уларға ҡаршы ултырасаҡмын. Унан һуң уларҙың алдынан да, артынан да, уң яҡтарынан да, һул яҡтарынан да килермен һәм Һин уларҙың күбеһен шөкөр итеүселәр тип тапмаҫһың» (7: 16-17), – тигән.
Ен-шайтандарҙың яуызлығынан, ҡағылыуынан, эйәләшеүенән нисек һаҡланырға һуң? Һәр ваҡыт тәһәрәтле килеш, зекер әйтеп һәм яулыҡ ябынып йөрөргә кәрәк. Сөнки ҡатын-ҡыҙ башынан яулығын сисһә, сәсе күренһә, янындағы фәрештәләр сығып китә. Ә фәрештәләр булмаған ергә шайтан килеүсән. Шунан ишектән «Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим»ды әйтеп инергә. Дин ҡушҡандарын үтәгән, йөрәге иманға тулы кешенән шайтан үҙе ҡаса.
Әгәр ҙә кемгәлер ен эйәләһә йәки сихырлаһалар, ғилемле муллаға барып өшкөрөлөргә кәрәк. Өйөгөҙҙә йыш Ҡөрьән тыңлағыҙ, уҡығыҙ! Айырыуса: «Әл-Фатиха» (1-се сүрә), «Аятел-Көрси» («Әл-Баҡара» («Һыйыр») сүрәһенең 255-cе аяты), «Әл-Фәләҡ» («Таң», 113-cе сүрә), «Ән-Нәс» («Кешеләр», 114-се сүрә) сүрәләрен таҡ һанса: 3, 5, 7 мәртәбә уҡып, тәнде өрөп һыпырыу лазым. Ендәр беҙҙе күрмәһен өсөн, 36-сы «Йасин» сүрәһенең 9-сы аятын уҡып, эргә-тирәңә өрөп ебәрергә тәҡдим ителә.
Пәйғәмбәребеҙ йоҡларға ятҡанда көндә ошо «Әл-Ихлас», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен өсәр тапҡыр уҡып, үҙен һыпырыр булған.
Ен-шайтандарҙан һаҡланыр өсөн Аллаһ Тәғәләгә ялбарыр кәрәк. «Әл-Әғраф» («Кәртәләр») сүрәһендә: «Әгәр шайтан тарафынан булған берәй төрлө ҡотҡоға тарыған булһаң, Аллаға һыйын! Ул ишетә, белә!» (7: 200). «Әл-Мөъминүн» («Иман килтергән кешеләр») сүрәһендә: «Һәм әйт: «Раббым, мин Һиңә шайтандарҙың ҡотҡоһонан һыйынам һәм мин Һиңә һыйынам, Раббым, улар минең яныма килмәһен өсөн!» (23: 97-98) –тиелгән.
Ен-зәхмәт ҡағылыуынан, шайтандың асыҡ һәм йәшерен үәс-үәсәһенән, яуызлығынан Аллаһ Тәғәлә беҙҙе Үҙе һаҡлаһын һәм яҡлаһын! Амин.

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: