0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
19 Апрель , 11:40

Туғанлыҡ ептәре

Әле үткән быуатта ғына ауылдар гөрләп тора ине. Халыҡ, бер-береһе менән ихлас аралашып, ярҙамлашып, дуҫ йәшәне, өмәләргә, ҡунаҡтарға йөрөнө. Өйҙәрҙә йоҙаҡ та булманы, кемдә аш бешһә, шунда инеп, туғандар табын бүлеште. Ә бөгөн кеше күршеһендә кем йәшәгәнен дә белмәй, туған-тыумасалары менән дә аралашмай. Алыҫ нәҫелдәрен бөтөнләй белмәйҙәр, өс туғандарын йыраҡ һанап, ике туғандары түгел, хатта бер ҡарындаштары менән дә ирешеп-талашып, араларын өҙәләр. Үҙҙәренә йәшәү бүләк иткән ата-әсәләрен дә ташлап ҡуялар. Ғүмер буйы һөйләшмәй, үсләшеп йәшә­гәндәр ҙә күбәйҙе. Ҡайҙан килә һуң бындай ғафиллыҡ, ҡатылыҡ, тар күңеллелек?

Туғанлыҡ ептәре
Туғанлыҡ ептәре

Сәбәбе аңлашыла: ғаиләләрҙә, йәмғиәттә матур үрнәк, дини тәрбиә булмауҙан рухи яҡтан түбән тәгәрәйбеҙ шулай...
Ислам дине буйынса туғанлыҡ ептәрен һаҡлау – мөһим, сауаплы ғәмәл һәм әхлаҡи бурыс, йәмғиәте­беҙҙе нығытыусы нигеҙ. Динебеҙ тарҡау булыуҙы хупламай, киреһенсә, берҙәмлеккә саҡыра, сөнки берҙәмлектә – көс, ҡеүәт.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм дә беҙгә туғанлыҡ ептәрен ныҡ һаҡларға ҡушҡан, был – ғүмер оҙонайыуға ла, нәҫел бәрәкәтенә лә йоғонто яһаусы сәбәп. Әнәс бин Мәлик риүәйәт иткән ике сәхих хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кем дә кем малының артыуын, ә ғүмеренең оҙонайыуын теләй, туғанлыҡ ептәрен һаҡлаһын!» – тигән.
Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн туғандарыбыҙҙың хәлен белешеп, ауырыһалар, ярҙам итешеп, ололарға – ихтирам, ә йәштәргә үрнәк күрһәтергә тейешбеҙ. Бының өсөн балаларҙы бәләкәстән үк бер-береһе менән таныштырырға, аралаштырырға кәрәк. Ата-әсәләр, туғандар мәрхүм булһа, уларҙың дуҫтарын да ташларға ярамай, аралашып тороу лазым. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, Аллаһтан ҡурҡҡан кеүек, туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүенән дә ҡурҡыр кәрәк, сөнки туғанлыҡ ептәрен өҙөү гонаһ һанала, тәүбәгә килмәһәләр, уның өсөн кеше был донъяла ла, әхирәттә лә язаһын күрә. Шулай уҡ туғанлыҡ ептәрен өҙгәндең доғалары ҡабул булмай, ул бәрәкәттән мәхрүм ҡала. Ә туғандары менән матур мөнәсәбәт һаҡлағандар был донъяла ла, әхирәттә лә бәрәкәткә, сауапҡа, бәхеткә өлгәшә.
Мосолмандар ҙа бер-береһенә туған иҫәпләнә. Шуға кемгәлер өс көндән артыҡ үпкәләп йөрөү килешмәй. «Ән-Ниса» («Ҡатындар») сүрәһенең 1-се аятында: «Эй, һеҙ, кешеләр! Һеҙҙе бер йәндән барлыҡҡа килтергән һәм унан уның ҡаты­нын бар ҡылған һәм был икәүҙән күп ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы таратҡан Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! Уның исеме менән бер-берегеҙгә ялбара торған Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм ҡәрҙәшлек бәйләнештәренән (өҙөүҙән). Ысынлап та, Аллаһ һеҙҙең өҫтөгөҙҙән күҙәтеүсе!» – тиелгән.
Ҡайһы берәүҙәр туғандарҙың байы, файҙа килтерерҙәйе менән генә аралаша, әммә улай ярамай. Барыһына ла тигеҙ ҡарап, ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, мохтаждарына ярҙам ҡулын һуҙып, яуызлыҡтарҙан яҡлап-һаҡлап, йылы һүҙ, яҡшы кәңәш менән булһа ла терәк булыу фарыз. Туғанлыҡ бурыстарын һаҡлау тураһында «Әр-Рум» («Румиҙар») сүрәһенең 38-се аятында ла әйтелгән: «Яҡын туған-ырыуҙарға тейешле булғанды бир һәм ярлыға һәм юлсыға. Был — Аллаһтың йөҙөн (сауабын) теләгән кешеләр өсөн хәйерле. Улар бәхетле», – тиелгән.
Туғандар, икенсе милләт, башҡа дин әһеле булыуына ҡарамаҫтан, уларға йылы мөнәсәбәт һаҡларға тейеш. Туғандарыбыҙ мәрхүм булһа, уларҙы ҡәҙер-хөрмәт менән ерләү, рухтарына доға уҡып тороу – бурысыбыҙ.
«Әл-Әнфәл» («Һуғыш табышы») сүрәһенең 75-се аятында: «Һуңынан иман килтергән һәм күскән һәм һеҙҙең менән бергә көрәшкән кешеләр — улар һеҙҙән; Аллаһ китабында ҡарындаштар береһе икенсеһенә яҡыныраҡ. Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәне белә!» – тиелгән.
Туғанлыҡ ептәрен нығытыу — ул пәйғәмбәребеҙ сөннәтен үтәү, Аллаһ Тәғәлә менән араларыбыҙҙы яҡынайтыу, йәннәткә юл һалыу. Туғанлыҡты һаҡлаусының Раббыбыҙ рухи дәрәжәләрен күтәрә, уны Үҙе һаҡлай, уға ярҙам итә.
Йә Рабби! Беҙгә заман ахырының фетнәләренә, шайтан үәсүәсәләренә бирешмәй, туғанлыҡ ептәрен һаҡлап, камил иман менән йәшәргә насип ҡыл!

Фәнирә ҒАЙСИНА.

 

Зифа  Толомбаева һүрәте.

Автор:
Читайте нас: