Кеше үҙенең аң даирәһенә, тән төҙөлөшөнә ҡарап ҡына ла иҫ китмәле ҡатмарлы йән эйәһе икәнен күрә һәм юҡтан барлыҡҡа килмәгәнен аңлай алалыр. Аллаһ Тәғәлә беҙгә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ниғмәт-шәфҡәтен яҙған: күҙҙәребеҙ күпме төҫ-сағылыш күрә, танауыбыҙ төрлө еҫ һиҙә, телебеҙ һөйләй һәм меңләгән тәмде тоя; бөйөр-бауырҙарыбыҙ ҡанды таҙарта, ә йөрәгебеҙ йылдар буйына туҡтауһыҙ тибә. Тәнебеҙ ҙә ғүмер буйына 36,6 менән 41 градус йылылыҡ кимәлен тота, әгәр ул артһа, тән ҡыҙып, ҡан ойошор ине. Кем шулай ғүмер буйы беҙҙе ҡурсалай, һаҡлай? Әлбиттә, Аллаһ Тәғәлә! Ошо хәлдәрҙе белә тороп та, күптәребеҙ әле һаман Раббыбыҙ барлығына ышанмай йәшәй – Аллаһ Тәғәлә яҙған бәрәкәттәр менән ҡулланып та, иманһыҙ, рәхмәтһеҙ ҡала. Ултырып уйланырға, аңларға, тәүбәгә килергә һуңламайыҡ...
Көфөр булыу – иң ҙур бәхетһеҙлек, сөнки ул үҙен бар ҡылған Раббыны танымай, Уға баш эймәй йәшәп, мәңгелек тамуҡ әһеле булыуҙы һайлай. Был хаҡта Ҡөрьәндә: «...Улар утта мәңге ҡалыр!» («Әт-Тәүбә» сүрәһенең 9:17 аяты), «Ике йөҙлө ирҙәргә һәм ҡатындарға һәм кафырҙарға Аллаһ мәңге йәшәү урыны итеп тамуҡ вәғәҙә итте. Урындары шул уларҙың! Уларҙы Аллаһ ләғнәтләне, һәм уларға — өҙлөкһөҙ ғазап», (9:68) – тип вәғәҙә иткән. Аллаһ һаҡлаһын ундай бәхетһеҙлектән.
Көфөр тип беҙ Аллаһ Тәғәләгә инанмаған кешеләрҙе атайбыҙ. Аллаһ Тәғәлә, дин тарихы, пәйғәмбәрҙәр хаҡында ишетә тороп та, ҡайһы берҙәр Раббыбыҙ барлығына барыбер ышанмай. Шайтан үәс-үәсәһенән айырыла алмай, тәкәбберлектәрендә, ғафил булыуҙарында ҡала бирәләр.
Дин тарихынан билдәле булыуынса, Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә сәждә ҡылмағаны өсөн Йәннәттән ҡыуылғас, Иблис, халыҡты тура юлдан яҙҙырып, үҙ артынан эйәртергә һәм беҙҙең менән тамуҡты тултырырға Аллаһҡа ант иткән. Шулай уҡ кешене диндән яҙҙырыуға этәргән башҡа сәбәптәр ҙә булыуы ихтимал, бигерәк тә әлеге заман ахырында аҙаштырғыс шөбһә-фетнәләр күп. Шуның өсөн дә хаҡ юлдан, динһеҙ булыуҙан һаҡланыу зарур.
Ҡөрьәндә: «Дүрт ай буйына Ер йөҙөндә сәйәхәт итегеҙ һәм шуны белегеҙ: һеҙ Аллаһты көсһөҙләндерә алмайһығыҙ һәм Аллаһ кафырҙарҙы хур ҡылыусы!» «Бөйөк хаж көнөндә Аллаһтың һәм Уның рәсүленең кешеләргә белдереүе: Аллаһ һәм Уның рәсүле күп илаһҡа табыныусыларҙан баш тарта. Әгәр тәүбәгә килһәгеҙ, – һеҙҙең өсөн хәйерле, әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ, шуны белегеҙ: һеҙ Аллаһты көсһөҙләндерә алмайһығыҙ. Кафырҙарҙы интектергес ғазап менән һөйөнсөлә!» («Әт-Тәүбә» 9:2-3) – тиелгән.
Беҙгә Аллаһ яҙмышты алдан яҙған, шуға ҡайһы юлды һайларыбыҙҙы Ул яҡшы белә. Кеше ғүмер буйы көфөр булып йәшәп, аҙаҡҡы йылдарын дингә бағышлауы, йәки, киреһенсә, бала-сағынан дин тотоп та, һуңғы минутында көфөр булып баҡыйлыҡҡа күсеүе ихтимал. Ә иң ҙур бәхет – был донъянан мосолман булып китеү, сөнки иманлылар мәңге Йәннәттә йәшәй. Шуға ла һуңғы минутыбыҙ, ахырыбыҙ яҡшы, яҡты булһын тиһәк, Аллаһҡа һәр ваҡыт доға ҡылып йөрөү фарыз: «Әхирәткә күскәндә камил иманлы мөьмин, салих-инсан булһам икән», – тип.
Йә, Рабби! Беҙҙе тура юлыңдан алып бар! Йөрәктәребеҙгә иман нуры һал! Көфөрлөккә төшөрмә! Беҙҙе Яуап көнөндә аяныслы хәлдә ҡалдырма! Тамуҡ утыңдан йыраҡ ҡыл! Амин!
Фәнирә Ғайсина.