0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
22 Февраль , 14:48

Ауыр саҡта нимә эшләргә?

Һәр кемдең тормошонда бәлә-ҡаза килгән, ҡайғы-хәсрәт баҫҡан, башҡа төрлө аяныслы саҡтар була. Шул ваҡытта яңғыҙ үрһәләнеп, янып-көйөп, кемдән кәңәш һорарға ла белмәй, әсе күңел ғазаптарын кисерергә тура килә.

Диндә булмаған, уны аңламаған кешегә бындай осраҡтарҙа айырыуса түҙгеһеҙ. Әммә иң ҙур ауырлыҡтарҙы пәйғәмбәрҙәр кисергән, сөнки Раббыбыҙ Үҙенең яратҡан ҡолдарын нығыраҡ һынай. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-үәссәләмдең дә ныҡ көйгән саҡтары күп булған. Уның күңелен тынысландырыр өсөн Раббыбыҙ «Ад-Духа» («Иртә») сүрәһендә: «Иртә менән ант итәм! Һәм ҡараңғыланып барған төн менән ант итәм! Һине Раббың ташлап ҡалдырманы һәм нәфрәтләнмәне» (93: 1–3), – тип йыуатҡан. Был аят бөтәбеҙгә лә ҡағыла, беҙ һәр ваҡыт Аллаһтың һағы аҫтында...
Һәр осорҙоң үҙ ҡыйынлыҡтары була. Ә беҙ заман ахырында – төрлө ғәҙелһеҙлек, золом, фетнәләрҙең иң ныҡ таралған ваҡытында йәшәйбеҙ. Шуға иманһыҙ залимдарҙың мәкерҙәренән, яуызлығынан да яфалар кисерергә тура килә. Быға яуап итеп, Раббыбыҙ «Ибраһим» сүрәһендә: «Залимдар ҡылған эштәрҙән Аллаһ битараф тип иҫәпләмә, Ул уларға ҡараштар ҡатып ҡалған көнгә саҡлы кисектерә» (14: 42), – тигән.
Ауыр саҡтарҙа беҙгә нимә эшләргә һуң? Әлбиттә, сабыр итеү һәм Аллаһҡа һыйыныу зарур! Күргәндәребеҙ, кисергәндәребеҙ яҙмышыбыҙға яҙылған һынау ғына икәнен аңларға һәм, үҙебеҙҙе ҡулға алып, Аллаһты зекер итеп, намаҙ уҡып, Унан ғына ярҙам һорап доға ҡылыр кәрәк. Аллаһ – һәр ваҡыт беҙҙең менән, Ул беҙҙең бөтә уй-ғәмәлде белеп, хәүефләнеүебеҙҙе күреп, йөрәктәр шыбырлауын, ялбарыуын ишетә. Был хаҡта «Әл-Бәҡара («Һыйыр») сүрәһендә: «Минең ҡолдарым һинән Минең турала һораһа, Мин бит яҡын, Мине саҡырғанда, Мин саҡырыусыға яуап бирәм. Улар ҙа Миңә яуап бирһен һәм Миңә иман килтерһен — моғайын, улар тура юлдан китер!» (2: 186), — тигән. «Әр-Рәғд» («Күк күкрәү») сүрәһендә: «Иман килтергән кешеләрҙең күңелдәре Аллаһты иҫкә төшөргән ваҡытта тыныслана – эйе, Аллаһты иҫкә алыу менән күңел тыныслана, иман килтергәндәр һәм изгелек ҡыл­ғандар – уларға рәхәтлек һәм яҡшы урын» (13:28), – тип вәғәҙәләгән Раббыбыҙ.
Йөрәктәрҙе моңһоулыҡ, хәүеф-һағыш, шик-шөбһә баҫһа, Аллаһтың быға хәтлем беҙгә ҡылған олуғ шәфҡәт-мәрхәмәтен, беҙгә биргән сикһеҙ ниғмәт-бәрәкәтен иҫкә төшөрөр кәрәк. Хатта йышыраҡ үҙебеҙ ҙә, ысынында бәхетле икәнебеҙҙе аңламай, Аллаһыбыҙға баш эймәй, рәхмәтһеҙ, тәүбә, шөкөр итмәй, ғафил булып йәшәйбеҙ... «Фатир» («Барлыҡҡа килтереүсе») сүрәһендә: «Эй һеҙ, кешеләр! Аллаһ­тың һеҙгә булған ниғмәтен иҫкә алығыҙ! Күктәрҙән һәм Ерҙән ризыҡландыра торған Аллаһтан башҡа барлыҡҡа килтереүсе бармы һуң? Унан башҡа илаһ юҡ! Ни тиклем алданғанһығыҙ һеҙ!» (35:3), – тиелгән.
Ысынлап та, беҙҙе ашатыусы, кейендереүсе, ҡурсалаусы, һаҡ­лаусы, яҡлаусы бары тик Аллаһ ҡына, Унан башҡа беҙгә ярҙамсы юҡ. «Ат-Талаҡ» («Ҡатын айырыу») сүрәһендә: «...Аллаһтан ҡурҡҡандарға Ул сығыу урыны яһар һәм Ул уны уйламаған яҡтан ризыҡландырыр. Кем Аллаһҡа тәүәккәлләй, шуға Ул еткән. Аллаһ, ысынлап та, Үҙ эшен етке­реүсе, Аллаһ һәр нәмәгә миҡдар-үлсәү билдәләгән» (65: 2-3), – тиелгән.
Әгәр ҙә Яуап көнө булмаһа, яуызлыҡтар – хөкөмһөҙ, изгелектәр сауапһыҙ ҡалып, ғәҙелһеҙлек булыр ине. Был донъяла ауырлыҡтар күрһәк тә, әхирәттә уның өсөн мотлаҡ әжер-сауабын аласаҡбыҙ. Һынауҙар беҙгә кемдең ғәмәлдәре күркәмерәк икәнен асыҡлар өсөн бирелә. Шуны иҫтән сығармаҫ кәрәк: төндән һуң яҡты көн тыу­ғандай, ҡара болоттар артынан сағыу ҡояш ҡалҡҡан кеүек, ауыр­лыҡтан һуң һәр ваҡыт еңеллек килә. Был хаҡта «Әл-Инширах» («Ярып асыу») сүрәһендә: «...Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек бит, ысынлап та, ауырлыҡтан һуң еңеллек бит! Һәм ҡасан бушанаһың, тырышып эшлә! Һәм үҙ Раббыңа йүнәл!» (94: 5-8), – тип йүнәлтмә лә бирелгән.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә һис күтәрә алмаҫтай һынау бирмәй, был хаҡта Ҡөрьәндә былай тиелгән: «Мөмкин булғандан башҡа һис бер нәмәне Аллаһ йәнгә йөкләмәй. Нимә ҡаҙан­ған булһа — уға, һәм уға ҡаршы ла — үҙе ҡаҙанғаны, Раббыбыҙ! Әгәр беҙ онотһаҡ йәки хаталанһаҡ, беҙҙе шелтәләмә. Раббыбыҙ! Беҙҙән әүәл булғандарға Һин йөкләткән кеүек ауырлыҡты беҙгә йөкләтмә! Раббы­быҙ! Беҙҙең тәҡәтебеҙ етмәҫте беҙгә йөкләтмә! Ҡотҡар беҙҙе, кисер, рәхимлек ҡыл беҙгә! Һин – беҙҙең хужабыҙ, кафыр халыҡҡа ҡаршы беҙгә ярҙам ит!» (2: 286).

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: