Аҡбирҙе ағай хәҙер инде сираттағы ҡорбанына «һөжүмгә» күсә: «Ә һинең әбейең бар ҙа баһа, нишләп уны үҙең менән бергә алып йөрөмәйһең? Яҡшы түгел!..» «Кеше араһына алып сыҡһам, күҙ тейҙерерҙәр, тип ҡурҡам…» – ти уныһы. «Һуң, күҙ тейә, тип ни… Күҙ тейерҙәй ере ҡалмағандыр инде уның хәҙер!..» – тигәс, автобустағы халыҡ ауылға еткәнсе көлөштө.
Ифрат етди темаға ҡағылышлы мәҡәләмде ошо мәрәкә менән башлап ебәреүемә шул «күҙ тейеү» тигән төшөнсә сәбәпсе булды ла инде. Беҙ йәшерәк саҡта, илебеҙҙә атеизм тигән нәмә хөкөм һөргән дәүерҙә, уны юҡ-бар йә иһә боронғо әбей-бабайҙарҙың уйлап сығарған әкиәте тип аңыбыҙға һеңдергәндәр ине. Аллаһ та юҡ, ен-шайтандар ҙа бер ҡасан да булмаған, тигән инаныу менән үҫте беҙҙең быуын. Шул осор кешеләренең күптәре, айырыуса динде өйрәнмәгәндәре, әле булһа шундайыраҡ яҙыҡ фекерҙә. Аллаһ илсеһе пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. мосолмандарҙы ошо хаҡта иҫкәртә килгән. Минең өммәтемдәге кешеләрҙең күпселеге күҙ тейеү арҡаһында һәләк була, тигән мәғәнәле хәҙис тә бар. Күп кенә сирҙәр ана шул күҙ тейеү сәбәпле икәнлеген дә белмәйбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр тик насар кешенең генә күҙе тейә, тип уйлай. Улай ҙа түгел икән шул. Һинең менән һоҡланған яҡын туғаныңдың да (хатта ата-әсәңдең дә!) күҙе тейеүе мөмкин. Әлбиттә, тормошта йыш ҡына һоҡланырға, берәй кешене маҡтарға ла тура килә. Ундай осраҡтарҙа пәйғәмбәр с.ғ.с. Аллаһ бәрәкәте һорарға ҡушҡан. Берәүҙең яҡшы эше йә иһә матурлығы хаҡында маҡтау, хуплау һүҙе әйткәс тә, артынса: «БәрәкАллаһу фикә (ҡыҙ кешегә – «…фики»)» тип әйтеп ҡуйыу кәрәк. «Һиңә Аллаһ бәрәкәте булһын», тигәнде аңлата был доға. Әйткәндәй, ендәрҙең дә күҙе тейеүе мөмкин. Кискеһен, йоҡлар адынан сисенгәндә, «Бисмилләһ» әйтеү мотлаҡ. «Аятел-Көрси» аятын, бынан тыш, Ҡөрьәндең иң һуңғы өс сүрәһен («Әл-Ихлас», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс») өсәр мәртәбә уҡыу ҙа кәрәк (диуарға элеп ҡуйыу ғына түгел!). Ул саҡта таңға ҡәҙәре кешегә шайтан яҡынлай алмай.
Һәр төрлө «һылыуҡайҙар» конкурсында ҡатнашыусы гүзәлкәйҙәребеҙҙе йәлләйем. Иң беренсе нәүбәттә ана шул күҙ тейеү ҡурҡынысы торғанлығы тураһында уларҙы иҫкәртеүҙе үҙемдең бурысым тип һанайым. Әле генә тормош юлын башлаған, тулышып бешкән еләк һымаҡ һылыуҙарыбыҙҙың бөтә халыҡ алдында барлыҡ гүзәллектәрен күрһәтергә тырышыуы – уларҙың файҙаһына түгел. Меңәрләгән күҙҙәр ҡарап һоҡлана бит! Тән матурлыҡтарын ҡаплап йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ана шундай зарарлы тышҡы тәьҫирҙән һаҡлаулы була. Ә быға ышанмағандарҙы бер нисек тә шундай «матур» сараларҙан баш тарттырып булмай шул. Үҙе йығылған – иламаҫ, тиҙәр беҙҙең яҡта…
Ҡатын-ҡыҙҙың һылыулығына килгәндә, минең ныҡлы инаныуымса, һәр гүзәл затыбыҙҙың бөтә тәне тик матурлыҡтарҙан ғына тора. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ана шулай итеп яралтҡан. Тик был нәфислекте (хатта сәстәрен дә!) хәләл ефете, балалары, яҡын туғандарынан башҡа кешегә күрһәтеп йөрөүҙе Ул ҡәтғи тыйған. Тәндәрҙе ҡаплап йөрөүгә ҡағылышлы, үтә ныҡ ҡартайған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә бер аҙ ташлама хаҡында мәғлүмәтте дини китаптарҙа осратырға була.
Минең ҡыҙҙарым юҡ, кемдер әйтмешләй, «туплы малайҙар». Әммә, ейәнсәрҙәрем үҫеп килә, әлхәмдүлиллаһ. Улар хаҡында кемдер берәү (хатта үҙебеҙ ҙә!) яҡшы һүҙ әйткән һайын әле үрҙә килтерелгән доғаларҙы уҡып ҡына торам, үҙҙәренә лә өйрәтәм. Малайҙарға ла күҙ тейеүе мөмкин. Һеҙ нисектер, әммә мин сәскәләй матур ҡыҙҙарыбыҙҙы «үлеп» ҡыҙғанам! Быуаттар буйы Ислам динендә булған боронғо өләсәйҙәребеҙ ғүмерҙә лә ҡыланмаған нәмә менән булышып, уларҙың башҡаларға оҡшарға тырышыуы, үҙҙәренә-үҙҙәре ғәҙелһеҙлек ҡылыуы бик йәл, йәмәғәт.
Айытбай Төхвәтуллин.