Мосолман календары буйынса, йыл 12 айҙан, йәғни 354 йәки 355 көндән тора. Айҙарҙың оҙонлоғо – 29 йәки 30 көн. Исемдәре: мөхәррәм, сәфәр, рабиғел-әүүәл, рабиғел-ахыр, йомадиәл-әүүәл, йомадиәл-ахыр, рәжәб, шәғбан, рамаҙан, шәүүәл, зөлҡағиҙә һәм зөлхизә. Мөхәррәм, рәжәб, зөлҡағиҙә һәм зөлхизә тыйылған изге айҙар һанала. Улар ингән осорҙа һуғыш асыу, һунар итеү тыйыла.
Мөхәррәм. Беренсе көнө яңы йылдың башы булып тора. Унынсы көнө Ғәшүрә байрамына тура килә. Уны ураҙа тотоп, ғибәҙәттәр ҡылып, матур итеп үткәрәләр.
Сәфәр. Тәбиғәт, япраҡтар һарғайған ваҡытҡа тура килгән көҙгө ай булған, шуға ғәрәптәр уны «һары» тип төҫ буйынса билдәләп йөрөткән.
Беҙҙең башҡорт халҡында сәфәр айы тураһында байтаҡ ырым-ышаныуҙар бар. Боронғолар, «Сәфәр айы – ҡоро ай, был айҙа ҙур эштәр башларға ярамай», «Сәфәр айында кәләш алырға, кейәүгә сығырға ярамай», тигәндәр. Шуға ҡарамай, Мөхәммәт пәйғәмбәр саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең ҡыҙы Фатима Ғәлигә сәфәр айында кейәүгә сыҡҡан.
Үрҙә әйтелгән ырымдар ислам динен ҡабул иткәнгә ҡәҙәр ғәрәптәрҙә лә булған. Әммә барлыҡ айҙар, көндәр ҙә Аллаһы Тәғәләнеке. Шуға ла, уларҙың һәммәһенә хөрмәт менән ҡарау лазым.
Әүлиәләрҙең әйтеүенсә, сәфәр айының һуңғы шаршамбыһы ғына хәүефле. Был көндә, гонаһлыларға яза булып, ер йөҙөнә 320 мең төрлө бәлә-ҡаза төшә икән. Шуға сәфәр айының һуңғы шаршамбыһын дүрт рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып, Аллаһтан хәүеф-хәтәрҙән һаҡлауын һорарға кәрәк.
Рабиғел-әүүәл. Йылдың өсөнсө айының үҙенсәлеге шул – 12-һендә Аллаһтың яратҡан ҡоло Мөхәммәт пәйғәмбәр саллалаһу-ғәләйһис сәләмдең тыуған көнө. Раббыбыҙ барлыҡҡа килтергәндәрҙең иң яҡшыһы булған рәсүлебеҙ, йыһаныбыҙ нуры, беҙгә тура юл күрһәтеүсе Мөхәммәт пәйғәмбәр саллалаһу-ғәләйһис сәләм тыуғанға күрә, был көндө «Мәүлит байрамы» тип тә йөрөтәләр. Рабиғел-әүүәл айын мосолмандар һөйөклө рәсүлебеҙгә Салауаттар әйтеп, уның тормош юлы тураһында китаптар уҡып, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үткәрә.
Рабиғел-әүүәл айында булған ваҡиғаларҙан миҫалға түбәндәгеләрҙе килтерергә мөмкин: пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләм Мәккәнән Мәҙинәгә күсенгән, һуңынан был донъянан әхирәткә күскән; был айҙа беренсе йома намаҙы уҡылған; Сәхәбә Әбү Бәкер Сиддыҡ беренсе хәлиф тип иғлан ителгән һ.б.
Рабиғел-ахыр (Рабиғу ҫ-ҫәни). «Раби» ғәрәп теленән «яҙ» тигәнде аңлата, йәғни «һуңғы яҙ», «Рабиғу ҫ-ҫәни» – «икенсе яҙ». Мосолмандар төрлө йылда яуҙарҙа еңеү яулаған көндәр бар был айҙа.
Йомадиәл-әүүәл. Был ай ғәрәптәр йәшәгән ерҙәрҙә ҡоролоҡ булған осорға тура килә. Мосолмандар өсөн иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай, тип әйтеп булмай уның тураһында.
Йомадиәл-ахыр. Ошо айҙа рәсүлебеҙҙең ҡыҙы Фатима донъяға килгән; сәхәбә Әбү Бәкер Сиддыҡ баҡыйлыҡҡа күскән; Ғүмәр хәҙрәтте хәлиф итеп билдәләгәндәр; билдәле суфый шағиры Йәләлетдин Руми мәрхүм булған.
Рәжәб. Тыйылған айҙарҙың береһе. Был айҙа Рағаиб кисе бар, Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең ата-әсәһенең никах төнө.
Шулай уҡ, рәжәп айының икенсе оло хикмәте – Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмгә пәйғәмбәрлек килгәндең унынсы йылында (яҡынса 620 йылда) Миғраж кисе була. Рәсүлебеҙ Ябраил фәрештә һәм Бораҡ аты ярҙамында Иерусалим ҡалаһындағы изге Әл-Аҡса мәсетенә килә һәм һуңынан күккә олғаша. Фәҡәт был төндә Раббыбыҙ мосолмандарға биш тапҡыр намаҙ уҡыуҙы фарыз ҡыла.
Шәғбан. Ул рамаҙан айына әҙерлек айы. Был айҙы рәсүлебеҙ айырыуса күп ураҙалар тотоп, ғибәҙәттәр ҡылып үткәргән.
Рамаҙан. Барлыҡ мосолмандарға фарыз ҡылынған ураҙа тотоу айы был. Рамаҙандың һәр кисендә ифтар үткәрелә, тарауих намаҙҙары ҡылына. Айҙың 20-нән һуңғы таҡ һанлы көнөндә күк ҡабағы асыла, йәғни Ләйләтүл-ҡәҙер төнө була. Уны күпселектә рамаҙандың 27-cе кисендә, тип фаразлайҙар. Был шулай уҡ – рәсүлебеҙгә беренсе тапҡыр Ябраил фәрештә аша Ҡөрьән төшөрөлә башлаған ай.
Шәүүәл. Был айҙың беренсе көнө Ураҙа ғәйете байрамына тура килә. Шәүүәл айында дауам итеп, тағы ла алты көн ураҙа тотоу сауаплы иҫәпләнә. Ғәйшә анабыҙ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмгә шәүүәл айында кейәүгә сыҡҡан.
Зөлҡағиҙә. Тыйылған айҙарҙың береһе. Был айҙа мосолмандарҙың билдәле һуғыштары үткән.
Зөлхизә. Ислам календары буйынса һуңғы ай. Уның башындағы ун көн айырыуса яҡшы иҫәпләнә, сөнки бөтә донъя мосолмандары, Мәккә ҡалаһына йүнәлеп, 8–12-се көндәрҙә хаж ҡыла. Зөлхизәнең 9-сы көнөндә хажиҙар Ғәрәфә тауында тора, ә 10-сы көнөндә Ҡорбан байрамы үткәрелә. Ҡорбан рамаҙан айынан һуң 70 көн үткәс уҙғарыла.
Шулай итеп, барыбыҙ ҙа аңлауыбыҙса, ваҡыт, йылдар, айҙар – ул Аллаһ бүләге, ул беҙгә һынау өсөн генә бирелгән. Барлыҡ йылдарыбыҙ һәм көндәребеҙҙе Раббыбыҙ ҡушҡанса ғибәҙәттә күркәм үткәрергә тырышайыҡ.
Фәнирә Ғайсина.
Башҡортостан ҡыҙы, №10, 2019 йыл.