Ғәҙәттә, кеше үҙенә холоҡ-фиғеле буйынса оҡшашты һайлай. Билдәле әйтем бар: «Дуҫыңдың кем икәнлеген әйт, мин һинең кемлегеңде әйтермен». Динебеҙ дуҫлашып, бер-беребеҙгә терәк, ярҙамсы, кәңәшсе булып йәшәүҙе хуплай. Әммә дуҫ һайлағанда тәү сиратта уның иманына, күңеленең йомшаҡлығына, таҙалығына иғтибар итеү лазым, сөнки ҡаты бәғерлеләр, уҫалдар Аллаһтан йыраҡ була. Шуға ла Аллаһтан, гонаһтан, харамдан ҡурҡҡан мөьминде юлдаш итеү хәйерле. Кәләш, кейәү һайлағанда ла шулай уҡ, буласаҡ тормош юлдашың һине йәннәткәме, тамуҡҡамы илтәсәген алдан уйларға кәрәк, сөнки кеше кем менән яҡын аралаша, шуның фитраһын, динен үҙләштерә. Әгәр әхирәтегеҙ ғәйбәт ярата икән, һеҙ уның һөйләгәндәрен тыңлап, бергә гонаһҡа батасаҡһығыҙ. Күңелегеҙҙе берәүҙәр – буш, яман хәбәр, ә тәҡеүәле кешеләр юғары рухиәт, файҙалы ғилем менән тултырасаҡ. Дуҫығыҙҙың иманы ныҡ булһа, һеҙҙең дә иманығыҙ көсәйәсәк. Шуға ла дин тотмаған, Аллаһҡа тәүбә, шөкөр итмәгән, рәхмәтһеҙ, ышанысһыҙ, асыҡ гонаһ ҡылып йөрөгән, аҙашҡан әҙәмдәрҙән йыраҡ булыу яҡшы. Раббыбыҙ уларҙан алыҫ булырға ҡуша, сөнки Ул беҙҙе Үҙенә саф килеш ҡайтыуыбыҙҙы теләй.
Дуҫты шәхси файҙа өсөн генә һайламайҙар, әммә ул ауыр саҡта хәленән килгәненсә ярҙам итергә, бәләгә тарығаныңда терәк булырға, ә хаталанһаң, төҙәтеп ебәрергә тейеш. Кем дә кем яҡшылыҡҡа өндәп, Аллаһты иҫебеҙгә төшөрөп, тура юлдан барырға әйҙәп тора икән, уны дуҫ итеп һайларға мөмкин. Холҡо күркәм, ғәмәлдәре матур, һүҙе дөрөҫ, фекере ғәҙел булырға тейеш. Яуап көнөндә Аллаһ ризалығы өсөн дуҫлыҡ ептәрен һаҡлағандың дәрәжәһе юғары һанала. Унда дуҫтарыбыҙ беҙгә шаһит та, шәфәғәтсе лә буласаҡ икәнен иҫтән сығармайыҡ.
Нимә эшләһәк тә: ғаилә ҡорғанда, дуҫ һайлағанда, аралашып йәшәгәндә лә, барлыҡ ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе фәҡәт Аллаһ ризалығы өсөн, тип ниәтләргә кәрәк. Шулай уҡ дини ғилем таратыу һәм диндарҙар араһында туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, изгелектәр ҡылыу өсөн тырышайыҡ.
Йәштәрҙең күбеһе йыш ҡына бер хата яһай: ниндәйҙер артисты, йырсыны кумир итеп һайлай ҙа, уны мөкиббән китеп яратып, уға оҡшарға теләй башлай. Уның ниндәй кеше, иманлымы-юҡмы икәнен уйлап та бирмәй. Бәлки, ул йырсы тамуҡ әһелелер?.. Хәҙистән билдәле булыуынса, беҙ был донъяла кемдәрҙе яратабыҙ, әхирәттә шулар менән бергә буласаҡбыҙ. Иманһыҙҙарға, Тәүхидте һанламағандарға беҙ оҡшарға ынтылмайыҡ! Был хаҡта Ҡөрьәндә лә әйтелгән: «...беҙ аҙашҡандар һәм ғафилдар артынан эйәрҙек. Беҙ уларға оҡшарға тырыштыҡ. Беҙ Яуап көнөн алдыҡ тип иҫәпләй башланыҡ. Һәм шул ваҡытта үлем килде» («Әл-Мудәҫҫир» («Кейеменә бөркәнгән») 74: 45-47).
Шулай уҡ беҙгә динебеҙгә дошман булған менән дә дуҫлашыу тыйылған. Илебеҙ, йәмғиәтебеҙҙәге тыныслыҡ, татыулыҡ һәр ғаиләгә, халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәргә барып тоташа. Шуға ла мосолмандар бер-береһенән көнләшмәҫкә, ышанырға һәм ышанысты аҡларға, ғәҙеллек менән эш итергә тейеш. Әгәр ҙә ике кеше араһында көнсөллөк тыуһа, был улар ғына түгел, ғаиләләр, ауылдар, милләттәр араһында ла низағ, дошманлашыу уятыуы ихтимал. Бындай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн, яҙмышҡа ышаныу, Аллаһ һәр кемгә лә айырым ниғмәтен, бәрәкәтен мул яҙғанын аңлау һәм Раббыбыҙ беҙгә бары тик яҡшылыҡты ғына теләгәнен тойоу, белеү фарыз.
Иманлыларҙың дуҫлығы хаҡында Ҡөрьәндә: «Ә иман килтергән ирҙәр менән иман килтергән ҡатын-ҡыҙҙар — береһе икенсеһенә дуҫ. Улар хупланған эшкә ҡушалар, тыйылғандан тотҡарлайҙар, намаҙ торалар, зәкәт бирәләр, Аллаға һәм Уның рәсүленә буйһоналар. Быларға Аллаһ рәхмәтен ҡылыр. Аллаһ бөйөк, рәхмәтле!» («Әт-Тәүбә» 9:71) – тиелгән.
Ә бит холҡобоҙ өҫтөндә эшләү, салих-мөьмин кимәленә, йәғни камил мосолманға әйләнергә тырышыу һәр кемебеҙҙең ҡулынан килә. Бының өсөн әҙәп-әхлағыбыҙ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу-ғәләйһис-сәләмдекенә оҡшауын теләйек.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә иманлы дуҫтарҙы, йәннәткә илтәсәк тоғро юлдаштарҙы ғына насип итһен! Амин!
Фәнирә Ғайсина.