0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
24 Ноябрь 2023, 10:21

Гүзәл затҡа нәсихәт

Ваҡыт үткән һайын донъя үҙгәрә, һәр заман халыҡҡа, уның йәшәйешенә үҙ яңылыҡтарын индерә. Йәмғиәттәге үҙгәрештәр кешенең эске донъяһына, рухи асылына, хатта ҡиәфәтенә тәьҫир итә. Айырыуса мода артынан ҡыуыу күренеше көслө бөгөн.

Гүзәл затҡа нәсихәт
Гүзәл затҡа нәсихәт

Ҡатын-ҡыҙҙар сибәрерәк, хислерәк, йәшерәк булып күренер өсөн нимә генә эшләмәй: яһалма керпек йәбештерә, тырнаҡ үҫтерә, иренен бүрттерә, күҙ ҡабаҡтарына, танауына, битенә, ғөмүмән, тәненә төрлө пластик операциялар эшләтә. Йөҙөн, буй-һынын танымаҫлыҡ итеп үҙгәрткән осраҡтар бар. Ә динебеҙ тыумыштан, Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән ҡиәфәттең тәбиғи матурлығын һаҡлау яғында. Уны үҙгәртергә ярамай. Ҡаш йолҡоу, татуировка эшләтеү, тештәрҙе осло итеп игәү, парик кеүек яһалма сәс йөрөтөү ҙә тыйылған, ә инде енесте үҙгәртеү – иң оло харам. Раббыбыҙ тыйғандарына буйһонмау – гонаһ, Аллаһ бар ҡылған нимәне үҙгәртеү – Уның ҡарары менән риза булмау, Уға ҡаршы торорға тырышыу, үҙһүҙләнеү ул.
Әгәр ҙә инде бала зәғиф булып тыуһа, йәки кеше, янғында янып, һәләкәткә осрап, һаулығына зыян килеп, йөҙө ысынлап та ҡурҡынысланһа, шул осраҡта ғына биткә, кәүҙәгә дауаланыу ниәте менән пластик операция яһатырға мөмкин. Мәҫәлән, танау һынып, тын алыу ауырлашһа, уны төҙәтергә ярай. Шулай уҡ әгәр ҡатын-ҡыҙ тәнендә тәбиғи булмаған, аномаль нимәләр була икән, йөҙөнә мыйыҡ-һаҡал үҫһә, уларҙы медицина ярҙамында юҡ итергә, хәстәләрҙән ҡотолорға шәриғәт рөхсәт итә.
Ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек тырнаҡ буярға ярата, әммә тырнаҡ буяулы булһа, тәһәрәт тулы һаналмай һәм намаҙ уҡыһаң да, ҡабул булмай, сөнки лак аша һыу үтмәй. Тырнаҡты, мәҫәлән, ҡына кеүек тәбиғи һәм һыу үтмәле матдә менән буяһаң, йәки намаҙ уҡыр алдынан таҙартыр булһаң ғына мөмкин.
Татуировкаға килгәндә, тәнгә ваҡытлыса, һыу йәки май менән тиҙ генә йыуылып төшә торғандарын эшләтергә ярай. Унда кеше, йәки хайуан һүрәттәре, мәжүсиләрҙең билдәләре, мәғәнәләре яман яҙыуҙар, динебеҙгә ҡаршы килгән рәсемдәр булырға тейеш түгел. Шуға ла нәфсе ҡотҡоһона бирелеп, матурлыҡ артынан ҡыуам тип, яңылышыуҙан һаҡ булыу мөһим. Шикле, зыянлы, гонаһлы нәмәләрҙән йыраҡ тороу тормошобоҙҙо нурлыраҡ, бәхетлерәк итер.
Шайтан мосолмандарҙы тура юлдан яҙҙырырға, гонаһҡа батырырға теләп, бөтә харам, мәкрух нәмәне лә матур итеп күрһәтергә тырыша. «Ән-Ниса» (Ҡатындар) сүрәһендә: «Аллаһ шайтанды Үҙенең рәхмәтенән мәхрүм итеп ләғнәтләне һәм ул шайтан әйтте: «Барыбер мин һинең ҡолдарыңдан билдәле бер өлөш аласаҡмын һәм уларҙы юлдан яҙҙырырмын һәм күңелдәрендә нәфсе-хыялдар тыуҙырырмын, уларға малдың ҡолаҡтарын киҫергә ҡушырмын, һәм уларға Аллаһ бар иткәнде үҙгәртергә ҡушырмын!» Кем Алланан башҡа шайтанды яҡлаусы итә, шул кеше асыҡтан-асыҡ зыян күрә» (118–119-сы аяттар) – тиелгән.
«Әр-Рум (Румиҙар)» сүрәһендә: «Үҙ йөҙөңдө тоғро итеп дингә йүнәлдер — Алланың төҙөүе буйынса, Ул кешеләрҙе шулай төҙөнө. Алланың барлыҡҡа килтергән нәмәләрендә үҙгәреш юҡ. Был — тура дин, әммә кешеләрҙең күбеһе уны белмәй!» (30-сы аят) – тиелгән.
Мосолман ҡатын-ҡыҙына өйөндә, фәҡәт ире өсөн генә биҙәнергә, хушбуй һөртөргә рөхсәт ителә. Ә урамға сыҡҡанда, башҡа ирҙәрҙең иғтибарын йәлеп итерҙәй биҙәнеп, ғәүрәт күренерлек итеп кейенеү килешмәй.
Әлбиттә, кеше күңеле, йөҙө, тышҡы сағылышы менән дә матурлыҡҡа ынтыла. Яҡшы, таҙа кейем кейеп, бөхтә йөрөүебеҙҙе динебеҙ хуплай. Әммә Аллаһ Тәғәлә беҙҙең ҡиәфәтебеҙгә, кейемдәребеҙгә ҡарамай, Уға йөрәктәребеҙ, ҡылған ғәмәлдәребеҙ мөһим. Әгәр ҙә кеше тышҡы яҡтан гүзәл булып та, уның йәне тулы әшәкелек, көфөрлөк икән, ул әҙәмдең һис бер ҡиммәте юҡ, сөнки кешенең бар ҡиммәте – иманында! Иң мөһиме – иманыбыҙ камиллығы!
Раббыбыҙ кешене камил ҡиәфәттә бар ҡылған, Уның биргәндәренә риза булып, йәнебеҙҙе лә, тәнебеҙҙе лә сыныҡтырып, Уның сикһеҙ бәрәкәттәренә шөкөр итеп йәшәйек.

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: