+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
20 Октябрь 2023, 13:57

Ваҡыт төшөнсәһе

Аллаһ Тәғәлә беҙгә ваҡытты, һаулыҡты, ғилемде, мал-мөлкәтте аманат итеп биргән. Барыбыҙ ҙа Яуап көнөндә улар өсөн яуап тотасаҡбыҙ: һаулығыбыҙҙы нисек тотоноуыбыҙ, ваҡытыбыҙҙы нисек үткәреүебеҙ хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Һис кем, шул һорауҙарға яуап бирмәй тороп, урынынан да ҡуҙғалмаҫ.

Ваҡыт төшөнсәһе
Ваҡыт төшөнсәһе

Ваҡытты Аллаһ Тәғәлә беҙҙең өсөн бар ҡылған. Аллаһтың Үҙе өсөн ваҡыт, заман төшөнсәһе юҡ. Мосолман кешеһе ваҡытын әрәм итмәй, ә һәр даим файҙа менән үткәрергә тырыша. Әхирәттә кешенең иң ныҡ үкенгәне – Аллаһты онотоп, Уны иҫләмәй, бушҡа уҙғарған ваҡыты өсөн булыр, ти.
Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһис-сәләм: «Биш нимәнең ҡәҙерен белегеҙ: ҡартайғансыға саҡлым – йәшлектең; ауырығансыға ҡәҙәр – һаулыҡтың; фәҡирлеккә тиклем – байлыҡтың; эштәр күбәйгәнсе – буш ваҡыттың; үлгәнсегә ҡәҙәр – ғүмерҙең!» – тигән.
Тыуғандан башлап һәр көн, сәғәт, секунд һайын ғүмеребеҙ ҡыҫҡара. Ә бит алдағы һәр секундыбыҙ һуңғыһы булыуы ихтимал, бер кемгә лә: «Һин биш минуттан һуң тере буласаҡһың!» – тигән гарантия бирелмәгән. Һиңә тигән кәфенлек кибет кәштәһендә, бәлки, яталыр ҙа?.. Ә вайымһыҙ кеше үҙен мәңге йәшәр кеүек хис итә, буш хыялдар менән алдана, әхирәткә әҙерләнмәй, уйланмай, ваҡытын исраф итә. Ысынында йәйен – ҡышҡылыҡҡа, сәйәхәтсе юлға әҙерләнгән кеүек, беҙгә лә киләсәк тормошҡа, күп ғибәҙәттәр, тәүбәләр ҡылып, көн дә изгелектәр эшләп, алдан әҙерләнеп йөрөү фарыз. Сөнки кеше нисек йәшәй, үлгәнендә лә шул хәләттә ҡаласаҡ. Мәҫәлән, бур – урлашҡан ваҡытында, аҙғын – зина ҡылғанында, иманлы намаҙ уҡығанында баҡыйлыҡҡа күсеүе бар. Ҡәберҙән ҡубарылғанда ла беҙ шул хәлдә буласаҡбыҙ. Шуға был донъяларҙан иманлы хәлдә китеү – иң ҙур бәхет, ә гонаһ ҡылғанда йән биреүҙән Аллаһ Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын!
Аҡсаны, малды исраф иткәнгә ҡарағанда, ваҡытты бушҡа, заяға уҙғарыу насарыраҡ, сөнки ул – һинең ғүмерең! Мосолман ҡояш нурҙары менән бергә уянырға, үҙ ваҡытын, көнкүрешен нисек үткәрәсәген «Аллаһ ризалығы өсөн» тип, алдан файҙалы итеп ниәтләргә тейеш.
Ваҡытының ҡәҙерен белмәү әҙәм балаһының әхирәттәге тормошона ла зыян килтермәй ҡалмаҫ. Ҡөрьәндә ваҡытҡа бәйле «Әл-Ғаср» тигән сүрә бар. Аллаһ унда ваҡыт менән ант итә: «Заман, ваҡыт менән ант итәм! Ысынлап та, кеше зыян күреү хәлендә, иман килтереп, изге эштәр ҡылып, бер-береһен хәҡиҡәткә өйрәтеүселәр һәм бер-береһен сабырлыҡҡа өндәүселәрҙән башҡа!» (103-сө сүрә, 1-3-сө аяттар).
Ҡөрьәндә ваҡыт тураһында әйтелгән аяттар күп: «Улар һине ғазап менән ашыҡтыра, әммә Аллаһ Үҙ вәғәҙәһен һис үҙгәртмәй һәм, ысынлап та, Раббыңдың көнө — һеҙ иҫәпләгәнсә мең йыл тиклем!» («Әл-хаж» 22-се сүрә, 47-се аят). «Әс-Сәждә» (Сәждә) сүрәһендә: «Аллаһ – күктәрҙе, Ерҙе һәм улар араһындағы нәмәләрҙе алты көндә барлыҡҡа килтереүсе, шунан һуң Ул тәхеткә күтәрелде, һеҙҙең Унан башҡа ярҙамсығыҙ ҙа, яҡлаусығыҙ ҙа юҡ. Иҫегеҙгә төшөрмәйһегеҙме ни? Ул Күктән Ергә Үҙ әмерен ебәрә, шунан һуң Ул, һеҙ иҫәпләгән буйынса, оҙонлоғо мең йылға тигеҙ булған көндә Уға кире күтәрелә» (4-5-се аяттар).
Белеүебеҙсә, заман ахырында ваҡыт шәбәйер, тигәндәр. Бөгөн ысындан шулай икәненә шаһитбыҙ. Борон кешеләр йыл буйы уҙған юлды машинала, самолетта бер нисә сәғәттә үтәбеҙ. Элек хат ай буйы килһә, хәҙер секунд эсендә смс-тар алабыҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең тормошобоҙҙо еңеләйтеп, бәрәкәтен шундай мөмкинлектәр ярҙамында ла биргәне аңлашыла.
«Әл-Мәғәридж» (Баҫҡыстар) сүрәһендәге: «Үлсәме илле мең йыл булған көндө фәрештәләр һәм рух (Ябраил фәрештә) Уға күтәрелә», – тигән 4-се аятында Хисап көнө тураһында әйтелгән. Яуап көнөнөң дауамы, беҙҙең ваҡыт менән иҫәпләгәндә, 50 мең йыл буласаҡ. Әммә ул төрлө кешеләр өсөн төрлөсә була: күп ғибәҙәт ҡылғандар өсөн тиҙ үтә, ә гонаһ­лыларға меңәр йылдарға һуҙыла.
Фани ғүмер тигәндәре ҡыҫҡа ғына, шуға ваҡыттың ҡәҙерен, бәҫен беләйек, һәр секундты файҙа менән, зекерҙә үткәрергә тырышайыҡ. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ғафиллыҡтан, вайымһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан һәм Яуап көнөндә үкенеүҙәрҙән, аяныслы хәлдә ҡалыуҙан Үҙе һаҡлаһын! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: