+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
29 Сентябрь 2023, 15:34

Динебеҙҙә һаулыҡты һаҡлау ысулдары

Аллаһ Тәғәләнең: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем», – тигән «Ат-Тур» (Тау) сүрәһенең 56-сы аятынан үҙебеҙҙең төп бурысыбыҙҙы беләбеҙ. Кешегә ғибәҙәт ҡылып йәшәй алыр өсөн тәү сиратта һаулыҡ кәрәк. Раббыбыҙ беҙгә аманат итеп кәүҙә, тән һаулығын биргән. Беҙ Ул насип иткәнгә риза булып, ғүмер буйы кәүҙәбеҙ таҙалығын, һаҡларға тырышабыҙ, сөнки һаулыҡ булмаһа, камил рәүештә ғибәҙәт ҡылыу ҙа ауырлаша.

Динебеҙҙә һаулыҡты һаҡлау ысулдары
Динебеҙҙә һаулыҡты һаҡлау ысулдары

Сәләмәтлек ни өсөн насарая? Йышыраҡ һыуыҡ үткәндән, күҙ тейгәндән, иҫкергән ризыҡтан, самаһыҙ ашауҙан, хәрәкәтләнмәүҙән һәм күңел тыныслығын юғалтыуҙан сирләй башлайбыҙ. Артыҡ күп, ялһыҙ эшләү һаулыҡты ҡаҡшата, шуға ла ҡайһы саҡ үҙебеҙгә ял биреп алыу ҙа файҙа. Әммә ваҡытты бушҡа үткәрергә ярамай, Аллаһ барлығын онотоу, зекер ҡылмау – ваҡытты бушҡа үткәреү менән бәрәбәр. Беҙ нимә эшләһәк тә, күңелебеҙ, йөрәгебеҙ зекерҙә йөрөргә тейеш.
Ҡөрьәндә ошондай һүҙҙәр бар: «Һәр кемдең үҙе тотҡан йүнәлеше бар. Хәйерле эштәрҙә бер-берегеҙҙе уҙырға тырышығыҙ! Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һеҙҙең бары­ғыҙҙы ла хөкөм итер өсөн Ҡиәмәт көнөндә йыйыр. Ысынлап та, Аллаһ һәр нимәгә ҡөҙрәтле» («Әл-Бәҡара» сүрәһенең 148-се аяты).
Сәләмәтлекте һаҡлау алымдарына килгәндә, Ҡөрьән сүрәләре, аяттар уҡып һауығыу ысулы бар икәнен беләбеҙ. Мәҫәлән, «Әл-Фатиха» сүрәһе үлемдән башҡа барлыҡ сиргә лә шифа, тигәндәр. Ен ҡағылһа, күҙ тейһә, «Аятел-көрси» («Әл-Бәҡара» сүрәһенең 255-се аяты), «Әл-Фәләҡ» (113-сө сүрә), «Ән-нәәс» (114-се сүрә) сүрәләрен уҡып, үҙ-үҙебеҙҙе өшкөрә алабыҙ. Ҡайһы бер ауырыуҙар өсөн хиджәмә (ҡан сығарыу) эшләтеп, һөлөк һалдырып, төрлө үләндәр, зәм-зәм һыуы эсеп, бал ашап дауа­ланыу килешә. Шулай уҡ һаулыҡ яҡшы булһын өсөн хәләл ризыҡ менән генә туҡланырға, йыш ураҙа тоторға кәрәклеген беләбеҙ.
Хәҙерге заманда иң күп ауырыуҙар – хәрәкәтләнмәүҙән. Кешегә сәләмәт булыр өсөн көн дә хәрәкәтләнеү, йәғни спорт күнекмәләре яһау мөһим. Хәҙис­тәрҙән билдәле булыуынса, пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм ҡайһы бер спорт күнекмәләрен оҡшатҡан һәм улар менән шөғөлләнергә кәрәк икән­леген әйткән. Динебеҙҙә ҡылыс менән күнекмәләр, көрәш, ауыр атлетика, йүгереү, йәйәү йөрөү, уҡтан атыу, һөңгө ырғытыу, һыуҙа йөҙөү, дөйәлә, атта уҙышыу яҡшыларҙан иҫәпләнә. Ә тыйылған, ярамаған спорт төрҙәренән бокс һанала, сөнки кешенең йөҙөнә һуғырға ярамай.
Пәйғәмбәребеҙ Үҙе лә, сәхәбәләре лә баһадирҙай матур кәүҙәле булған. Хатта пәйғәмбәребеҙҙең ҡатыны Ғәйшә радыйаллаһу ғәнһү менән йүгереп ярышҡаны хәҙистәрҙән билдәле. Аллаһ юлында көрәшер, тейешенсә хеҙмәт итер өсөн, мосолман рухи ғына түгел, үҙен физик яҡтан да нығытырға тейеш, сөнки Аллаһ ҡаршыһында көслө мөслим һөйкөм­лөрәк, ышаныслыраҡ күренә. Һуғыш яланында ла, хаж ҡылғанда ла физик яҡтан көслө булыу отошло.
Оҙаҡ һәм бәрәкәтле итеп йәшәйек, тиһәк тә, һаулыҡ кәрәк, ә уның өсөн үҙ-үҙеңде күнекмәләр менән нығытыу зарур. Әгәр кеше спорт менән шөғөлләнмәһә, гел ялҡауланып ултырһа, ятһа, мускулдар ҙа, ҡан тамырҙары ла үҙ ныҡлығын юғалта: тән тиреһе һәлберәй, кәүҙә көсһөҙләнә, ҡан насар йөрөй, ашҡаҙан эшләмәй – кеше төрлө ауырыуҙарға дусар ителә. Мәҫәлән, намаҙ уҡыу ҙа – үҙенә күрә бер күнекмә ул, сөнки эйелгәндә, сәждәгә киткәндә барлыҡ мускулдар, ҡан тамырҙары, быуындар тартыла, хәрәкәткә килә, был кешене сәләмәтләндерә.
Һаулыҡты беҙгә Аллаһ Тәғәлә биргәнен онотмайыҡ. Дарыу ашағанда ла, әгәр Аллаһтың ихтыяры булмаһа, уның беҙгә файҙаһы булмаҫ. Шуға ла ауырып китһәк, тәү сиратта Аллаһҡа доға ҡылып, шифа һорар кәрәк. Туғандарыбыҙ, таныш­тарыбыҙ сирләһә лә, улар өсөн доға ҡылыу лазым, сөнки икенсе кешегә доға ҡылһаҡ, ул мотлаҡ ҡабул була.
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла көслө иман, ныҡлы таҙалыҡ-һаулыҡ насип итһен, биргән бәрәкәттәренән айырмаһын! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: