+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
25 Август 2023, 10:46

Аманатҡа тоғролоҡ

Һуңғы йылдарҙа: «Хәҙер һис кемгә ышанып булмай», – тигәнде йыш ишетергә тура килә. Тимәк, әлеге күренеш «йәмғиәттә ышаныслы, тоғро кешеләр ҡалмаған, халыҡта иман юғала» тигәнде аңлата. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, был – заман ахырының ныҡ яҡын булыуының билдәһе.

Аманатҡа тоғролоҡ
Аманатҡа тоғролоҡ

Көндәлек тормошта беҙ кемгәлер бурысҡа аҡса, уҡырға китап, һаҡлап торорға әйбер биреп торабыҙ, тик һөйләшелгән ваҡытта беҙгә аҡсабыҙҙы кире ҡайтармайҙар, ә һаҡларға тип бирелгән әйберебеҙ тотонолған йәки һатылған булыуы ихтимал.
Кешеләр көн дә тиерлек кемгәлер вәғәҙә бирә, әммә уны шунда уҡ онота һәм был ғәҙәти хәлгә әүерелеп бара, шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул ителә. Әммә Яуап көнөндә беҙ был донъяла биргән һәр вәғәҙә өсөн Аллаһ ҡаршыһында яуап бирәсәкбеҙ. Шуға ла һәр һүҙгә етди ҡарарға кәрәк, үтәргә йыйынмайһың икән, вәғәҙә бирмә! Биргән вәғәҙәгә, антҡа, аманатҡа хыянат итеү – иң ҙур гонаһтарҙың береһе. Аманатты үтәмәү – ул монафиҡтарҙың (лицемер), ике йөҙлөләрҙең һыҙаты. Ике йөҙлө хәбәр һөйләй икән – алдаша, вәғәҙә бирә икән – үтәмәй, ә ышанһалар – һата. «Улар кешеләрҙән йәшеренә, әммә Аллаһтан йәшеренә алмай. Төндә Аллаға оҡшамаған һүҙҙе уйлағанда ла, Ул – улар менән, Аллаһ улар башҡарған эштәрҙе солғай!» («Ән-Ниса» сүрәһенең 108-се аяты). «Алдаҡсы – минең өммәтемдән түгел!» – тигән хәҙис барыһына ла таныш.
«Әл-Бәҡара» сүрәһенең 77-се аятында: «Улар үҙҙәренең йәшерен эштәрен дә, асыҡ эштәрен дә Алланың күргәнен белмәйҙәрме һуң?» – тиелгән. «Ысынлап та, Аллаһ һеҙгә, һеҙҙең ҡулға тапшырылған аманатты хужаһына ҡайтарырға һәм кешеләрҙе хөкөм иткәндә ғәҙеллек менән хөкөм итергә бойора! Ниндәй ниғмәтле Алланың һеҙҙе өгөтләгән нәмәһе! Ысынлап та, Аллаһ ишетә, күрә!» («Ән-Ниса» сүрәһенең 58-се аяты).
Аманат – ғәрәп теленән, әмәнә, иман һүҙенән алынған. Аманат – ул тоғролоҡ, ышанысты, өмөттө, тапшырылғанды һаҡлау, йәғни башҡа кешеләрҙең хоҡуғына хилаф итмәү. Мәҫәлән, сер һөйләп, уны бер кемгә лә сисмәҫкә ҡушһалар – был да аманат.
Мосолман кешеһе теле, ҡулы менән кемгәлер зыян итеүҙән тыйылһын! Уның янында башҡалар ҙа үҙен ышаныслы тойорға, имен булырға тейеш. Ә именлектең нигеҙе – ғәҙеллек, ныҡлы иман, Аллаһ ҡушҡанын тулыһынса үтәү, Уға буйһоноу!
Кешенең ҡиммәте – уның иманында! Мосолмандың иманы нығыраҡ, әҙәп-әхлағы юғарыраҡ булған һайын, ул Аллаһҡа яҡыная, тигәнде аңлата. Аманатты үтәмәү, тотмау иманды боҙа, уны юҡҡа сығара.
Ғаиләлә лә аманатты тотоу лазым, ир менән ҡатын бер-береһенә тоғролоҡ һаҡларға тейеш! Өйҙәге, аралағы серҙе ситтә һөйләп йөрөү килешмәй, ярамай! Баланы ла, бәләкәй әле, аңламай, тип һанламау – дөрөҫ түгел. Уға нәмәлер һатып алырға вәғәҙә итһәгеҙ, һүҙегеҙҙе үтәгеҙ! Алмаҫтайына ышандырмағыҙ.
Ата-әсә, дуҫтар, таныштар, күршеләр араһында ла биргән вәғәҙәгеҙҙе үтәү, алған аманаттарығыҙҙы һаҡлау мөһим!
Бөтәбеҙгә лә тапшырылған аманат бар! Аллаһ Тәғәлә кешеләргә ике нәмәне аманат итеп ҡалдырған: Ҡөрьән һәм пәйғәмбәребеҙ сөннәтен. Беҙ шул ике аманатты тотоп йәшәргә тейеш! Иң мөһим, бөйөк аманат – Аллаһтың беҙгә ҡушҡаны: ғибәҙәт ҡылыу, йәғни намаҙ уҡыу. «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем», – тигән Аллаһ Тәғәлә («Ат-Тур» (Тау) сүрәһенең 56-сы аятында). Ә беҙ Аллаһтың аманатын тулыһынса үтәйбеҙме икән?!

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: