Ә ислам динен тотҡандар нимәһе менән айырылып торорға тейеш һуң? Мосолман Аллаһ юлында изгелектәр ҡылыуҙа, хәйер-саҙаҡа биреүҙә, кемдер күберәк ураҙа тотоп, дингә хеҙмәт күрһәтеүҙә, Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләмгә һөйөүҙә ярыша, йәннәткә эләгергә тырыша. Әммә уларҙың ниәте – фәҡәт Аллаһ ризалығы өсөн. Ә был донъяла ҡылған барса изге ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын тиһәк, уларҙы ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарыу фарыз. Сөнки Аллаһ тик ихлас ғәмәлдәребеҙҙе генә ҡабул итә. Ихлас ниәт менән ҡылынған изгелектең шаһиты Аллаһ ҡына була, рәхмәт-сауабын да уға Аллаһ Үҙе яҙа. Ихласлыҡ – ул Аллаһ Тәғәләнең үҙ ҡолона биргән оло ниғмәте, бүләге икәнен оноторға ярамай.
Әлбиттә, айырылып торорға ынтылыу – яҡшы һыҙат, заманында сәхәбәләр ҙә һәр береһе нимәһелер менән үҙенсәлекле булған. Кемдер –батырлығы, берәүҙәр – ғәҙеллеге, икенселәре йомартлығы менән. Беҙгә иһә был донъяла дин юлында Аллаһ ризалығына өлгәшеү өсөн тырышлығыбыҙ, тәҡеүәлегебеҙ менән айырылып тороу килешә.
Яуап көнөндә иң яҡшыларҙан булып күркәм, гүзәл холоҡло, итәғәтле, күп зекер ҡылыусы, шөкөр итеүсе кеше һаналыр. Холҡобоҙҙо күркәмерәк итер өсөн, һәр ваҡыт нәфсебеҙ менән көрәшеп, уны аҙып китеүҙән һаҡлап торорға кәрәк. Бының өсөн мосолман кешеһендә ике төп сифат булырға тейеш: шөкөр итеү һәм сабырлыҡ. Шатлыҡҡа шөкөр итеп тә, ауырлыҡҡа сабыр итеп тә иманлы кеше сауапҡа ирешә! Сабырлыҡ – ул бер нисә төрлө. Ҡайғы килгәндә генә түгел, юҡсыллыҡ, аслыҡ, ауырыу, шатлыҡ, байлыҡ, фәҡирлек кеүек һынауҙар алдында ла барыһына һәм булғанына шөкөр ҡылырға тейешбеҙ. Сөнки бар нимә – Аллаһтан. Ауырығанда сабыр итһәк, беҙҙең гонаһтарыбыҙ юйыла һәм сауап яҙыла. Байығанда ла, маһайып китмәҫ өсөн, тыйнаҡ булыу мөһим. Ҡыйын саҡта ла түҙергә кәрәк, барыһы ла ваҡытлыса ғына икәнен оноторға ярамай. «Әл-Инширах» сүрәһенең 5-6-сы аяттарында: «Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек бит, ысынлап та, ауырлыҡтан һуң еңеллек бит!» – тип вәғәҙә ителгән.
Ҡөрьәндә: «Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Сабырлыҡтан һәм намаҙҙан ярҙам һорағыҙ. Ысынлап та, Аллаһ сабыр иткәндәр менән!» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 153-сө аят). Артабан: «Беҙ һеҙҙе нимә менән булһа ла: ҡурҡыныс һәм аслыҡ, малдарҙың, йәндәрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән һынайбыҙ, – сабыр иткән кешеләрҙе һөйөнсөлә!» – тиелгән (шул уҡ сүрә, 155-се аят).
Шөкөр итһәк, Аллаһ Тәғәлә беҙгә, тағы ла ниғмәтен, бәрәкәтен өҫтәп, арттырып бирәсәк. Шуға ла мөьмин һәр ваҡыт сабыр итеп һәм шөкөр ҡылып йөрөргә тейеш.
Аллаһу Тәғәлә беҙгә Ҡөрьәндә әмер иткән: «Үәғтәсыймүү бихәблилләәһи джәмииғәү-үә лә тәфәрраҡуу». Тәржемәһе: «Барығыҙ ҙа Аллаһтың бауына, Ҡөрьәнгә, диненә тотоноғоҙ һәм айырылмағыҙ!» («Әл-Ғимран» сүрәһе, 103-сө аят). Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһү ғәләйһис-сәлләм хәҙисендә әйткән: «Тәрәктү фиикүм әмрайни лән тәдҙыйллүү мәә тәмәссәктүм биһимәә: китәбәллааһи үә сүннәтә нәбиййиһи». Тәржемәһе: «Һеҙгә ике нимә ҡалдырҙым, әгәр уларға ныҡлап йәбешһәгеҙ, һис тә аҙашмаҫһығыҙ, улар: Аллаһтың китабы Ҡөрьән һәм пәйғәмбәренең сөннәте». Иблис беҙҙе һәр ваҡыт һағалап торғанын һәм төрлө яҡтан һөжүм иткәнен онотмағыҙ! Шуға ла, сабыр һәм шөкөр итеп, ғибәҙәттәр ҡылып, тура юлдан айырылмаҫҡа тырышығыҙ!
Фәнирә Ғайсина.