Әҙәм ғәләйһис-сәләм дә йәннәттә тәү тапҡыр күҙҙәрен асҡас, Ғәреш ҡапҡаһының башына «Лә иләһә илләллаһ, Мөхәммәт рәсүлуллаһ» тигән яҙыуҙы күргән.
Раббыбыҙ барлыҡ пәйғәмбәргә лә «Лә иләһә илләллаһ» («Аллаһтан башҡа илаһ юҡ») кәлимәһен, йәғни «Бар ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ Тәғәлә. Ул бар һәм Ул берәү генә» тигән ғилемде халыҡҡа еткерергә, дин таратырға йөкмәгән. Пәйғәмбәрҙәр Аллаһ ҡушҡанын үтәгән, әммә, ни тиклем генә дингә саҡырмаһындар, күп халыҡтар улар юлын һайламай һаман да боҙоҡлоҡта, гонаһҡа батып йәшәүен дауам иткән. Шул кафыр, тыңлашмаған гонаһлы ҡәүемдәрҙе Аллаһ язаға тарттыра килә. Мәҫәлән, Нух пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм заманында, туфан һыуы ҡалҡып, уның халҡы батып үлгән. Лут пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм осоронда йәшәгән халыҡ та, түңкәрелеп, өҫтәренә ут, таш яуып, тормош көткән ерҙәре хәҙерге Үле диңгеҙ аҫтында ҡалған. Ҡөрьәндең «Әл-Маидә» сүрәһенең 54-cе аятында Аллаһ Тәғәлә: «И-и-й, мөьминдәр! Әгәр һеҙҙең арағыҙҙан берәү хаҡ динен ташлап мөртәт булһа, Аллаһ улар урынына Үҙенә һөйөклө һәм Аллаһ уны һөйөүсе ҡәүемде тиҙҙән килтерер, улар мөьминдәргә – йомшак күңелле, көфөрҙәргә ҡаты күңелле булыр...» – тигән.
«Әл-Ғимран» сүрәһенең 137–138-се аяттарында: «Әй иман килтергәндәр! Һеҙгә ҡәҙәр инде көфөр ҡәүемдәр менән ғибрәтле ваҡиғалар булды, Аллаһ уларҙың ғазабын кисектерҙе, ә унан гонаһтары өсөн ғазап ҡылды. Илселәрен кирелек менән инҡар иткәндәрҙең нәтижәләре ниндәй булды, ҡарағыҙ! Ҡөрьәндә зекер ителгән иман килтергәндәрҙең һәм илселәрен инҡар иткәндәрҙең әлеге миҫалдары кешеләргә аңлатыу һәм уларға тура юлға һидәйәт һәм көфөрлөк юлынан ситләшеү булып тора», – тиелгән.
Ғөмүмән, һәр бала был донъяға мосолман булып, фитри иман менән тыуа, тик һуңынан ата-әсәләре генә, уларға үҙҙәренсә тәрбиә биреп, башҡа юлдан алып китә. Мосолман булып тыуыу – ул Аллаһтың беҙгә күрһәткән мәрхәмәте, ниғмәте, бүләге. Дин тотоп исламда йәшәү – беҙҙең өсөн оло бәхет!
«Лә иләһә илләллаһ» кәлимәһен әйтеү – беҙҙең иманлы, мосолман икәнебеҙгә дәлил. Уны тел менән генә әйтеү түгел, ә уның мәғәнәһен аңларға, бөйөклөгөн танырға һәм, ышанып, күңел менән ҡабул итергә кәрәк.
«Лә иләһә илләллаһ» кәлимәһен йыш зекер итеп йөрөргә ҡушыла, ул һәр мосолмандың йөрәгенә һеңергә тейеш. Беҙ үлгән саҡта һуңғы һүҙебеҙ «Лә иләһә илләллаһ» булһа икән, тип теләйбеҙ, сөнки кемдең һуңғы һүҙе иман кәлимәһе булһа, ул мотлаҡ ожмахҡа инә. Ҡәберҙән дә «Лә иләһә илләллаһ» һүҙе менән ҡубарылһаҡ икән, тип теләйбеҙ, сөнки пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм дә фәҡәт ошо һүҙ менән ҡубарыласаҡ.
Яуап көнөндә был иман кәлимәһе үлсәүҙә ауыр тартасаҡ, сөнки «Лә иләһә илләллаһ» тип әйткән өсөн иң ҙур сауап яҙыла, уны ҡабатлау беҙгә тамуҡтан ҡотолор өсөн сәбәп булып торасаҡ. Кеше тамуҡҡа эләккән хәлдә лә, шул һүҙҙәрҙе үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына булһа ла ихлас әйткәне өсөн, ҡасан да булһа унан ҡотҡарыласаҡ. Бынан тәүбәгә килгән, Аллаһ барлығына инанған кешеләр генә ҡотоласағы аңлашыла.
Рәсүлебеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм заманында һуғыш барғанда «Лә иләһә илләллаһ» кәлимәһен әйткән дошманды ла ярлыҡарға, уға зарар итмәҫкә ҡушҡандар. Шулай итеп, был һүҙҙәрҙең тамуҡтан ғына түгел, ҡайһы саҡ үлемдән дә һаҡлау, ҡотолоу юлы икәнен онотмайыҡ.
Аллаһ Тәғәлә «Лә иләһә иллаллаһ»ты беҙҙең йөрәгебеҙҙән, телебеҙҙән һис ҡасан айырмаһын! Амин!
Фәнирә Ғайсина.