Тыныслығын юғалтҡан, үҙ-үҙен тота алмаған кеше асыуланырға, төрлө насар һүҙ әйтергә, гонаһ ҡылырға мөмкин.
Аллаһ Тәғәләнең «Әс-сәләм» тигән исеме лә бар, ул сәләмәтлек, тыныслыҡ, именлек тигәнде аңлата. Беҙ, мосолмандар, бер-беребеҙҙе «Әссәләмү ғәләйкүм!» тип сәләмләйбеҙ. Именлек, тыныслыҡ теләйбеҙ. Кешеләрҙең үҙ-ара мөғәмәләһендә ошо именлек, тыныслыҡ булһа, улар араһында мөхәббәт барлыҡҡа килер, мөнәсәбәттәре яҡшырыр, яҡтырыр. Быға иғтибар итмәһәләр, сәләмәтлектән, именлектән, тыныслыҡтан йыраҡ булырҙар. Сәләмәтлеккә, тыныслыҡҡа ынтылыу – ул иман билгеһе. Әбү Хөрәйрә раҙыйаллаһу-ғәнһү килтергән хәҙистә: пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм әйткән: «Һеҙ йәннәткә керә алмаҫһығыҙ, хатта иман килтергәнсегә ҡәҙәр. Һеҙ камил иман килтерә алмаҫһығыҙ, бер-берегеҙҙе яратҡансыға ҡәҙәр. Һеҙгә хәбәр итергәме бер ғәмәлде? Әгәр шуны эшләһәгеҙ, бер-берегеҙҙе яратырһығыҙ. Арағыҙҙа сәләм таратығыҙ!» – тигән (Сахих Мөслимдән).
Кеше болоҡһомаһа, тын алышы иркен, йәне тыныс булһа, уның тәне лә сәләмәтлеген һаҡлай. Табиптар юҡҡа ғына: «Бөтөн ауырыу – нервынан, ә нервылар ҡаҡшауы – тыныслыҡты юғалтыуҙан», – тимәй бит. Тыныслыҡтың, сәләмәтлектең дошманы – борсолоу, апатия, төшөнкөлөккә бирелеү. Кәйеф ҡырылыуы, ҡурҡыу, шикләнеү, өмөтһөҙлөккә төшөү – шайтандан. Аллаһ Тәғәлә «Әл-Баҡара» сүрәһенең 268-се аятында әйткән: «Шайтан һеҙҙе фәҡирлек, ярлылыҡ менән ҡурҡыта һәм, малдарығыҙҙы яҡшылыҡҡа сарыф итмәһен өсөн, һеҙҙе изгелектән ситләштерергә тырыша, һаранландыра, саҙаҡа бирмәҫкә һәм насар ғәмәлдәр ҡылырға ҡыҙыҡтыра. Ә Аллаһ Тәғәлә һеҙгә Үҙенең ярлыҡауын һәм рәхмәтен вәғәҙә итә. Ул киң рәхмәтле, һеҙҙең бөтөн эштәрегеҙҙе лә белә», – тигән.
Әгәр күңелебеҙҙә ниндәйҙер ауырлыҡ, күңел төшөнкөлөгө һиҙәбеҙ икән, тимәк, шайтан беҙгә вәсвәсә итә, ул шулай ҡотортоп, тура юлдан яҙҙырырға теләй. Был ваҡытта нимә эшләргә? Аллаһ Тәғәләне зекер итеп, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләмгә салауаттар әйтергә кәрәк. Иң еңел зекер ул – «Лә иләһә илләлаһ» тип ҡабатлау. Кәрәк булһа, 100, 1000 тапҡыр әйтергә мөмкин. Уны ҡабатлауҙың файҙаһы ҙур: тыныслыҡҡа, камиллыҡҡа, бәхеткә өлгәшәбеҙ. 99 тапҡыр әйткәс, йөҙөнсөһөнә «Лә иләһә илләлаһ, Мөхәммәт рәсүлуллаһ», тип ҡуябыҙ.
Йәнә башҡа зекерҙәр ҙә бар: «Әстәғфируллаһ» («Йә Аллаһ, гонаһымды ғәфү ит!») йәки «Әлхәмдүлилләһ» («Бөтөн маҡтау Аллаһҡа!»), «Сөбхәналлаһ» («Аллаһ һәр кәмселектәрҙән пак») тип таныу, «Мә шә Аллаһ» («Аллаһ Тәғәлә шулай теләне»), «Аллаһу Әкбәр» («Аллаһ бөтөн нәмәнән олуғ») тип әйтергә була. Ошо һүҙҙәр – Аллаһ ҡаршыһында иң хәйерле ғәмәл, был донъяла иң яҡшыһы – Аллаһты иҫкә алыу, йәғни зекер әйтеү.
Ҡөрьән аяттарын уҡыу ҙа тынысланырға ярҙам итә. Һаулыҡ, тыныслыҡ өсөн иң беренсе «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡыу яҡшы. Пәйғәмбәребеҙ йоҡлар алдынан «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып устарына өргән һәм бөтә тәнен һыпырған, шулай итеп өс тапҡыр ҡабатлаған.
Тыныслығын юғалтҡан, асыуланған кешегә тәһәрәт алыу яҡшы. «Кеше йүгереп китеп бара икән, ул атлаһын, атлаған кеше – ултырып торһон, ултырғаны – ятып торһон!» – тигән кәңәштәр бар пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә.
Әгәр ҙә күңелебеҙҙә тыныслыҡ, именлек, рәхәтлек бар икән, тимәк, был – Аллаһ Тәғәләнең ниғмәте, беҙ Уға шөкөр итергә тейеш. Аллаһ Тәғәләбеҙ барыбыҙға иман байлығы, тәүфиҡ бирһен! Тура юлдан атларға насип әйләһен! Амин!
Фәнирә Ғайсина.
(апрель һанында баҫылған «Ислам һәм психология» мәҡәләһенең дауамы).