+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
6 Февраль 2023, 15:02

Мосолмандарҙың дини байрам көндәре, кистәре

Мосолмандар йылды күктәге ай йөрөшө менән хисаплай. Ҡояш байығас, күктә ай бик нәҙек алтын ураҡ кеүек булып күренгән ваҡытта, ай башлана. 29 йәки 30 көндән һуң шундай уҡ ай күренгәс, икенсе ай башланып китә. Был йыл иҫәбе 29 һәм 30 көндәрҙән торған 12 айҙы үҙ эсенә ала, 354–355 көндән ай йылын тәшкил итә. Ай йылы беҙ ҡуллана торған йыл оҙонлоғонан 11–12 көнгә ҡыҫҡараҡ булғанға күрә, улар күсеп йөрөйҙәр. Һәр йыл 30 көнлөк мөхәррәм айынан башланып китә. Унан һуң 29 көндән торған сәфәр айы → 30 көнлө рабиғел-әүүәл → 29 көнлө рабиғел-ахыр → 30 көнлө йомадил-әүүәл → 29 көндән торған йомадил-әхир → 30 көнлөк рәжәб айы → 29 көнлө шағбән айы → 30 көндән торған рамаҙан айы → 29 көнлө шәүүәл → 30 көнлө зөлҡәғиҙәнән һуң ҡайһы йылда 29, ҡайһы йылда 30 көндән торған зөлхизә айы килә.

Мосолмандарҙың дини байрам көндәре, кистәре
Мосолмандарҙың дини байрам көндәре, кистәре

  Яңы йыл башы, мөхәррәм айының беренсе көнө.
  Ғәшүрә көнө, мөхәррәмдең 9-сы кисе, 10-сы көн.
  Һижрәт кисе, сәфәр айының 26-сы кисе, 27-се көнө.
  Мәүлет, рабиғел-әүүәлдең 11-се кисе, 12-се көнө.
  Рағаиб кисәһе, рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы кис.
  Миғраж кисәһе, рәжәб айының 26-сы кисе, 27-се көнө.
  Бәрәт кисәһе, шағбан айының 14-се кисе, 15-се көнө.
  Рамаҙан айының 1-се көнө — Ураҙа башланған көн.
  Фәтхе Мәккә көнө — рамаҙан айының 21-се көнө.
  Ҡәҙер кисәһе көндәре — рамаҙан айының 21-се көнөнән башлана. Ра-
маҙандың һуңғы ун көнөн — Ҡәҙер кисе. Ғалимдәр әйтеүе буйынса, Ҡәҙер
кисе Рамаҙан айының 26-сы кисе, 27-се көнө.
  Ғәйдел фытыр көндәре — Ураҙа байрамы.
  Шәүүәл айының 1-се, 2-се, 3-сө көндәре.
  Хаж башы — зөлхизәнең 8-се көнө.
  Ғәрәфә көнө — зөлхизәнең 9-сы көнө.
  Ҡорбан байрамы — зөлхизә айының 10-сы көнө.
  Тәшрик көндәре — зөлхизәнең 11-се, 12-се, 13-сө көндәре.


Ислам дине донъяға Аллаһ тарафынан Мөхәммәд пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم аша таратыла. Мосолмандарҙың дини байрамдары пәйғәмбәребҙ صلى الله عليه وسلم тормошо менән бәйләнгән. Шуға ла китап башында беҙ Мөхәммәд пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم тормошоноң тарихын бирергә булдыҡ.

Дилә Буранғолова.

Автор:
Читайте нас: