-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
3 Февраль 2023, 11:15

Иман нуры

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, ҡайһы бер кешеләрҙең йөҙө һалҡын, ҡара була, ә кемдеңдер ниндәйҙер үҙенсәлекле матурлыҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ, нур менән балҡый. Улар тураһында беҙ: «Йөҙөндә иман нуры бар», – тибеҙ. Ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң ул нур?

Иман нуры
Иман нуры

Күркәм холоҡло, йомшаҡ күңелле, эскерһеҙ, изгелекле һәм ихлас дин тотҡан тәҡүәле мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең йөрәгендә булған иман нуры шулай йөҙҙәрендә лә сағыла. Бында үҙ нәфселәрен тәрбиәләгән, йөрәктәрен таҙалап, паклап торған, ниәттәре һәр ваҡыт яҡты булған, эстән камил, матур мөьминдәрҙең рухи дәрәжәһе, ныҡлы иманы һәм ғилем нурының сағылышы күҙ уңында тотола. Ә йөрәкте таҙалау ысулы ул – зекер!
Ҡөрьәндең 24-се сүрәһе «Нур» тип атала, уның 35-се аятында: «Аллаһ – күктәрҙең һәм ерҙең нуры. Уның нуры – нәҡ мейес уйымындағы кеүек, унда – быяла ише яҡтыртҡыс шәм, ул быяла тап ынйы йондоҙо һымаҡ балҡый. Ул мөбәрәк зәйтүн ағасынан ҡабына, ул (ағас) көнсығыштыҡы ла, көнбайыштыҡы ла түгел. Уның майы ут теймәҫтән ҡабынырға тора. Нурға нур ҡушыла! Аллаһ Үҙ нурына теләгән кешене алып бара. Аллаһ кешеләргә мәҫәлдәр килтерә, Аллаһ бөтә нәмәне лә белә!» – тиелгән.
Шул уҡ сүрәлә: «...Йәки диңгеҙ упҡынындағы ҡараңғылыҡ шикелле. Уны тулҡын ҡаплай, өҫтөндә – тулҡын, ә уның өҫтөндә – болот. Ҡараңғылыҡ өҫтөндә – ҡараңғылыҡ. Ҡулын сығарһа, уны күрмәй тиерлек. Әгәр Аллаһ бер кешегә нур бирмәһә, ул кешегә нур булмаҫ!» (24:40).
«Әл-Инсан» сүрәһендә иһә: «Һәм Аллаһ уларҙы шул көндөң яманлығынан ҡотҡарыр һәм уларға нурлы йөҙ һәм шатлыҡ бирер» (76:11) тиелгән.
Ибне Ғәббәстән риүәйәт ителгән хәҙистә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәләнән үҙенә нур һорап доға ҡылғанлығы билдәле.
Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: «Мөьминдең йәне сыҡҡанда уға ҡояш нуры ише нур юлдаш була».
Әгәр ҙә беҙҙең ҡәберебеҙ яҡты, сират күперенән сыҡҡанда яҡтылығыбыҙ булһын тиһәк, фани донъяла уҡ әҙерләнергә кәрәк. Уның өсөн намаҙ уҡыу мотлаҡ, намаҙ – ул нур. Ҡөрьән ятлау, төндәрен тәһәджүд намаҙҙарын, «Йәсин» сүрәһен һәм нәфел намаҙҙарын уҡыу йөрәктәргә, йөҙҙәргә нур бирә.
Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, «Кем йома кис «Әл-Кәһф» сүрәһен уҡый, уға унан һәм Ҡәғбәтуллаға хәтлем яҡтыртып торған нур бирелер», – тиелгән. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәләне иҫкә алыу, Уның 99 исемен, сифаттарынан, айырыуса «Әл-Фәттәхү», «Әл-Нуру», «Әл-Ғәлиму», «Әл-Хәкәмү», «Әл-Бәғиҫу», «Әҙ-Ҙаһиру» тип зекер итеү йөрәктәрҙе нур менән балҡытыр.
Яуап көнөндә, беҙ ҡәберҙәребеҙҙән ҡубарылған саҡта, донъя ҡараңғы буласаҡ. Шул мәл иманлы мосолмандарҙан яҡтылыҡ, нур бөркөләсәк. Кемдеңдер нуры бар донъяны яҡтыртып торасаҡ, ҡайһы берәүҙәрҙең балҡышы бер нисә метрға етәсәк, ә кемеһенеңдер баш бармағының осонда һүрән генә уты буласаҡ.
Рәсүлебеҙҙән килтерелгән бер хәҙистә түбәндәгеләр бәйән ителә. Ҡәберҙән ҡубарылған бер төркөмдәге йөҙҙәр йондоҙ һымаҡ яҡтырасаҡ. Фәрештәләр уларҙан: «Һеҙ нисек бындай дәрәжәгә ирештегеҙ?» – тип һораясаҡ. Улар: «Беҙ аҙан тауышын ишетеү менән, эштәребеҙҙе туҡтатып, тәһәрәт алып, намаҙ уҡырға керешә инек», – тип әйтәсәк.
Шунан Аллаһ Тәғәлә икенсе бер ҡәүемде ҡәберҙәренән торғоҙасаҡ. Уларҙың йөҙө күктәге тулы ай кеүек балҡыясаҡ. Фәрештәләр уларҙан нисек шундай дәрәжәгә лайыҡ булғандары хаҡында һораясаҡ. Был төркөмдөң иң яҡшы вәкилдәре: «Беҙ аҙан яңғырағанға ҡәҙәр тәһәрәт алып ҡуя инек», – тип яуаплаясаҡ.
Өсөнсө төркөмгә лә фәрештәләр шул уҡ һорауҙы биргәс, беҙ аҙанды мәсеттә тыңлай инек, тип өндәшәсәк улары. Тимәк, бар намаҙҙарын мәсеттә йәмәғәт менән уҡығандар. Белеүебеҙсә, йәмәғәт менән уҡылған намаҙға сауап та күберәк яҙыла.
Яуап көнөндә мосолмандарҙың тәһәрәт алғанда йыуған ағзалары (йөҙҙәре, терһәккә хәтлем ҡулдары, аяҡтары), сәждә ҡылғанда ергә тейгән ағзалары (маңлайы, танауы, ике усы, аяҡтары) яҡтырып торасаҡ. Яуап көнөндә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм беҙҙе, Үҙ өммәтен шул нурҙарыбыҙға ҡарап таныясаҡ.
Әхирәттә дәрәжәбеҙ юғары, нурыбыҙ ҡөҙрәтле булһын тиһәк, Аллаһ ҡушҡанды үтәп, тыйғандарынан тыйылып, күберәк изгелектәр эшләргә, гонаһтарҙан йырағыраҡ торорға тырышыу лазым.
Аллаһ Тәғәлә йөҙҙәребеҙҙе, йөрәктәребеҙҙе нурлы ҡылһын! Ҡәберҙәребеҙҙе яҡты итһен! Яуап көнөндә лә, сират күперенән сыҡҡанда ла беҙҙе нурынан мәхрүм итмәһен! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: