-7 °С
Болотло
БИСМИЛЛӘҺ
Иртән торам «бисмилләһ» тим,
Кис ятһам да «бисмилләһ».
«Бисмилләһ» менән башлаһам,
Башлаған эш уң килә.
«Бисмилләһ» тип ҡулды йыуам,
«Бисмилләһ» тип ашайым,
«Бисмилләһ» тип юлға сығам,
«Бисмилләһ» тип йәшәйем.
«Бисмилләһте» бик күп әйтеп,
Минең күңел ҡабатлай.
Изге тормошҡа юл аса,
Шайтан үәс-үәсенән һаҡлай.
«Бисмилләһи» эштәр башы,
«Бисмилләһи» иман нуры.
«Бисмилләһ» менән йәшәйек
Онотмайыҡ беҙ уны.
Дилә Буранғолова.