+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
3 Ғинуар 2023, 13:10

Әруахтар беҙҙе ишетәме?

Кеше мәрхүм булғас, йәне бәрзах тигән ерҙә урынлаштырыла. Беҙгә әхирәт тормошо тураһындағы ғилем бик асылмаған. Күптәрҙе, әруахтар беҙҙе ишетәме икән, тигән һорау борсой. Билдәле хәҙис буйынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, зыярат янынан үтеп барышлай мәрхүмдәргә сәләм бирегеҙ, тип өммәтенә әйтеп ҡалдырған.

Әруахтар беҙҙе ишетәме?
Әруахтар беҙҙе ишетәме?

Төрлө мәзхәб ғалимдары: Ибн Кәҫир, ибне Тәймиййә, Ғабдулхалиҡ әд-Дихләүи, Ҡади Мөхәммәт Санауллах әл-Мазхари, Имам Субки, Ибн Раджәб, Имам Куртуби «мәрхүмдәрҙең йәне беҙҙе ишетә» тигән фекерҙе хуплай. Был хаҡта хәҙистәргә күҙ һалайыҡ. Ислам тарихынан билдәле булыуынса, Бәдр һуғышынан һуң өс көн үткәс, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ҡәберҙә ятҡан мөшриҡтәргә өндәшкән. Сәхәбәләр быға аптырағас, Ул: «... улар мине хәҙер ишетә, әммә яуап бирә алмай», – ти.
Әнәс ибне Мәлик һөйләп ҡалдырған хәҙистә: «Пәйғәмбәр: «Аллаһтың ҡолон ергә (ҡәбергә) һалғас, ул дуҫтарының алыҫлаша барған аяҡ тауышын ишетә», – тигән.
Ибне Ғабдул-Барр ибне Ғәббәстән бәйән итеүенсә: «Кеше мосолман ҡәрҙәшенең ҡәбере янынан үтеп барышлай сәләм бирә икән, Аллаһ уға йәнен ҡайтарып, уның сәләменә яуап бирмәгән осраҡ юҡ».
Әбү Һөрәйрә тапшырған риүәйәттә: «Кеше ҡәбер янынан үтһә, ҡәберҙәге уны таный. Әгәр ул сәләм әйтһә, яуап бирә», – тиелгән.
Ғассима әл-Джәдри ғаиләһенән берәү ибне Әбү ад-Дүньяға былай тип һөйләгән: «Мин Ғәссима әл-Джәдрины, ул үлеп ике йыл үткәс, төшөмдә күрҙем. «Һин үлмәнеңме ни?» – тип һораным. Ул: «Эйе, үлдем», – тине. «Хәҙер ҡайҙаһың?» – тип өндәшеүемә, ул: «Йәннәттең бер баҡсаһында. Дуҫтар менән һәр йома кис һәм иртәләрен Бәкр ибн Ғабдулла әл-Мүзәнилә йыйылабыҙ һәм һеҙҙең бар яңылыҡты беләбеҙ», – тине. Мин: «Һеҙҙең тәндәрегеҙ, йәки йәндәрегеҙ осрашамы?» – тием. «Тәндәребеҙ күптән серегән, йәндәребеҙ йыйылып аралаша», – тип яуапланы ул. «Һеҙгә килгәнде (зыярат ҡылғанды) тояһығыҙмы?» – тип һораным. «Беҙ был хаҡта йома көнө буйы һәм шәмбе ҡояш байығансыға хәтлем беләбеҙ», – тине ул. «Ошо көндәрҙә генәме, ә башҡа ваҡыт?» – тип ҡыҙыҡһындым. «Йома көнөнөң олуғ булыу хөрмәтенә», – тип яуап бирҙе ул.
Яхъя ибне Бәстәмәғә Ғосман ибне Сүәйдә ат-Туфари бәйән иткән хәҙистә берәү әсәһен төшөндә күрә һәм уға нимә кәрәклеге хаҡында һорай. Әсәһе: «Беҙгә килеүеңде һәм беҙҙең өсөн доға ҡылыуыңды туҡтатма. Ысынлап та, һинең килеүең хаҡында һәр йома ҡыуаныслы хәбәр еткерәләр. Һин өйҙән сыҡҡас та, миңә: «Һинең улың килә!» – тиҙәр, ә мин шатланам. Эргәмдә ерләнгәндәр ҙә был хәбәргә ҡыуана», – ти.
Хәҙистәрҙән мәғлүм булыуынса, мәрхүмдәр туғандарының, яҡындарының хәлен белеп тора. Ғабдулла ибне әл-Мөбәрәк тапшырған риүәйәттә: «Тереләрҙең эштәрен үлеләргә күрһәтәләр. Яҡшы ғәмәлдәргә, улар һөйөнә, ә насарҙарынан: «Йә Аллаһ, ҡайтар уларҙы! (тура юлға баҫтыр, яҡшы ғәмәлдәр эшләүгә йүнәлт!)», – тип ялбара.
Мөхәммәт ибн Хәсән тапшырған бер хәҙистә: «Атайым мәрхүм булғас, ныҡ ҡайғырҙым һәм көн дә уның ҡәберенә йөрөнөм. Һуңынан күпмелер ваҡыт барманым. Бер көн яңынан барҙым һәм ҡәбер эргәһендә ултырғанда йоҡо баҫты. Төшөмдә атайымдың ҡәбере асылды. Кәфенен ҡулбашы аша һалған килеш атайым ултыра ине. Йөҙө үлектеке һымаҡ. Уны күргәс, илап ебәрҙем. Атайым: «И-и, улым, һине зыяратҡа килеүҙән нимә тотҡарланы?» – тип һораны. Мин: «Килеп йөрөгәнемде белдеңме ни?» – тинем, ғәжәпләнеп. Ул: «Һин килеп тә, беҙ белмәй ҡалған һис бер көн булманы. Килгәнеңә ҡыуандым, һинең ҡылған доғаларыңа янымдағылар ҙа шатланды», – тип яуапланы. Ошонан һуң мин уға йыш йөрөнөм», – тип яҙылған.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Яҡындары улар өҫтөндә илаһа, үлеләр ғазап кисерә», – тип әйткән (Бохари һәм Мөслим хәҙистәре йыйынтығынан).
Ибне Тәймиййә: «Үлеләрҙең Ҡөрьән һәм доға уҡыуҙы ишетеүе – хаҡ, үлеләр ҡәберҙәрендә һөйләшә һәм уларға өндәшкән һүҙҙәрҙе ишетә», – тип өҫтәгән.
Туғандары, ата-әсәләре мәрхүм булһа, уларҙы һағынып балалары башта йыш зыяратҡа йөрөй. Зыяратта бер ни тиклем әҙәп ҡағиҙәләрен дә һаҡларға кәрәк, әруахтарҙың тыныслығын боҙоп шауларға, ҡысҡырып иларға ярамай. Сауаптары мәрхүмдәрҙең рухына ирешһен, тип сүрәләр, аяттар уҡырға кәрәк. Ғәҙәттә, «Әл-Фатиха», «Йасин» (ҡыҫҡаса, бер нисә мөбинен дә уҡырға була), «Әл-Ихлас» (өс тапҡыр), «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен уҡып, сауаптарын рухтарға бағышлайбыҙ. Сөнки барлыҡ әруахтар ҙа беҙҙең доғаларыбыҙға мохтаж.
Мәрхүм булған туғандарыбыҙға, нәҫел-нәсәптәребеҙгә доға ҡылып торайыҡ. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарһын, ятҡан ерҙәрен яҡты, нурлы ҡылһын! Уларҙың һәм беҙҙең барлыҡ гонаһтарҙы ғәфү итһен! Амин.

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: