+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
21 Октябрь 2022, 10:32

Динебеҙ буйынса һаҡланыу саралары

Көндәлек тормошта беҙ сирләп китәбеҙ, сәбәбен аңламайбыҙ. Ысынында кешегә күҙ тейә, ен ҡағыла йә эйәләшә, йә башҡа ауырыу аяҡтан йыға. Сирҙәр беҙгә һынау өсөн бирелә, ауырыған саҡта сабыр итһәк, гонаһтарыбыҙ юйылыуға сәбәп була. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм хәләл юл менән дауаланырға ҡушҡан һәм «Иң яҡшы дауа – Ҡөрьән» (Ибне Мәджә, Тыбб, 28), «Харамда шифа юҡ», – тигән (Әбү Дауыд, Тыбб, 11/3874).

Динебеҙ буйынса һаҡланыу саралары
Динебеҙ буйынса һаҡланыу саралары

Рәсүлебеҙ Үҙе сирләгән саҡта ла Ҡөрьән аяттарын уҡып, ике ҡулына өрөп, битен һыпырыр булған. Хәҙистән билдәле булыуынса, пәйғәмбәребеҙ ҡатындарының береһенең өйөндә бер ҡыҙ баланың йөҙө һарғайып торғанын күрә һәм: «Был ҡыҙға Ҡөрьән уҡығыҙ, уға күҙ тейҙергәндәр», – ти (Бухари, Тыбб, Бухари, Тыбб, 5). Икенсе бер хәҙистә сәхәбәләрҙең береһе йылан саҡҡан кешене «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡып дауалауы тураһында билдәле. Бындай дауаланыу төрөн ғәрәпсә «әр-руҡъя» тиҙәр, беҙ «өшкөрөү» тип әйтәбеҙ.
Ҡайһы берәүҙәр күҙ тейеүгә, ендәр барлығына, уларҙың кешегә зарар килтерә алыуына ышанмай, әммә Ҡөрьән һәм хәҙистәр уларҙың барлығын дәлилләй. Әгәр ҙә кеше сирләһә, Ҡөрьән уҡып, үҙенә һаулыҡ һорап, Аллаһҡа доға ҡылырға тейеш. Сөнки беҙгә шифа биреүсе – бары тик Аллаһ Тәғәлә.
Беҙгә кешеләрҙең генә түгел, ендәрҙең дә күҙе тейеүе ихтимал. Күҙ тейеүҙән, ен-зәхмәттән һаҡланыу өсөн, гел тәһәрәт менән Аллаһ Тәғәләнең исемдәрен әйтеп, зекер ҡылып йөрөргә тәҡдим ителә. Өшкөргәндә «Әл-Фатиха» (1-се сүрә), 2-се «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 255-се аяты «Аятел-Көрси»ҙе һәм һуңғы 285-286-сы аяттарын, «Фәләҡ», «Нәс» һәм башҡа сүрәләр ярҙам итә.
Берәү «Аятел-Көрси»ҙе намаҙ башлар алдынан уҡыһа, шайтан ул кешенең янына намаҙ ваҡытында яҡын да килмәҫ. Аллаһ Тәғәлә уны донъялағы бәлә-ҡазанан, һәләкәттән, шайтан яуызлығынан имен ҡылыр. Әнәс хәҙрәт радыйаллаһуғәнһү тапшырған: «Рәсүлуллаһ ғәләйһис-сәләм: «Кем һәр фарыз намаҙынан һуң «Аятел-Көрси»ҙе уҡыһа – киләһе намаҙға ҡәҙәр именлектә булыр...» – тигән. «Аятел-Көрси»ҙе уҡыған әҙәм ендәрҙең яуызлығынан иртәнән кискә, кистән иртәнгә ҡәҙәр именлектә булыр.
Өшкөргән ваҡытта уҡылған аяттарҙан: «Әт-Тәүбә» (9/14), «Йунус» (Юныс) (10/57), «Ән-Нәхл» (16/69), «Әл-Исра» (17/82), «Әш-Шуъара» (26/80), «Фуссыиләт» (41/44) иҫәпләнә.
Шулай уҡ «Хәшр» сүрәһенең һуңғы өс аятын (22-24-се), «Әл-Әнғәм» сүрәһенең башындағы өс аятты (1-3-сө) кеше уҡып йөрөһә, Аллаһ Тәғәлә уны һаҡлар өсөн 70 мең фәрештә ебәрә. Был аяттарҙы иртән уҡыһағыҙ – кискә саҡлы, кис уҡыһағыҙ иртәнгә саҡлы һаҡ аҫтында буласаҡһығыҙ. Кеше тулы тәһәрәт алып йоҡларға ятһа ла, уны иртәнгә тиклем фәрештәләр һаҡлай.
Көн дә иртән өйҙән сыҡҡанда, машинаға ултырғанда: «Йә Аллаһ! Мин үҙемде, ғаиләмде Һиңә аманат итеп тапшырҙым!» – тип әйтергә кәрәк. Аллаһ Тәғәлә: «Мин Үҙемә тапшырылған аманатты ныҡ итеп һаҡлайым тигән». Шулай уҡ ауырыуҙан һәм бәлә-ҡазанан һаҡланыр өсөн «Лә хәүлә үә ләә ҡууәтә иллә билләһил-ғәллиййүл-ғәҙыйм» (тәржемәһе: «Бөйөк һәм олуғ булған Аллаһтан башҡа көс һәм ҡеүәт Эйәһе юҡ») тигәнде йыш уҡып йөрөргә ҡушыла.

Аллаһ Тәғәлә беҙҙе һәр төрлө сир-сырхауҙан, ен-зәхмәт ҡағылыуынан, ҡайғы-хәсрәттән, бәлә-ҡазанан, аңһыҙ үлемдән, хәүеф-хәтәрҙән, йән һәм тән йәрәхәттәре алыуҙан Үҙе һаҡлаһын! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: